Ҡулалмашта ҡул талмаҫ, эшләгәндән ҡул ҡалмаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «Гөрләтеп эшләрлек шарттар бар»
  • Йондоҙнамә
  • Тарих менән киләсәкте бәйләй шәжәрә
  • [b]Орлоҡ һалығыҙ, тип көтә ер[/b]
  • Йөҙ йәшендә лә һикереп төшөп бейерлек
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Бөйөк hәләкәт сере Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Һәр кемдә, нилектән астрономдар Ергә килеп төшкәнсе Тунгус метеоритын күрмәгән, тигән hорау тыуырға мөмкин. Дөрөҫ hорау. Был hорауға, метеор Ергә Ҡояш яғынан килгән, шуға күҙәтеүселәр күрмәйерәк ҡалған, тигән әллә ни ышандырмаҫлыҡ яуаптан башҡа икенсеhен осратып булмай.

    авторы: Нур | 5 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бөйөк hәләкәт сере Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Тунгус метеоритының Ергә төшөүенә – 100 йыл
    Һаҙлыҡтарҙы өйрәнеүсе Л. Шумилова ентекле тикшеренеүҙәрҙән hуң, шартлау эпицентрындағы hәм уның тирә-йүнендәге hыулы воронкалар ергә метеорит бәрелеүҙән түгел, ә ер ҡуйынындағы мәңгелек туңлыҡтың боҙ линзалары иреү hөҙөмтәhендә, hәм шул сәбәпле ер өҫтө кимәле сигеүенән хасил булған уйпатлыҡтар, тигән hығымтаға килә.
    Өсөнсө экспедиция эшмәкәрлеге hөҙөмтәләре нигеҙендә Куликҡа воронка-депрессиялар йәки шартлау үҙәгендәге кәрлә күлдәр – метеорит кратерҙары тигән фекеренән баш тартырға тура килә.

    авторы: Нур | 3 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бөйөк hәләкәт сере Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Тунгус метеоритының Ергә төшөүенә – 100 йыл
    А. Куликтың яҡты иҫтәлегенә бағышлана.
    Автор.
    1908 йылдың 30 июненең тыныс бер иртәhендә ҡурҡыныс хәл килеп тыуа. Себерҙең үҙәк өлөшө халыҡтары көтмәгәндә килеп сыҡҡан икенсе ҡояшҡа оҡшаш ут шарының осоуын ҡоттары осоп күҙәтә.

    авторы: Нур | 1 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ерән эшһөйәрҙәр Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Ер йөҙөндә ниндәй генә хайуан, йәнлек, бөжәк төрҙәре юҡ. Тәбиғәттең айырылғыһыҙ бер өлөшө булған хайуандар донъяһында иң таралғаны – бөжәктәр. Улар араһында осоусылар ҙа, һөйрәлеүселәр ҙә, атлап йөрөүселәр ҙә бар. Бал ҡорттары, күбәләктәр, сиңерткәләр кеүек кешегә зыяны булмаған бөжәктәр ҙә, себен-серәкәй, талпан кеүек ҡан эскестәр ҙә киң таралған. Әҙер менән туҡланыусы, үҙ көсө менән аҙыҡ табыусы бөжәктәр ҙә юҡ түгел. Көн буйы тырышып-тырышып бал йыйған бал ҡорттарына ҡарап һоҡланаһың да, себен-серәкәйҙәрҙең әсе тешләүенән йонсойһоң. Шулай уҡ тырышлыҡтары, әрһеҙлектәре менән айырылып торған ҡырмыҫҡаларҙы ла билдәләп үтеү кәрәк. Ошо бәләкәй генә йән эйәләренең үҙҙәренән дә ҙурыраҡ ҡоро таяҡсалар һөйрәп килтереп, бөртөкләп ҡом ташып иләү ҡороуҙары һоҡланғыс күренеш бит. Кемегеҙҙең иләү янында ултырып, бер минутҡа ла тынмай йүгереп йөрөп эш менән мәшғүл булған ҡырмыҫҡаларҙы күҙәткәне бар? Ысынлап та, эшһөйәрҙәр төркөмө, шулай бит?! Хатта бал ҡорттары умартала тик кенә ултырырға мөмкин, ә ҡырмыҫҡалар эшһеҙ тормай. Иғтибар менән ҡараһағыҙ, иләү буйлап төрлө яҡҡа ваҡ-ваҡ ҡына һуҡмаҡтар таралған. Уларҙы һунарсы һәм фуражсы ҡырмыҫҡалар һала ла инде.

    авторы: Нур | 10 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ялҡаулыҡ насар ғәҙәтме? Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Ялҡаулыҡ – кешелектең иң насар сифаттарының береһе һанала. Ялҡауҙарҙы нисек кенә мыҫҡыл итмәйҙәр ҙә, нисек кенә яманламайҙар. Шул уҡ ваҡытта халыҡта «Ялҡау бәхетле була» тигән мәҡәл дә бар. Рус халыҡ әкиәттәрендә иһә бошмаҫ тормошто хатта пропагандалағандар. Мәҫәлән, Емеля мейес башынан тормайынса ғына батша ҡыҙы менән ярты батшалыҡҡа хужа булған. 33 йыл буйы йоҡлаған Илья Муромец йоҡонан уяныуы була, бөтә дошмандарҙы еңә. Иҫәр Иван да артыҡ көс түкмәй, уның өсөн барыһын да Конек-горбунок эшләй. Тимәк, уйланырға урын бар. Бәлки, ялҡаулыҡ бигүк насар сифат та түгелдер?! Германия профессоры Петер Акстың «Ялҡаулыҡ шатлығы» тигән китабы донъя күргән. Унда ул: «Маҡсатһыҙ эшһеҙлек – сәләмәтлек, бәхет һәм оҙон ғүмер нигеҙе», – тип белдерә. Ә француз психологы Майер Корин «Һаумы, ялҡаулыҡ! йәки Мөмкин тиклем әҙерәк эш эшләү сәнғәте» тигән китап сығарған. Был китаптарҙы һатыу рейтингы күрһәтеүенсә, кешеләрҙең эшһеҙ тороу темаһы менән ҡыҙыҡһыныуы Германия менән Францияла ғына түгел, бөтә донъяла ла ҙур.

    авторы: Нур | 17 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Телеңде йоторлоҡ Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Һаумы, ҡәҙерле «Йәшлек»!
    «Телеңде йоторлоҡ!» бәйгеhенә үҙемдең яратҡан салат рецебын ебәрергә булдым. Ул бик тәмле лә, файҙалы ла, сөнки төп составын тәшкил иткән ҡара торма С витаминына бик бай. Тик ул әсе булғас, күптәребеҙ ҡулланып бармай. Ә минеңсә әҙерләгәндә әсеhе бөтөнләй ҡалмай, төҫө лә матур килеп сыға.

    авторы: Нур | 1 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уйлыларҙы уйландырып Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    – Беҙҙә ҡыҙыҡ бер мәғлүмәт бар, әгәр «Йәшлек» гәзите өсөн кәрәк тип тапһаң, хәҙер үк уның менән бүлешергә әҙербеҙ. – Һәйтәк ауылынан Венера Шаһиева шылтыратҡас, ҡолағым шунда уҡ «ҡарп» итеп ҡалды. – Хәйретдин Аллаяров исемле ауылдашыбыҙ былтыр октябрҙә утын әҙерләгәндә ҡайын ағасының киҫемендә яҙыуға оҡшаған нәмә күргән. Беҙ Фәнит ағайың менән (тормош иптәше – авт.) шул киҫемде һиңә күрһәтәйек тигәйнек.
    «Йәшлек» гәзите уҡыусылары өсөн ҡыҙыҡ мәғлүмәтте үҙҙәре тәҡдим итеп торған кешеләргә нисек итеп, «юҡ, кәрәкмәй», тиһең – шунда уҡ осрашыу ваҡытын билдәләп, Шаһиевтарҙы түҙемһеҙлек менән көтә башланым. Һәм күп тә үтмәне, Фәнит ағай Һәйтәктән елдереп килеп тә етте. Уйлыларҙы уйландырып

    авторы: Нур | 1 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Былар ҡыҙыҡлы Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Йүргәктән үк
    алдаҡсылар


    Балалар ярты йәшлек сағынан уҡ ата-әсәһен алдай белә. «Ялған ҡысҡырыу – алданыуҙың тәүге формаларының береhе. Һеҙ быға үҙегеҙ инана алаhығыҙ: ҡысҡырыусы әсәй йәки атай яуап бирәме, юҡмы икәнен тыңлап бер аҙ тынып тора hәм ҡабат яр hала башлай», – тип иҫбатлай Британия психологтары. Һигеҙ айҙа балалар ҡатмарлыраҡ алдашыуҙы үҙләштерә, мәҫәлән, яңылыштан уйынсыҡ ватhа, әсәhенең йәки атаhының иғтибарын икенсе нәмәгә йүнәлтергә тырыша. Ике йәштә бәпестәр язанан ҡасыу өсөн оҫта итеп алдашырға hәләтле.

    авторы: Нур | 19 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru