Ашын яратһаң, эшен дә ярат.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • БР Журналистар союзы идаралығы,
  • ХӘҘИСТӘР
  • “Аманат”тың өлкәндәргә аманаты
  • Енәйәт һәм яза
  • Ҡолаҡ һал!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ит изгелек – көт яуызлыҡ Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья
    Үткән аҙнала Бөрө ҡа­лаһында бер ир менән ҡатын урамда өшөп, бөршәйеп кенә ултырған берәҙәк бесәйҙе йәлләп, ашатырға булған. Ләкин хайуан, был изгелекте ҡабул итеп, рәхмәтле генә мыраулар урынға, әлеге ир менән ҡатынға ташланған. Уларҙы тешләп, ҡоттарын алған. Бахыр бесәй үҙе лә шундуҡ тиерлек яҡты донъя менән хушлашҡан. Ә ир менән ҡатынға әле прививкалар эшләйҙәр, Ал­лаға шөкөр, уларҙың һаулығына етди зыян килтермәгән.
    Асыҡланыуынса, бесәй ҡотороу сирен йоҡторған булған. Шуға ла әлеге ваҡытта Бөрө ҡалаһында ике айлыҡ карантин иғлан ителгән.
    Ҡотороу сиренә юлыҡҡан бесәйҙәр былтыр Ейәнсура, Балтас райондарында кешеләргә ташланғайны. Сиргә һабышҡан дүрт аяҡлы башҡа дуҫтарыбыҙ ҙа бар. Мәҫәлән, Әбйәлил районындағы бер ауылға ҡоторған бурһыҡ килеп, эттәр менән һуғышып аптыратҡайны.
    Әлбиттә, бесәйҙәр бер ваҡытта ла тик торғандан ке­шеләрҙе тешләмәй, улар ҡо­торған ваҡытта ғына агрес­сив­ҡа әйләнә. Ка­рантин ошондай сирҙәрҙең таралып китмәүенә булышлыҡ итер, тип ышанғы килә.
    Наимә СОЛТАНОВА.
    авторы: admin | 13 ноября 2014 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Көләмәстәр
  • Һауығыр өсөн тормошто яратығыҙ!
  • Эт тешләүҙән нисек һаҡланырға?
  • Изгелектең юҡтыр сиктәре
  • Дайджест
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru