Ҡарама йәшенә, ҡара эшенә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ҡорос хәҙер бында сыныҡмай
  • Фәһемле лә, күңелле лә үтте
  • ЭШЕ БАРҘЫҢ – КӨСӨ БАР
  • Йондоҙнамә
  • “Аманат”тың өлкәндәргә аманаты
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Монитор артындағы тормош йәки Кем күрше партала ултыра? Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья
    Ғалимдарҙың фекеренсә, беҙ һуңғы йылдарҙа үҙ-ара аралашыуҙы бермә-бер кәметкәнбеҙ. Юҡ-юҡ, беҙ аралашыу һәләтен һис тә юғалтмағанбыҙ, ни бары әңгәмәләштәребеҙгә талапсаныраҡҡа әйләнгәнбеҙ. Ни өсөнмө? Ә кемгә уның ҡылыҡтарын башҡаларҙың баһалауы оҡшаһын?! Яҡындарыбыҙҙың кәңәштәре кәрәге бер тин булған өгөт-нәсихәт, буш вәғәз кеүек ишетелә. Ә инде шелтәләүҙәр, ғөмүмән, штыкка ҡабул ителә. Һинән күберәк белгән кеше йәнеңде көйҙөрә, бер нәмә лә белмәгәне – хәтереңде ҡалдыра, йәнәһе лә, кем менән мин бәйләнгәнем!Ә интернет - бына был, исмаһам, эш! Минең йәш һәм алдынғы ҡарашлы иптәштәрем йыш ҡына Бөтә донъя ауында нисек итеп яңы таныштарын хөр фекерләүҙәре, тормош тәжрибәһе, бар нәмәне белеүҙәре менән таң ҡалдырыуҙарын, ҡыуанып үҙҙәренә тиңдәрҙе табыуҙарын һөйләгәндәре бар... Ә ниңә миңә лә шул уҡ бәхетте татып ҡарамаҫҡа тип, бер нисә йыл элек мин дә серле Интернет донъяһына баш-көлләй сумдым.

    Бар нәмә зыянһыҙ электрон хаттарҙан башланды. Адресатҡа хат ебәрәһең дә, яуапты бер нисә минуттан алаһың. Элемтәнең бындай тиҙлеге һоҡландыра, илһамландыра. Әммә, үкенескә ҡаршы, электрон хаттар - юғары эпистоляр жанр түгел шул. Хатта бар нәмә аныҡ һәм ҡыҫҡа, артыҡ бер һүҙ ҙә юҡ. Йәғни, кешенең күңел ҡайнарлығын, ҡул йылыхын тойоп булмауы ҡыйын...

    Аҙаҡ яңылыҡтарға сират етте - мин уларҙы тонналап уҡыным! Аһ, американлы ҡатынының дүрт игеҙәк бала табыуы ғәжәп түгелме ни! Кем Ираҡ ҡалаһының тыныс кварталындағы шартлатыуҙар өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыр икән? Рәсәй шоу-бизнесында әллә ниндәй аңлашылмаусанлыҡтар – артистарҙы аңламаҫһың...
    Интернетта бөтә нәмәне лә табырға мөмкин. Һине Египет фараондарының тарихы ҡыҙыҡһындырамы? Был осраҡта һинең өсөн төрлө-төрлө энциклопедиялар, музей мәғлүмәттәре, белешмәләр... Өйҙә ултырып ҡына ҡытай телен өйрәнергә теләйһеңме? Проблема түгел! Аҡсаң ғына булһын, ә уҡытыусылар табылыр. Әйткәндәй, кеҫәңдә ҡыштырлаҡ купюраларҙың күплегенә ҡарап, яратҡан креслоңдан тормайынса ғына йәнең теләгән әйберҙе һатып ала алаһың - интернет-магазиндарҙа клиенттарға тәҡдим итерлек нәмәләр туп-тулы. Тик уларға, интернет-магазиндарға, булған ышаныс кимәле – был инде икенсе мәсьәлә.

    Шулай итеп, мин, интернеттың башҡа ҡулланыусылары кеүек үк, эҙләү сайттарына индем, яңылыҡтар таҫмаһын уҡыным, электрон почта аша иптәштәрем менән хат алыштым. Компьютерҙар, программалаштырыу тураһындағы сайттар иң яратҡандарыма әйләнде –техник йәһәттән белемең булмай тороп, виртуаль киңлекте үҙләштереүе еңелдән түгел. Саҡ онотманым, ҡатын-ҡыҙ, хужабикәләр өсөн тәғәйенләнгән сайттарҙан да айырылыуы ҡыйын - улар һәр ҡатын-ҡыҙ өсөн ысын мәғәнәһендә Клондайк инде. Йәнең теләгән кулинар рецепттар, ата-әсәләр өсөн актуаль психологик тренингтар, бил һәм янбаштар өсөн мөғжизә-күнекмәләр - һуң нисек ҡармаҡҡа эләкмәҫкә?!

    Бер көн ҡыҙыҡһынып «Чат» тигән һүҙгә баҫтым. Бында инде бөтөнләй икенсе тарих башланды. Мин ҡаптым. Төрлө милләт, төрлө йәштәге, төрлө профессия кешеләре менән аралашып, сәғәттәр буйына компьютерҙан айырыла алманым. Минең башымда гел генә Неттағы яңы дуҫтарым хаҡындағы уйҙар ҡайнашты, ә тормошомдағы яҡындарым, иптәштәрем икенсе планға күсте. Күҙ алдында ябыҡтым, ығы-зығы килеүсәнгә, тынысһыҙға әйләндем. Ә чат көн һайын яңы танышлыҡтар килтерҙе. Иң ҡыҙығы шунда – чаттағылар араһында бер водитель, һатыусы йәки уҡытыусы осраманы. Барыһы ла йә менеджер, йә маркетолог, йә экономист, йә хоҡуҡ белгесе (әллә барыһы ла яҡшыраҡ булып күренер өсөн алдаша, әллә хеҙмәт кешеләренең ысынлап та компьютерҙар артында йәйелеп ултырырға ваҡыттары юҡ). Чаттағыларға уртаса 18-20 йәш. Хәйер, араларында ун ике йәшлектәре лә, алтмышты уҙғандары ла бар.

    Мәғлүм булыуынса, чатта аралашыу «бүлмәләрҙә» бара. Һәр кем төрлө исем аҫтында үҙенең бүлмәһен аса ала. Ундағы тәртипте модераторҙар күҙәтә. Ғәҙәттә, бүлмәне асҡан кеше үҙенә оҡшаған кешеләрҙе модератор итеп ҡуя. Мәҫәлән, бер бүлмәлә модератор итеп гел һылыу ҡыҙҙарҙы ҡуйҙылар (мәғлүмәт тәҙрәһенә теләк буйынса үҙеңдең фоторәсемеңде урынлаштырырға мөмкин). Шулай итеп, был ҡыҙҙар чатҡа инеүселәргә үҙенсәлекле ҡаптырғыс та булып хеҙмәт итә.

    Ҡаҙаҡтар, әзербайжандар, мәскәүлеләр әүҙем рәүештә үҙҙәренең бүлмәләрен аса. «Танышыуҙар», «Бар нәмә хаҡында» тигән бүлмәләрҙә кешеләр һәр саҡ туп-тулы. Төрлө бүлмәлә төрлө темаларға һөйләшәләр. Әммә күбеһенсә мөхәббәт һәм енси мөнәсәбәттәр төп тема булып тора. Йәштәр виртуаль аралашыуҙы реаль тормошҡа ла күсерә, шуға ла бер үк бүлмәлә аралашҡандар, ғәҙәттә, бер-береһе менән осрашалар, яңы танышҡандарҙы ла үҙҙәре менән кафеға, киноға саҡыралар. Ҡайһы бер «ҡыйыуҙар» танышып та өлгөрмәйенсә яҡыныраҡ мөнәсәбәткә инергә саҡыра.Чатта бер ай аралашҡандан һуң, бөтә донъя тик енси мөнәсәбәттәргә генә ҡоролған кеүек тойола башлай.

    Өс ай эсендә мин үҙемдең бүлмәмде астым, әллә нисә бүлмәлә модератор булырға ла өлгөрҙөм. Мине таный башланылар, минең менән ҡыҙыҡһындылар, йыш ҡына дуҫлыҡ һәм мәңгелек һөйөү тәҡдим иттеләр. Күпселектән айырмалы рәүештә, мин үҙемдең йәшемде, профессиямды һәм ғаиләм барлығын йәшермәнем. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң «жилеткаға» әйләнгәнемде аңланым: яҡшы таныш булмаған егеттән осраҡлы рәүештә ауырға ҡалған ҡыҙҙар миңә, ни эшләргә икән, тип илап-зарланды; егеттәр бәлиғ булған ҡыҙҙарҙың ауырға ҡалыуы өсөн яуаплымы-юҡмы икәнлектәрен асыҡланы; үҫмерҙәр ата-әсәләре менән уртаҡ тел таба алмай ҡаңғырыуын һөйләне, ә ата-әсәләр үҙҙәренең балаларын аңламауҙарына әсенде Кешеләргә ярҙам итеү маҡсатында Енәйәт һәм Граждандар Кодекстарында эҙләнергә, венерология буйынса медицина белешмәләрен уҡырға, ғаилә мөнәсәбәттәре тураһында ныҡлап уйланырға тура килде. Әммә был виртуаль аралашыуҙар бер заман мине ялҡытты – минең шәхси тормошом бар ҙа һуң, күпме кеше зарын тыңларға була?! Чаттың минең өсөн иблис ҡотҡоһона әүерелеүен шунда ғына аңланым. Был хәл менән нимәлер эшләргә кәрәк ине һәм мин «аська» тибындағы интернет-пейджерҙар аша аралашыуға күстем. Мине виртуаль мөхәббәт уйындары ҡыҙыҡһындырмағас (ә күпселек аралашыуҙар, ғөмүмән, ошоға ҡоролған), әллә күпме халыҡ араһынан дүртәүҙе һайлап алдым.

    Кеше ышанырмы-юҡмы инде, әммә Әзербайжан егете менән (ул йәштәр ойошмаһының лидеры булып сыҡты) беҙ ҡыҙып-ҡыҙып бөтә донъя конфликтары тарихын, бөйөк шәхестәр яҙмышын тикшерҙек. Сәйәси йәһәттән грамоталы егет тарих төпкөлөнә төшөп китһә – балыҡ һымаҡ йөҙә инде! Нисек шундай кешене оҡшатмайһың?! Әммә беҙҙе тарихҡа булған ҡыҙыҡһыныу берләштерһә лә, заманыбыҙҙың иң киҫкен һорауҙары, киреһенсә, араларыбыҙҙы һыуытып ҡуйҙы. АҠШ һәм Рәсәй, Грузия һәм Абхазия сәйәсмәндәренә булған ҡараштарыбыҙҙың тап килмәүе арҡаһында бер-беребеҙгә үпкәләп-үсегә торғас, аралашыуыбыҙ бер йыл эсендә юҡҡа сыҡты.

    Парижда урыҫ телен өйрәнгән, илебеҙҙең мәҙәниәтенә, сәнғәтенә битараф булмаған французға комплимент яуҙырырға тиһәң – ҡуш та ҡуй, шул ҡәҙәре ярата был шөғөлдө. Төҫкә-башҡа йәмһеҙ, күрекһеҙ генә француздың мөхәббәте - поэзия ине, һәм беҙ сәғәттәр буйына Байрон менән Лермонтов ижады хаҡында һөйләштек... Интернет сиктәрендә шиғыр һөйләп йөрөй торғас, лирик француз быйыл йәй урыҫ ҡыҙына өйләнде – Тамбовта тыуып-үҫкән һылыу уҡытыусы ҡыҙҙы Парижға алып ҡайтты. Хәҙер Нетта һирәк күренә – ғаилә мәшәҡәттәре артҡандыр.

    Благовещенск ҡалаһындағы маңҡорт-башҡорт танышыу өсөн ғәҙәти булмаған тәҡдим менән үҙенә иғтибарҙы йәлеп итте: «Диңгеҙ алышын уйнайыҡмы?». Шунан бирле беҙ ҡайһы ваҡыт виртуаль диңгеҙ алышында көс һынашабыҙ, шашка һәм шахмат уйнайбыҙ. Урыҫ шашкалары һәм шахмат буйынса беренсе разрядлы спортсы еңелгәндә гел дә: «Ни өсөн һин аҡыл уйыны буйынса талантыңды үҫтермәйһең?», - тип ысын күңелдән аптырай. Белмәй бит миңә уны еңергә улдарым ярҙам иткәнен.
    Ошо дүртәүҙең араһынан иң йомшаҡ күңеллеһе 18 йәшлек корей егете Ли. Ул әсәһе менән Алматы ҡалаһында йәшәй. Әсәһенең эш хаҡы ҙур түгел, өйҙәрендә иң ҡиммәтле әйбер, егеттең һүҙенә ҡарағанда, компьютер. Әсә кеше улына бик талапсан: аралашыу мәлендә Ли йә картуф таҙартырға йүгерә, йә кер йыуа, йә балаҫ ҡаға. Күрәһең, корейҙың әсәһе үҙе өйҙә булмаған саҡта улын Неттағы төрлө аҙҙырғыс әүрәткестәрҙән һаҡларға маташып, бер йөк эш ҡушып китә. «Мин хас та Золушка кеүек!» - тип минең «геройым», аралашыу мәлендә әсәһенең ҡайтыуына ашарға әҙерләп, өйҙө йыйыштырып, салбар-футболкаларын үтекләргә өлгөрә... Гүзәл ҡаҙаҡ ҡыҙына яуапһыҙ ғашиҡ булып, уға арнап шиғырҙар яҙа, беренсе мөхәббәт ғазаптарында яна...

    Урыҫ телле сайттар буйлап йөрөй торғас, бер заман «Йәшлек» гәзитенең сайтындағы (уның адресы www.yeshlek.ru) форумға инергә әүәҫләнеп киттем. Милләт, тел, дин, сәнғәт, мәҙәниәт, спорт һәм башҡа әллә күпме темалар буйынса фекер алышҡан милләттәштәремдең яҙыуҙарын уҡып хайран ҡалам - аҡыллы, аңлы, яҡты уйлы йәштәребеҙ бик күп! Илсур, админ, Болот, Таһир, Дедеманн, Кәримә, Бәпәнәй, Люция, Лия, Зөһрә, Кужа-Левашовка, Өршәк, Ҡурсаҡ, Нур-мини, Айҙар, Азат, Самрау, Һунарсы, Пихто ҡарт, Шаршау, Аҡсарлаҡ, Иштәк, Аждаһа һәм башҡалар - милләтебеҙҙең киләсәгенә битараф булмаған кешеләр. Уларҙың булыуы ҡыуандыра, илһамландыра, күңелгә ышаныс өҫтәй.
    Ә иң мөһиме, буш хәбәргә генә ҡоролмаған аралашыуҙары – реаль эштәр башҡарырға ла өлгөрәләр. Ниндәй эштәрме? Был турала белер өсөн, форумдың әүҙем ағзаһына әйләнер кәрәк.

    Интернет буйынса эш табырға, танышлыҡтар булдырырға, кейәүгә сығырға мөмкин. Ләкин хәүеф-хәтәргә лә юлығыу ихтималы бар. Мәҫәлән, чаттарҙа һәм форумдарҙа психик ауырыуҙар осрауы ихтимал. Ҡайһы берәүҙәрен тәүҙән үк танып, үҙеңә яҡын юлатмаҫҡа була, ә икенселәре тормошоңдо юҡҡа сығара ала. Бер ваҡыт Өфөлә юғалған ҡыҙҙарҙың береһе Интернетта танышҡан егет менән осрашыуға киткән булған. 30 йәшлек ҡатын виртуаль танышына кейәүгә сығып, әллә нисә йылға шизофрениктың ҡоллоғона ҡапҡайны...
    Шуға ла Неттағы виртуаль мөхәббәт шарабына иҫереп, упҡынға баш-көлләй сумырға ашыҡмаҫҡа кәрәк - виртуаль донъя ысынбарлыҡ менән тап килмәй.

    Интернеттағы икенсе ҡурҡыныс нәмә - вирустар. Зыян килтереүсе программалар, ғәҙәттә, почта спамы аша таратыла. Тәжрибәһеҙҙәр йәки ғәмһеҙҙәр билдәһеҙ хатты асып, оҙаҡ ваҡытҡа компты эштән сығара. Вирустар мәкерле, аҫтыртындар. Мәҫәлән, һәр айҙың өсөнсө көнөндә мөһим файлдарҙы юйыуға программалаштырылған Nyxem.e вирусы, компьютерға эләккәс, үҙен-үҙе электрон почтала табылған бөтә адресаттарға ла ебәрә, антивирустарҙы һүндерә, компьютерҙы яҡлауһыҙ ҡалдыра. Етмәһә, интернеттан яңы вирустарҙы индерә, шул иҫәптән үҙенең яңы версияларын да.

    Хәйер, көнө буйы Интернетта булыу теләген дә ҡурҡыныс вирус тип иҫәпләргә мөмкин - ул реаль уй-тойғоларҙы виртуаль хистәргә алыштыра. Аллаға шөкөр, мин Инет бойондороҡлолоғонан ҡотола алдым. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел ине, тиҙәр иптәштәрем, сөнки минең тормошом тулы ҡанлы, төрлө-төрлө төҫлө (әйткәндәй, улар араһында ялҡытҡан һоролары ла бар). Минең туғандарым, иптәштәрем күп, улар миңә һәр хәлдә лә ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер. Интернет менән яҡындан танышырға, чат-форумдарҙа оҙаҡҡа туҡталырға мине бар нәмәне лә белергә теләүем этәрҙе.

    Йомғаҡлап шуны әйтер инем: «Беҙ булмаған урында ғына рәхәт». Ысынбарлыҡтағы ҡыуаныс һәм теләктәшлекте сит кешенең виртуаль сер сисеүҙәре менән сағыштырырлыҡ та түгел инде (һәр кемдең башында үҙ «тараҡандары»). Шуға ла күп ваҡыттарын чатта үткәргәндәргә реаль булмаған донъя ауына ынтылмаҫҡа, компьютерҙы һәм уның бөтә мөмкинлектәрен ниндәйҙер яңы нәмәне өйрәнер өсөн ҡулланырға кәңәш итер инем. Мәҫәлән, тиҙ клавиатурала баҫырға, инглиз телен өйрәнергә, башҡа илдәрҙең географик һәм милли үҙенсәлектәре менән танышырға. Ә дуҫтарҙы (әхирәттәрҙе) реаль тормошта ла табырға була. Бәлки, ул күрше партала ултыралыр һәм һинең кеүек үк яңғыҙлыҡтан интегәлер. Бәлки, ул күрше йортта йәшәйҙер һәм, һинең донъяның камил булмауы арҡаһында һәр саҡ кәмһетеүле битлектә йөрөүеңде белмәй, беренсе булып һүҙ ҡушырға уңайһыҙланалыр... Уйлап сығарылған донъяла уйҙырма азатлыҡ эҙләү бик ауыр эҙемтәләргә килтереүен бер ваҡытта ла иҫегеҙҙән сығармағыҙ.

    Бану ҠАҺАРМАНОВА.
    авторы: Баныу Ҡаһарманова | 9 декабря 2007 | | Фекерҙәр (6)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Их, һеҙ, егеттәр!
  • Интернет һәм ҡатын-ҡыҙ
  • Бейеү аша тоям һине
  • «Интернетта дуҫтар таптым – үҙебеҙҙең б ...
  • Синыфташтар.ру
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    #1 яҙҙы: admin (9 декабря 2007 20:17)  
    Текә! Тик "многоточие" программа менән дөрөс әйләндерелмәй. Шаҡмаҡ килеп сыға...
    Теркәлгән: 24.11.2007 | ICQ: 113874389   
    #2 яҙҙы: Баныу Ҡаһарманова (9 декабря 2007 20:27)  
    Кара эле, админ, текэ тигэнен нимэне анлата? Насармы эллэ якшымы?
    Теркәлгән: 30.11.2007 | ICQ: 367-222-615   
    #3 яҙҙы: Рамиль (10 декабря 2007 00:10)  
    Эйе без азаккы йылдарза манитор артында ултырабыз. Тынышабыз шул интернет селтаре аша.Мин кубехен меселен интернет аша гына белам. Йешлек сайтына килганда мин шунда чат аша хем форум аша белам.Шунда улар менан берга аралашам.Кайhы берларе менан телефон аша аралаштым. Йешлек сайтында язгандар ысынапта эш башкарып яталар. Берга осрашып торалар.Берга канаш коралар торло борсолоулы хорауларзы кутарелер. А белмеген кеше менан аралашканда торло нималар язырга була.
    Теркәлгән: -- | ICQ:   
    #4 яҙҙы: admin (10 декабря 2007 10:58)  
    Текә - тура меғәнәһендә! Круто тигәнде аңлата...
    Һин дә аңламағанһың икән. Ул һүҙҙе мин әйтә башланымда инде күп кешеләр де-факто итә :Р !

    Мин текә тигәнде Урал "Кәзә тәкәһе" тип әйтә тип уйлап йөрөгән! )))
    Теркәлгән: 24.11.2007 | ICQ: 113874389   
    #5 яҙҙы: Айли (10 декабря 2007 17:27)  
    Анланым мин, лэкин кызык осон хораным :)
    Теркәлгән: -- | ICQ:   
    #6 яҙҙы: Ильнар (21 февраля 2010 04:30)  
    Маладис Айли)))
    Теркәлгән: -- | ICQ:   
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru