Булдыҡлы булмағанды булдырыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Алсаҡ кеше ул еңгәбеҙ
  • Кейемдең... төҫөнә ҡарап та ҡаршы алалар
  • Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!
  • АТТАР ДОНЪЯҺЫНДА
  • Телефон аша аҡса «эшләгән»
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Эх хин, аҙғын Сифилюс... Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья
    Эх хин, аҙғын Сифилюс...
    Француз табибы Бетанкурҙың «еңел ҡулы» менән енси юл аша таралған ауырыуҙар мифологик мөхәббәт алиһәһе Венераның исемен йөрөтә. Ғәҙеллек өсөн шуны әйтергә кәрәк - ҡағиҙә булараҡ, венерик сирҙәрҙе ошо бөйөк тойғо булмағанда йоҡторалар. Венерик ауырыуҙарҙың исемлеге ҙур ғына, һәм шуларҙың береһе - сифилис - республиканың ҡайһы бер райондарында «сәскә» ата.
    Күптәр сифилис менән ауырыған кешене һиңрәү тауышына һәм төпкә батҡан танауына ҡарап билдәләргә мөмкин, тип уйлап хаталана - медицина сирҙең бындай күренештәре менән күптән көрәшергә өйрәнгән. Ләкин ошо хаталаныу арҡаһында күптәр венерик сирҙең тәүге билдәләрен иғтибарһыҙ ҡалдыра һәм ҡәҙерле ваҡытты әрәм итә. Табипҡа күренерҙәр ине - йәмһеҙ сирҙән оялалар, һәм шуға ла икенсе ауырыуға һылтау эҙләй башлайҙар. Ә сифилистың башҡа сирҙәргә оҡшаған симптомдары ысынлап та бик күп. Юҡҡа ғына уны «бөйөк симулянт» тимәгәндәр. Хатта тәжрибәле табип-венеролог та лабораторияла анализдарҙы тикшермәйенсә ахырғы диагнозды ҡуймай. Әйткәндәй, сифилисты йоҡторғандарҙың етмеш проценты табипҡа үҙҙәре килмәй. Улар ошо ауырыу менән сирләгәндәрҙең контакттарын тикшергәндә, профилактик ҡарау мәлендә генә асыҡлана.
    Вайымһыҙ статистика билдәләүенсә, венеролог пациенттарының яртыһы сифилисты осраҡлы енси мөнәсәбәт мәлендә йоҡтора.
    Табиптар эпидемиологик сылбырҙы тергеҙгәндә башлана ла инде Шерлок Холмс өсөн эш. «Кем икәнен дә белмәйем бит әле, табип әфәнде, танышыуыбыҙға бер сәғәт тигәндә енси яҡынлыҡҡа индек, йылы ҡосағында ятҡанда уның фамилияһы ҡайғыһымы инде», - тип баш тырнай ирҙәр.
    «Аһ, танышыуыбыҙға бер-ике генә көн булды, ҡайҙа эшләгәнен, ҡайҙа йәшәгәнен ҡайҙан ғына беләйем!», - ҡатын-ҡыҙҙар был осраҡта үкереп илап сәстәрен йолҡа йә эстән үртәлеп тырнаҡтарын сәйнәй. «Эйе шул, нисек итеп оялмайынса партнерыңдың паспорт мәғлүмәттәрен һорайһың», - тип асыҡтан-асыҡ аптырай хәҙерге заман йәштәре. Әҙәп хаҡында ғәжәп төшөнсә, шулай бит: яҡшылап танышып та бөтмәйенсә енси яҡынлыҡҡа инергә мөмкин, ә исем-шәрифе тураһында һорарға - Аллам һаҡлаһын...
    Буйҙаҡтар араһында йоғошло сирҙе ғәҙәттә ҡатын-ҡыҙ тарата. Пациенткалар үҙҙәренең енси партнерҙарын һанай-барлай торғас, йыш ҡына шаҡтай оҙон теҙмә тулып китә. Иң ғәжәпләндергәне шул: енси талымһыҙлыҡ күрһәтеүҙәрен, аҙғынлыҡтарын берҙән-бер ҡабатланмаҫ (?) һөйөүҙәрен эҙләү менән аңлаталар... Ғаиләгә сифилисты ғәҙәттә ирҙәр «алып ҡайта»: командировка ваҡытында, поезда, ресторанда, дискотекала осраҡлы танышыу һәм «юл ыңғайындағы» ғына яҡынлыҡ... Әйткәндәй, алтмыштан ашыу процент сирлеләр сифилисты эскән саҡтарында йоҡтора (һалдырып алған кешегә диңгеҙ тубыҡтан бит).
    Ҡайһы бер ауырыуҙар үҙҙәренең интим бәйләнештәрен йәшерә һәм уларҙың эскерлелектәре һөҙөмтәһендә ауырыуҙар һаны геометрик прогресста арта.
    - Беҙгә лимфатик биҙҙәренең ҙурайыуына, сабыртмаға зарланып бер ир килде, - тип һөйләй Учалы үҙәк дауаханаһы дерматовенерологы Рөстәм Вафин. - Сифилис менән ауырыуын белгәс, шок кисерҙе. Беҙҙең бөтә рекомендацияларҙы теүәл үтәп, дауаланыу курсын үтте. Ләкин кемдәр менән енси яҡынлыҡта булғанын әйтмәне, йәшерҙе. Ике ай самаһы үткәндер, бер ҡыҙ ишеккә һаҡ ҡына туҡылдатты. Тәненә сыҡҡан алһыу таптарҙы күрһәтте: «Улар мине һис тә борсомай, ә шулай ҙа...» Лаборатория анализдары ҡыҙҙың сифилис менән ауырығанын раҫланы. Ҡайһы берәүҙәрҙән айырмалы рәүештә, һылыуҡай енси партнерҙарын йәшереп торманы. Улар араһында теге ир ҙә бар ине. Әгәр ҙә шул ир ваҡытында беҙгә үҙенең контакттары тураһында әйткән булһа, был ҡыҙ тағы ла алты кешегә сифилисты йоҡтормаған булыр ине. Ғөмүмән, ошо хәлде - типик күренеш тиер инем...
    Сифилис һаман да мәкерле ҡурҡыныс сир булып ҡала. Ул күпселектә енси юл менән тарала. Ләкин сифилис менән ауырыған кешенән һуң тәмәке төпсөгөн тартыу, бер үк помаданы ҡулланыу, «ҡайнар» үбешеү аша ла сирҙе йоҡторорға була. Тимәк, гигиенаның ҡағиҙәләрен үтәү, элементар ерәнеү тойғоһо көтөлмәгән хәлдәрҙән һаҡларға тейеш.
    Төҫһөҙ трепонема (төҫһөҙ спирохета) кешегә йоғоу менән бөтә организмды ағыулай - бер ағза ла, туҡыма ла ситтә ҡалмай. Инкубация ваҡыты - яҡынса дүрт-биш аҙна. Әммә инкубация осоро дүрт айға һуҙылыуы ла, өс аҙнанан кәмерәк булыуы ла ихтимал.
    Тәүге осорҙа ауырыуҙы ҡуҙғытыусы ингән урында ҡыҙғылтыраҡ тап барлыҡҡа килә, бер-ике көндән ул ҡатылана, тағы ла бер нисә көндән эрозияға әйләнә (ул ауыртмай). Ғәҙәттә, ҡаты шанкр сабый тырнағындай ғына ҙурлыҡта була. Ошонан һуң ете-ун көн үткәс, яҡында урынлашҡан лимфатик биҙҙәр кинәт ҙурайып китә. Сирҙең беренсел осоро уртаса алты-ете аҙна дауам итә. Аҙаҡ йәшерен осор башлана һәм кешеләр үҙҙәрен һауыҡтым тип уйлай. Әммә был аҫтыртын сирҙең тик башы ғына була...
    Шуға ла тәнгә ниндәйҙер таптар сыҡһа, баҙам биҙҙәре (миндалиналар) ҙурайһа, бер сәбәпһеҙ сәс ҡойолһа, тауыш ултырһа, осраҡлы енси яҡынлыҡ һаҡланыуһыҙ булһа тиҙ арала табиптарға мөрәжәғәт итеү зарур. Үҙаллы дауаланыу диагностиканы һәм артабан стационар шарттарында дауаланыуҙы ҡатмарлаштыра. Сифилистың киң таралыуын иҫәпкә алып, кешеләргә ябай хәҡиҡәттәрҙе иҫтәренә төшөрөргә тура килә: енси партнер даими һәм берәү генә булырға тейеш, осраҡлы яҡынлыҡ мәлендә мотлаҡ презерватив, антисептиктар (хлоргексидин-интимспрей, миромистин) ҡулланырға, ауырлы ҡатындарға ваҡытында иҫәпкә торорға, өйләнер алдынан енси юл менән таралған сирҙәргә тикшерелергә...
    Табиптың кәңәштәренә өҫтәп, сифилисҡа ҡаршы иммунитеттың юҡлығын да әйтергә кәрәк. Хәйер, белгестәр фекеренсә, бар бер ышаныслы «иммунитет» - ул «юғары әхлаҡлылыҡ» тип атала.
    Бану ҠАҺАРМАНОВА.

    Әйткәндәй...
    XVI быуаттың танылған табибы, фәйләсүфе һәм шағиры Джироламо Фракасторо 1530 йылда Еврпала киң таралған сирҙең симптомдарын тасуирлаған «яңы ауырыу» тураһында поэма яҙа. Шиғри әҫәрҙең геройы - сусҡа көтөүсеһе Сифилюс (автор «сис» - «сусҡа» йәки «сифлос» - «имгәткән», «зәғифләгән» грек һүҙҙәрен «филиа» - «мөхәббәт» һүҙе менән берләштергән). Аполлон сусҡа көтөүсеһен мөхәббәт мажаралары һәм тыңлауһыҙ, буйһонмаусан холҡо өсөн енес ағзалары ауырыуына дусар итеп язалай. Поэма сыҡҡандан һуң яңы ауырыуҙы Сифилюс исеме менән - сифилис тип атай башлайҙар. Шуға тиклем сифилистың өс йөҙгә тиклем атамаһы була: «неаполитан ауырыуы», «француз сире» һ.б. һ.б.
    1905 йылдың 3 мартында микробиолог Шаудинн менән сифилидолог Гоффман сифилисты таратыусыны - төҫһөҙ трепонеманы (төҫһөҙ спирохетаны) асалар.
    авторы: Баныу Ҡаһарманова | 10 декабря 2007 | | Фекерҙәр (1)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Янғындай ялмаған сир
  • Телерекламалар ни һөйләй?
  • Бер осрашыу – мең ғазап
  • ЭХ ҺИН, АҘҒЫН СИФИЛЮС...
  • Оҙаҡ йәшәүгә туғыҙ аҙ ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    #1 яҙҙы: avaseika (13 декабря 2007 16:10)  
    Проституция и связанные с ним венерические заболевания возникают только потому, что мужчины живут скотской жизнью, для них главное – физическое удовоьствие, по этой причине они курят, пьют, ведут разгульный образ жизни, женщина дя него не человек, а всего лишь объект для физиологических удовольствий. Поэтому, если человечество не перейдет снова к матриархарту, мужчины приведут мир к гибели.
    Теркәлгән: -- | ICQ:   
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru