Ҡарама тешенә, ҡара эшенә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Аҡ йыланды осратһаң – бәхеткә, имеш
  • Ҡарбуз күп!
  • Серле платина һәм мөғжизәле терегөмөш
  • Көләмәстәр
  • Күсәр
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Яңылыҡтар Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья
    Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов “Өфө” халыҡ-ара аэропортының яңы терминалында төҙөлөш эштәре барышы менән танышты. Аэропорттың генераль директоры Александр Андреев әйтеүенсә, төҙөлөш эштәре 85 – 90 процентҡа үтәлгән һәм терминалды марттың өсөнсө декадаһында файҙаланыуға тапшы­рыр­ға йыйыналар. Дөйөм майҙаны 16 мең кв. метр булған яңы терминал пассажирҙарҙы сит илгә сығарыу мөмкинлеген сәғәтенә 800 кешегә тиклем арттырасаҡ.

    Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премия тапшырыу тантанаһы үтте. Был бүләккә быйыл Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты Әхмәт Искәндәров, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы Ғәлийән Хәсәнов лайыҡ булды. Күренекле яҙыусы исемендәге премияны тапшырыу районда Әҙәбиәт йылын асыу тантанаһы менән тура килгән.

    Башҡортостандың балалар баҡсалары 2014 йылда Рәсәйҙең иң яҡшы 100 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы исемлегенә ингән. “Киләсәк мәктәбе” Бөтә Рәсәй белем биреү форумы сиктәрендә үткәрелгән конкурс һөҙөмтәләре буйынса, илдең иң яҡшы балалар баҡсаһы исемлегенә республикабыҙҙан 24 балалар учреждениеһы эләккән. Улар араһында Стәрлетамаҡ, Өфө, Нефтекама, Бөрө, Күмертау, Октябрьский, Шишмә, Белорет, Ишембай, Салауат, Межгорье ҡалаларының мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары бар.

    10 февралдә “Президент-отел”дең конференц-залында Башҡортостан журналистары медиафорумға йыйыласаҡ. Уны БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Эшлекле һәм иҡтисади журналистика ассоциацияһы ойоштора. Сара рәсми өлөштән һәм матбуғат хеҙмәттәре менән киң мәғлүмәт саралары араһындағы хеҙмәттәшлектең көнүҙәк проблемаларына арнал­ған өс “түңәрәк өҫтәл”дән торасаҡ.

    Иртәгә Башҡорт дәүләт университетында Асыҡ ишектәр көнө уҙа. Көн тәртибендә белем биреү программаларын презентациялау, лекциялар һәм уҡыу йорто музей­ҙары буйлап сәйәхәт ҡаралған. Сара көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.
    авторы: admin | 12 февраля 2015 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • «Йәшлек»тә ҡанат нығытҡан Таһир Ишкинин ...
  • Төп маҡсат – сәләмәт һәм белемле ...
  • Бәйгенең татлы йомғаҡтары
  • Алдынғы уҡытыусылар бүләкләнде
  • Премиялар тапшырылды
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru