Бер эшлә, берәгәйле эшлә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ябай ғына ауыл кешеһе, үҙенең «Запорожец» автомобилендә юл ҡағиҙәһен боҙоп, «гаишник»ҡа эләгә:
  • «Төндә атыр гөл»
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Наркоманияға – юҡ!
  • Яңылыҡтар
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Тәүге Ер картаһына – 65 миллион йыл! Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Рәсәй Фәндәр академияһы ғалимдары тарихҡаса булған дәүерҙә кем тарафынандыр эшләнгән мөғжизәне тикшерә
    Тәүге Ер картаһына – 65 миллион йыл!
    Был ваҡиға 1993 йылда башлана. БДУ-ның инженер физикаһы кафедраһы мөдире, физика-математика фәндәре докторы, профессор Александр Чувыров, ҡала архивында соҡона торғас, Өфө генерал-губернаторының XVIII быуат менән билдәләнгән мәҡәләләренә юлыға. Унда Нуриман районының Чандар ауылы эргәһендә таныш булмаған билдәләр һуғылған ҡыҙыҡ ҡына ике йөҙләгән аҡ таш тураһында бәйән ителә. Башҡа архив документтарында XVII – XVIII быуаттарҙа Уралды тикшереүсе рус ғалимдары экспедицияларының был плиталарҙы ҡарауы тураһында һөйләнелә.

    авторы: Нур | 21 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Глобаль йылынын хэм унын эземтэлэре Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Һуңғы йылдарҙа йыһаныбыҙҙа глобаль йылыныу процесы барыуы тураһында төрлө фараз ҡалҡып сыға. Кемдер был процестың көсәйеүен раҫлай, икенселәр кире ҡаға. Ғалимдарҙың төрлө тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләренә беҙ ҙә әҙерәк күҙ һалайыҡ – улар араһында Уралыбыҙға ҡағылышлы мәғлүмәттәр ҙә юҡ түгел.

    авторы: Нур | 16 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ванганың күрәҙәлеге Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Бөйөк күрәҙәсе кешеләрҙе Аллаһы Тәғәлә ҡанундары буйынса йәшәргә саҡыра
    Ванганың күрәҙәлеге
    Фанилыҡтан баҡыйлыҡҡа күсер алдынан күренекле болгар күрәҙәсеһе Ванга, үлеме яҡынлашҡанын һиҙеп, XXI быуатта кешелекте ниндәй бәләләр көтөүе тураһында серҙәрен асҡан.
    1996 йылда уҡ һуҡыр күрәҙәсе бөтә донъяны тетрәтәсәк глобаль көрсөк килерен әйтеп биргән. Быға тиклем киноға төшөргә яратмаған Ванга үҙе өйөнә кино төркөмөн саҡырып ала һәм кешелеккә еткерер һүҙҙәрен әйтә.

    авторы: Нур | 16 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    КЕМГӘ «ЗАКАЗ» БИРӘҺЕҢ Ғәләмәт донья, Сәләмәтлек

    ТәбиҒәт серҙәренә күпме генә төшөнөргә тырышһаҡ та, әҙәм балаһын ғәжәпләндергән һәм әле булһа сер йомғағы булып ҡалған күренештәр етерлек. Нисек кенә фаразламайыҡ, тәбиғәт бар нәмәне лә кеше аҡылына әллә ни аңлашылып етмәгән тәртип буйынса, үҙенсә хәл итә лә ҡуя. Бына донъяға киләсәк баланың енесен алдан билдәләү, уны кеше теләгенә буйһондороу мәсьәләһе лә әле һаман ғалимдарҙың иғтибарын йәлеп иткән серҙәрҙең береһе булып ҡала. Ҡайсаҡ ғаиләлә тик ҡыҙ, икенсеһендә, киреһенсә, тик малайҙар ғына тыуа, ә ғаилә башлыҡтары, малайы булмаһа – малайлы, ҡыҙы булмаһа, ҡыҙлы булырға теләй.

    авторы: admin | 3 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    АЛХИМИЯ тылсыммы әллә фәнме Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    АЛХИМИЯ тылсыммы әллә фәнмеАлтын! Ул һаман да кешеләрҙе үҙенә ылыҡтыра, ярһыта, шаштыра, аҡылдан яҙҙыра, бәғзеләрҙе хатта енәйәткә, баш етмәҫлек ҡылыҡтарға этәрә. Алтын, тип, аталарын һатҡандар, яуға сыҡҡандар, үлгәндәр, терелгәндәр. Алтын, тип, дан ҡаҙанғандар ҙа бар, мәсхәрәгә ҡалғандар ҙа күп. Шул уҡ ваҡытта, һәр быуатта ла алтынды ҡанһыҙ-талашһыҙ ғына – яһалма рәүештә эшләп сығарыу юлдарын эҙләүселәр ҙә булған. Һүҙем тап шундай кешеләр – алхимиктар тураһында.

    авторы: admin | 13 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәхмәт һиңә, кеше! Ғәләмәт донья, Башҡортостан

    Рәхмәт һиңә, кеше!Боҙҙоң тирә-яғын балта менән сапҡыслап киңәйтеп сыҡтыҡ, яр әллә ни алыҫ түгел ине. Бер туҡтауһыҙ ҡалтыранған мәхлүкте өркөтөп ҡарайбыҙ. Урынынан да ҡуҙғалмай, тыпырсына. Күҫәк алып, артынан төртөп, этеп, манма тиргә батып, боҙға баҫтырҙыҡ. Ярҙан ер ташып, боҙҙоң тирә-яғына һипкәс, ул тороп китте.
    Ҡыш башы быйыл йылы, ҡарһыҙ килде. Был ауыл халҡына оло мәшәҡәттәр тыуҙырҙы. Һуғымды нисек итеп боҙмай һаҡларға, тип баш ваттылар. Ҡыштың йылы килеүе тәбиғәткә лә насар тәьҫир итте. Айыу үҙ мәлендә йоҡларға ятһа ла, йоҡа ҡарҙа кешеләр уның эҙҙәрен күргеләне. Күрәһең, уға ла ҡарһыҙ йылы ҡыш тәрән йоҡоға талырға ҡамасаулайҙыр. Бахыр ҡуяндарҙы әйтеп тораһы ла юҡ. Улар тәүге ҡарҙа аҡ тун кейгәйне, ҡар ирегәс, бөтә ғаләмгә фаш булып ҡалдылар.

    авторы: admin | 25 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан робинзоны Ғәләмәт донья, Башҡортостан

    Башҡортостан робинзоныБелорет көҙ миҙгеленең һуңғы көндәрен үткәрһә, бында иһә ысын мәғәнәһендә ҡыш! Әсе, көслө ел метр ярымдай яуып үткән ҡар буранын уйната. Көньяҡ Урал ҡурсаулығы директоры урынбаҫары Нәсир Арыҫлан улы Әлибаев халыҡ тарафынан онотолоп барған теге йәки был урындың тарихы менән таныштыра. Сәйербаш, Рәүәт йылғаһы, Шайтанатҡан ер, Саң арҡа... Ниһайәт, бына ул Собханғол ауылы ултырған ер. Трассанан 14 саҡрым ғына алыҫлыҡта булһа ла, ауылға ике сәғәт барҙыҡ. Хәҙер унда ни бары бер өй генә ултыра. Ҡасандыр үҙ мәсете, мәктәбе булған һәм йөҙ егерме өйҙән торған ауылдан иҫтәлектәр генә тороп ҡалған. Әйткәндәй, Ҡатай ырыуының Собханғол ауылына, тарихи йылъяҙмалар буйынса, тәүгеләрҙән булып нигеҙ һалынған. Үкенескә күрә, үҙгәртеп ҡороу заманының шауҡымы уны ла урап үтмәй, халыҡ эшһеҙлектән һәм ғаиләләрен ас-яланғас ултыртмаҫ өсөн тыуған ерҙәрен ташлап китергә мәжбүр була.

    авторы: admin | 23 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡыш бабай төрлө илдәрҙә төрлө ҡиәфәттә була hәм уларҙы төрлөсә атайҙар. Яңылыҡтар, Ғәләмәт донья

    Инглизсә hөйләшкән илдәрҙә – Англияла, АҠШ-та h. б. – уны Санта-Клаус тип атайҙар. Ҡиәфәте менән ул беҙҙең Ҡыш бабайға оҡшаған. Ҡыҙыл тунда, бүректә hәм кейеҙ итектә йөрөй. Ә бына Австралия Санта-Клаусы тунда йөрөй алмай, сөнки унда Яңы йылды йәй уртаhында ҡаршылайҙар.
    Франция Ҡыш бабайы Пер Нораль исемле. Ул ап-аҡтан кейенгән була.
    Монголияла иhә Ҡыш бабай йөнтәҫ тун кейгән көтөүсе ҡиәфәтендә.
    Вьетнамдар Яңы йыл төнөндә бер-береhенә сәскәгә беркетелгән персик ботағы бүләк итә hәм төн буйы усаҡ янында әкиәттәр hөйләй.

    авторы: admin | 20 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru