Булмаҫ эште телгә алма.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]Дәүләт ярҙам күрһәтә[/b]
  • Хәтер юйылмаһа, улар тере ҡалыр!
  • Ниндәй төҫкә буярға?
  • Ҡояш кеүек, ул ергә белем-нур сәсә!
  • Йондоҙнамә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Йыһан театрына сәйәхәт Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья
    23 мартта Халыҡ-ара планетарийҙар көнө булды

    Планетарий – ул йондоҙҙар театры, ә сәхнәһе – йондоҙҙарҙы сағылдырыусы купол, төп ролдәрҙә – Ҡояш, Ай, планеталар, галактика һәм Ер шары.
    Йәкшәмбе көн Халыҡ-ара планетарийҙар көнө үтте. Был аҙ билдәле байрам тәү тапҡыр 1990 йылда Италияла үтә, 1994 йылда Рәсәйҙә һәм бер-нисә башҡа илдә билдәләнә башлағас ҡына халыҡ-ара статусын алған. Байрам төрлөсә, яҙ миҙгелендә көн менән төн тигеҙләшкән осорға яҡыныраҡ йәкшәмбелә үткәрелә. Ә быйыл был тигеҙлек 20 мартҡа (10 сәғәт 48 минут) тап килгән. Планетарийҙар көнөнөң маҡсаты ла халыҡты был «театр»ҙың эшмәкәрлеге менән таныштырыуға ҡоролған.
    Үкенескә күрә, бындай «театр»ҙар беҙҙә бик аҙ, 30-ға ла тулмай. Шул сәбәпле, улар хаҡында күптәр белеп тә бөтмәй.
    Донъяла улар астрономияны пропагандалау, кешеләрҙе беҙҙең планетабыҙҙан алыҫ урынлашҡан йыһан, йондоҙҙар, галактика донъяһы менән таныштырыу өсөн барлыҡҡа килгән. Йондоҙло күкте ярым сфера рәүешендәге куполда планетарий аппараты сағылдыра. Моғайын, «Йондоҙҙар театры»ның ҙур ҡалаларҙа булыуы яҡшылыр, сөнки ҡала уттары аша күк йөҙө, ундағы йондоҙҙар бөтөнләй күренмәй тиерлек.
    Донъяла тәүге планетарий 1924 йылда Германияла барлыҡҡа килгән булһа, Рәсәйҙә 1929 йылда Мәскәүҙә асыла һәм оҙаҡ йылдар эшләп килә, ләкин ул үҙгәртеп ҡороу заманында, шәхси ҡулдарға эләгеү сәбәпле, ябыла.
    Өфө планетарийының директоры Анатолий Денисов һөйләүенсә, беҙҙең «театрыбыҙ» 1964 йылда асыла һәм инде 44 йыл дауамында эшләп килә. Әлеге ваҡытта ул республикала ғына түгел, ә өлкәләр араһында ла берәү генә: сөнки үҙгәреш «ҡыйынлыҡтарын» Ҡаҙан, Силәбе, Екатеринбург планетарийҙары ла күтәрә алмай. Ә беҙҙеке һаҡланып ҡына ҡалмай, үҫеүен дауам итә. 1993 – 1995 йылдарҙа ул Президентыбыҙ М. Рәхимов, летчик-космонавт Г. Гречко ярҙамы һәм директоры А. Денисовтың тырышлығы менән реконструкциялана, Германияла «Карл Цейсс» фирмаһы тарафынан етештерелгән яңы проектор менән йыһазландырыла. Проектор компьютер ярҙамында хәрәкәткә килтерелә һәм йондоҙло күктең матурлығын сағылдыра.
    Үкенескә күрә, планетарийҙың обсерваторияһы юҡ һәм күкте телескоп аша күҙәтеү мөмкинлеге сикләнгән. Ләкин, космонавтика, астрономия байрамдарында планетарий алдындағы майҙанда ике ҙур булмаған телескоп аша теләүселәргә Айҙы, планеталарҙы йәки Венераның Ҡояш дискыһы аша үтеүен, Ай тотолоу кеүек күренештәрҙе бушлай күҙәтеү мөмкинлеге булдырыла.
    Планетарийға балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары, студенттар йыш йөрөй. Айырыуса ял көндәрендә, каникул ваҡытында бында зал гел тулы була. Райондарҙан килеүсе ҡунаҡтар ҙа күп.
    Әлеге ваҡытта планетарийға Германия һәм АҠШ илдәренән яңы ҡорамалдар көтәләр. Киләсәктә бында стереоэффекттар ҡулланыу, сит планета вәкилдәре тураһында тапшырыуҙар әҙерләү күҙаллана.
    Самат ҠОТЛОЕВ.
    Автор фотоһы.
    авторы: админ | 25 марта 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Венераның биш сере
  • Диңгеҙ инештән юл ала
  • Юбилярһыҙ юбилей
  • Март. Буранай
  • Акция дауам итә
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru