Аҡрын барған аттан уҙған, йүгереп барған тайҙан ҡалған.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]БАШ ҠАЛА КӨНӨНӘ – ИКЕ САЛЮТ![/b]
  • «Гөрләтеп эшләрлек шарттар бар»
  • Эшләгең килмәһә... алма аша!
  • Вакцина әҙер, әммә...
  • Хужабикә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Төрмәгә – ғүмерлеккә Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Михаил Ходорковский менән Платон Лебедевтың иркенән мәхрүм итеү ваҡыты тағы ла 20 йылға оҙайтыласаҡ.
    Ходорковскийҙың адвокаты Юрий Шмид белдереүенсә, элекке олигархтарға яңы енәйәт эштәре асылған. Лебедев менән Ходорковский 450 млрд һум һәм 7,5 млрд доллар аҡсаны легалләштереүҙә ғәйепләнә. Уларҙы шулай уҡ дәүләт акцияларын урлауҙа, нефтте үҙләштереүҙә лә ғәйепләйҙәр. Адвокат әйтеүенсә, ғәйепләнеүселәргә 22,5 йыл төрмәлә ултырыу янай. 2005 йылдың майында олигархтар туғыҙар йылға иркенән мәхрүм ителгәйне.

    авторы: З. Йәһүҙина | 17 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Себергә ҡаты һыуыҡтар килде. Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Һауа температураһы 50 градусҡа тиклем түбәнәйгән. Алтай, Тыва, Хакас, Бүрәт Республикаларында, Краснодар крайы, Новосибирск, Иркутск һәм Чита өлкәләренең Fәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары һәм коммуналь хеҙмәттәре тәүлек әйләнә һенә эшләй. Норильск ҡала һындағы аэропорттан сатнама һыуыҡ, көслө ел арҡаһында самолеттар осмай, ҡай һыбер магистралдәр ҙә ябылған. Көнбайыш Себерҙең электр селтәрҙәре лә көсөргәнеш кисерә, энергетиктарға ла ял юҡ. Һыуыҡ Ҡурған өлкә һенә лә килеп еткән.

    авторы: З. Йәһүҙина | 17 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Төп бәлә – эскелектән Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Рәсәйҙең ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикабыҙҙа ошо көндәрҙә йәнә 16 янғын сығыу осрағы теркәлгән. Был хәүефле осраҡтар Өфө, Сибай, Нефтекама, Мәләүез, Белорет, Салауат ҡалаларына, төбәгебеҙҙең һигеҙ районына тура килә. Унда ике кеше һәләк булған, өсәүһе төрлө тән йәрәхәттәре менән ҡотолған, алты кеше ҡотҡарылған.
    Был янғындар яҡынса 373 мең һумлыҡ матди зыян килтергән. Утҡа ҡаршы көрәшкә барлығы 105 кеше һәм 40 берәмек техника йәлеп ителгән.
    Йыл башынан республикабыҙҙа 181 янғын сығыу осрағы теркәлгән, унда 24 кеше һәләк булған.
    Янғын сығыуҙың төп сәбәптәре булып саманан тыш спиртлы эсемлектәр ҡулланып, ут менән һаҡһыҙ эш итеү, иҫерек килеш тәмәке тартыу ҡала килә. Шулай уҡ электр сымдарының дөрөҫ тоташтырылмауы ла «ҡыҙыл әтәс»тең ҡотороноуына сәбәп булып тора.
    Ут менән шаярмайыҡ. Һәр кемдең ғүмере үҙ ҡулында икәнен онотмаһаҡ ине, дуҫтар!

    авторы: админ | 15 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    2008 йылда нимә көтөргә? Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Пенсионерҙар

    Пенсияның страховкалау өлөшө 1 февралдән 8 процентҡа, ә апрелдән тағы ла 7,5 процентҡа күтәреләсәк. 1 августан пенсияның төп өлөшөн дә  15 процентҡа арттырасаҡтар.

    Хәрбиҙәр

    Хәрбиҙәр һәм ошо өлкә пенсионерҙарының эш хаҡы ике этапта артасаҡ. Уларҙың килемдәре февраль һәм октябрь айҙарында туғыҙар процентҡа күтәреләсәк. Шулай уҡ хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың балаһы булғандарының  ҡатындары ай һайын 6 мең һум күләмендә пособие аласаҡ.

    авторы: Лилиә Сираева | 3 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эх хин, аҙғын Сифилюс... Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Француз табибы Бетанкурҙың «еңел ҡулы» менән енси юл аша таралған ауырыуҙар мифологик мөхәббәт алиһәһе Венераның исемен йөрөтә. Ғәҙеллек өсөн шуны әйтергә кәрәк - ҡағиҙә булараҡ, венерик сирҙәрҙе ошо бөйөк тойғо булмағанда йоҡторалар. Венерик ауырыуҙарҙың исемлеге ҙур ғына, һәм шуларҙың береһе - сифилис - республиканың ҡайһы бер райондарында «сәскә» ата.

    авторы: Баныу Ҡаһарманова | 10 декабря 2007 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Суицид Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Суицид һөҙөмтәһендә Рәсәй йыл һайын бөтә афған һуғышында һәләк булғандарға ҡарағанда күберәк кешеләрен юғалта» - был фекер рәсәйҙәр өсөн яңылыҡ түгел һәм бер кемдең дә иҫен китермәй. Күренеш ғәҙәтигә әйләнеп бара. Ә нимә кешене һуңғы аҙымға этәрә? Ниндәй сәбәптәр кешене һуңғы өмөтөнән мәхрүм итә? Башҡа илдәрҙә хәлдәр нисек? Ошо һорауҙарға Учалы психоневрология диспансерының баш табибы Рәмзиә Урузбаева яуап бирә.

    авторы: Баныу Ҡаһарманова | 10 декабря 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Монитор артындағы тормош йәки Кем күрше партала ултыра? Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Ғалимдарҙың фекеренсә, беҙ һуңғы йылдарҙа үҙ-ара аралашыуҙы бермә-бер кәметкәнбеҙ. Юҡ-юҡ, беҙ аралашыу һәләтен һис тә юғалтмағанбыҙ, ни бары әңгәмәләштәребеҙгә талапсаныраҡҡа әйләнгәнбеҙ. Ни өсөнмө? Ә кемгә уның ҡылыҡтарын башҡаларҙың баһалауы оҡшаһын?! Яҡындарыбыҙҙың кәңәштәре кәрәге бер тин булған өгөт-нәсихәт, буш вәғәз кеүек ишетелә. Ә инде шелтәләүҙәр, ғөмүмән, штыкка ҡабул ителә. Һинән күберәк белгән кеше йәнеңде көйҙөрә, бер нәмә лә белмәгәне – хәтереңде ҡалдыра, йәнәһе лә, кем менән мин бәйләнгәнем!Ә интернет - бына был, исмаһам, эш!

    авторы: Баныу Ҡаһарманова | 9 декабря 2007 | Фекерҙәр (6) | Тотош уҡырға
    Фәрештә - килен Ғәләмәт донья, Сатира һәм юмор!

    Әсәйем бала сағыбыҙҙа халҡыбыҙҙың бик борондан килгән ғибрәтле әкиәтен һөйләгәйне. Бер ир, ҡартайып, бәлйерәп бөткән әсәһен алама арбаға ултыртып, упҡынға ташламаҡ булып, юлға сыға. Йөк тартырға ярҙамлашыр тип, үҙенең кескәй улын да эйәртә. Арбаны этеп төшөрәм тигәндә генә малай атаһына: «Арбаны төшөрмәйек, өйгә алып ҡайтайыҡ», – ти. Атаһының: «Нимәгә ул һиңә алама арба?» – тигән һорауына улы бик етди төҫ менән яуап бирә: «Үҙең ҡартайғас, өләсәйҙеке кеүек тештәрең төшөп бөткәс, мин һине был упҡынға нимә менән килтереп ташлайым һуң?» Ошо ваҡиғаны яйы тура килгән һайын миҫал итеп һөйләр ине беҙгә әсәйем. Халыҡ педагогикаһына тартым әкиәт – миҫал бишебеҙгә лә иҫкәртеү булып, тормош юлынан әле лә оҙата килә.

    авторы: admin | 13 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru