Арыҫлан ҡойроғон тоттормаҫ, уңған ирҙәр һис кемдән оттормаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]Шәхестәребеҙгә ҡара яғырға юл ҡуймаҫбыҙ![/b]
  • Эш солтаны
  • Эсергәме-эсмәҫкәме – үәт мәсьәлә!
  • Ҡарбуз, ҡауын һәм нитраттар
  • Тантана
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Батуттар нимәһе менән хәүефле? Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья
    Балаһын аттракциондарҙа йөрөтөп кәйефен күргән ата-әсәләр улар­ҙың хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә тап килмәгәнен уйына ла килтермәй. Өфөнөң «1 Май» ял паркындағы батутта һикереп йөрөгәндә көслө ел ергә ныҡлап беркетелмәгән ҙур батутты әйләндереп ебәрә һәм унда өс бала зыян күрә. Алты һәм дүрт йәштәрҙәге ике бала ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға эләгә. Рәсәйҙең БР буйынса Тәф­тиш комитеты РФ Енәйәт кодексының 238-се статьяһының 2-се бүлеге (хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һанламай халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеү) буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Инструкцияға ярашлы, тын өрҙөрөлгән конструкциялар елдең тиҙлеге секундына 7 – 8 метр булғанда бөтөнләй ҡулланылмаҫҡа тейеш.

    Асылда, балалар майҙансыҡтарындағы карусель, батут, электр автомобилдәре, һыуҙа әйләнеүсе шар-ҙар­ҙың хәүефһеҙлек талаптарына яуап биреүен тик­ше­реү­се органдар бул­һа, бындай кү­ңелһеҙ хәл ҡабатланмаҫ ине. Йәйге осорҙа ғына бит күпме сабый унда йәрәхәт ала, ҡолап төшә. Тын өрҙөрөлгән батуттарҙа бәләкәй малай-ҡыҙҙар­ҙың өҫтөнә шуҡ тиҫтере һикер­һә, умыртҡа һөйәген, ҡулын-аяғын имгәтеү бер ни ҙә тормай. Өҫтәүенә, еңел кәүҙәле бала һикергәндә батуттан ситкә сығып осорға ла мөмкин. Абайлабыраҡ ҡараһаң, был конструкцияның ныҡлап беркетелеүе лә шик тыуҙыра. Атт­ракцион хужалары, балалар имгәнер тип, бер ҙә хәүефһеҙлек сараларын күрергә ашыҡмай. Аҙнаһына бер мәртәбә булһа ла ҡала туҙанына батып ултырған был аттракциондарҙы йыуып сығалармы икән тигән дә һорау тыуа. Уларға тик ҡулдарына аҡса ғына инһен. Иғтибарлы булайыҡ, ата-әсәләр!

    З. ХӘСӘНОВА.
    авторы: admin | 10 июля 2013 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Суицид. Ғәйепте кемдән эҙләргә?
  • Һорауға - яуап
  • Һорау-яуап
  • Һорау-яуап
  • Дайджест
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru