Кешене эштә һына.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Улар Көнбайышты шаулата
  • Венгрияла Ғәлимйән Тағанға ҡағылышлы мәғлүмәт етерлек
  • Вакцина әҙер, әммә...
  • Дини белем кәрәк
  • Йондоҙнамә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Суицид Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    «Суицид һөҙөмтәһендә Рәсәй йыл һайын бөтә афған һуғышында һәләк булғандарға ҡарағанда күберәк кешеләрен юғалта» - был фекер рәсәйҙәр өсөн яңылыҡ түгел һәм бер кемдең дә иҫен китермәй. Күренеш ғәҙәтигә әйләнеп бара. Ә нимә кешене һуңғы аҙымға этәрә? Ниндәй сәбәптәр кешене һуңғы өмөтөнән мәхрүм итә? Башҡа илдәрҙә хәлдәр нисек? Ошо һорауҙарға Учалы психоневрология диспансерының баш табибы Рәмзиә Урузбаева яуап бирә:
    - Суицид бик етди проблема. Уның сәбәптәре ҡатмарлы һәм төрлө-төрлө. Тамырҙарын биология, генетика, психология, социология өлкәләрендә эҙләргә кәрәк. Кешеләр эш юғалтыу, уҡыуҙан ҡыуылыу, айырылышыу кеүек экстремаль хәлдәрҙә үҙҙәренә-үҙҙәре ҡул һала. Эксперттар әйтеүенсә, ошондай хәлдәр суицидҡа һылтау ғына, ә сәбәп түгел. Үҙҙәренең ғүмеренә ҡул һонған кешеләрҙең күбеһе депрессиянан ҡаңғыра, әммә, мәғлүм булыуынса, күңел төшөнкөлөгөнә батҡан хәлдә лә табиптарға мөрәжәғәт итмәй. Ғөмүмән, суицид арҡылы ғүмер ебен өҙөү - шәхес патологияһы менән яфаланғандарға хас. Был патология уларға тормошта осраған кәртәләрҙе еңергә мөмкинселек бирмәй. Бынан тыш, ғаиләне юғалтыу, туғандар һәм яҡындар менән насар мөнәсәбәттәр, атайҙың (йәки әсәйҙең) һәм бәлиғ булмаған балаларҙың айырым йәшәүе, ата-әсәнең балаларға ҡарата ҡатылыҡ, мәрхәмәтһеҙлек күрһәтеүе кеүек проблемалар ҙа килеп тыуһа, кеше үҙенең ғүмеренә нөктә ҡуйыу тураһында ныҡлап уйлана башлай. Әйткәндәй, суицид ҡылырға маташҡандар араһында психик ауырыуҙар, эскеселәр, наркомандар күп.
    - Генетик йәһәттән «йоғошло» түгелме суицид?
    - Ҡайһы бер ғалимдар фекеренсә, генетик һәм социаль факторҙар кешене суицидҡа этәреүҙә ниндәйҙер роль уйнауы ихтимал. Мәҫәлән, Пенсильваниялаға баптистарҙың бер общинаһында йөҙ йыл эсендә бөтә суицидтарҙың өстән бер өлөшө дүрт ғаиләлә генә булған! Әгәр ҙә игеҙәктәрҙең береһе үҙ-үҙенә ҡул һала икән, икенсеһенең дә шул уҡ аҙымға барыу ихтималы бермә-бер арта. Был факт суицидтың генетик тәьҫире тураһында һөйләй. Ҡайһы берәүҙәргә ата-әсәһенән шизофрения, алкоголизм кеүек психик ауырыуҙарға бирешеүсәнлек күсә, ә был, үҙ сиратында, суицид хәүефен арттыра. Әммә күпселек осраҡта суицидаль хәл «ҡыҫҡа замыкание» механизмы буйынса барлыҡҡа килә, йәғни, әһәмиәте ҙур ҙа булмаған нәмә һуңғы тамсы ролен үтәй. Әйтәйек, кеше һөйгәне менән асыуланышып йөрөгәнендә, эшендә ауырлыҡтар ҙа тыуһа, ишек төбөндә ботинкаһының шнуры өҙөлә икән, ул йөрәкһеп, ярһып башын элмәккә алып барып тыға ла ҡуя.
    - Йәғни, тормош менән, үҙ-үҙең менән ҡәнәғәтһеҙлек артҡандан-артһа, бер бәләкәй генә негатив хәл дә кешене үлемгә этәрә ала инде?
    - Эйе. Ләкин һәр кемдең төрлө рухи ҡиммәттәре барлығын да иҫтән сығарырға кәрәкмәй. Көндәлек тормошта уларҙың иң мөһимдәре селпәрәмә килә икән, берәүҙәр ҡояш аҫтында яңынан үҙенә йылы урын яулап алыр өсөн унлата көс менән көрәшә башлай, ә икенселәр - пассив рәүештә донъянан китеү юлын һайлай, шулай еңелерәк бит уларға. Әммә, психик ауырыуҙарҙан тыш, суицид ҡылырға ниәтләгән кешеләрҙә ысын мәғәнәһендә үлеү теләге юҡ. Йәғни, улар теге донъяға бармайынса, күтәрә алмаҫлыҡ хәлдән ҡотолор өсөн ваҡытлыса ғына ошо донъяла булмай тороуҙы теләй.
    - Тимәк, суицид - ярҙамға мохтаж кешеләрҙең йән әрнеүе? Тимәк, үҙ-үҙенә ҡул һалып, улар үҙҙәренең проблемаларына иғтибарыбыҙҙы тартырға маташа?
    - Башын элмәккә тыҡҡандарҙың һикһән проценты алдан уҡ үҙҙәренең ниәте тураһында яҡын-тирәләгеләргә төрлөсә итеп хәбәр итә. Мәҫәлән, кемдер туғанына үлергә теләүе хаҡында асыҡтан-асыҡ әйтә, ә кемдер күршеһенә үҙенең ауыр хәле, күңел бушлығы тураһында зарлана. Шуныһы йәл - беҙ бер-беребеҙҙе йыш ҡына ишетмәйбеҙ, иң мөһим нәмәләрҙе ҡолаҡҡа элмәйбеҙ. Йәнәһе лә, кеше ҡайғыһы төштән һуң, үҙебеҙҙең проблемалар ҙа баштан ашҡан... Әгәр ҙә берәйһе өмөтһөҙлөк, рух төшөнкөлөгөнә бирелеп, үҙенең эштәрен тәртипкә килтерә башлаһа, мөлкәтен таратһа, уны тиҙ арала психологҡа күрһәтер кәрәк. Шулай иткәндә кешене ауыр уйҙарынан айындырырға, проблемаларын хәл итергә ярҙам итеп була.
    - Күпселектә кемдәр үҙ-үҙенә ҡул һала?
    - Утыҙ биш һәм илле йәштәге кешеләр. Уларҙан һуң етмеште уҙғандар - ҡурҡыныс аҙымға яңғыҙлыҡ, һаулыҡтың насарайыуы, ҡартлыҡ этәрә.
    Әйткәндәй, айырылғандар, буйҙаҡтар, тол ир-ҡатындар өйләнгәндәргә ҡарағанда йышыраҡ үлемгә саҡырыу ташлай. Үҙ-үҙенә ҡул һалып мәңгелеккә киткәндәрҙең һикһән проценты - ир-егеттәр. Ҡатын-ҡыҙҙар иһә өс тапҡыр йышыраҡ үлергә маташып ҡарай.
    - Ғүмерҙе ҡыйыуҙа милли үҙенсәлектәр бармы?
    - Төрлө халыҡта төрлөсә донъянан китәләр. Рәсәйҙә һуңғы йылдарҙа күпселек осраҡта һеркә кислотаһы эсәләр. АҠШ-та суицидтарҙың алтмыш проценты атыу ҡоралы менән башҡарыла. Канадала - ағыуланып үләләр. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау йәмғиәте мәғлүмәттәре буйынса, үҙен үҙе үлтереүселәрҙең иң түбән проценты Египетта. Шулай уҡ Италияла, Грецияла, Филиппиндарҙа тормошҡа һөйөнөп йәшәйҙәр. Элекке союздаш илдәрҙең араһында әрмәндәр ғүмерҙең һәр көнөнән ҡәнәғәтлек алып ғүмер итә. Унда үҙ ихтыярың менән үлеү - башҡа һыймаҫлыҡ ҡот осҡос хәл. Ә бына Литвала, Рәсәйҙә, Беларуста, Ҡаҙағстанда, Украинала кешеләр хоҙай бүләгенең ҡәҙерен белмәй.
    - Һәр ҡала-районда аҙна һайын суицид тураһында тиҫтәләгән факттар теркәлә. Ә нисек уларҙы иҫкәртергә?
    - Күпселек осраҡта суицид хаҡындағы уйҙар, алдан әйтеп китеүемсә, депрессиянан башлана. Уны алдан асыҡлап, медикаменттар һәм психотерапия ярҙамында дауалау суицидты иҫкәртергә мөмкинлек бирә.
    - Һуңғы һорау. Ҡайһы берәүҙәр, депрессияға бирелеүсән кешеләр янында үлем хаҡында һөйләшергә ярамай, ти. Йәнәһе лә, был тема улар өсөн бик тә хәүефле. Ысынлап та шулаймы?
    - Киреһенсә, үлергә йыйынып йөрөгән кешеләр менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеү уларға был уйҙан ҡайтырға булышлыҡ итә. Эс серен бушатыу уларға еңеллек килтерә. Кемдер үҙенә ҡул һалыу менән янай икән - был бик етди сигнал. Ғүмерлеккә йөрәктә үкенес ҡалмаһын өсөн бер-берегеҙҙе яратығыҙ, һаҡлағыҙ, спиртлы эсемлектәр менән мауыҡмағыҙ, наркотиктарҙан алыҫ булығыҙ.
    авторы: Баныу Ҡаһарманова | 10 декабря 2007 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Ғүмер бер генә, ҡәҙерен бел генә
  • Суицид. Ғәйепте кемдән эҙләргә?
  • Нисек тере ҡалырға?
  • Ғүмер бер генә – ҡәҙерҙәрен ...
  • Ғүмеребеҙҙең ҡәҙерен бел ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru