Ике кәмә ҡойроғона йәбешһәң, береһен дә тота алмаҫһың.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ЙӘЙҘЕҢ БЕР КӨНӨ...
  • Һәләтле етәксе, тәжрибәле табип
  • Алсаҡ кеше ул еңгәбеҙ
  • Ҡарбуз күп!
  • Ҡасан башҡорт йәнһүрәте булыр?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Аҡыллы аҡһаҡал Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Бер кеше, бар ха­лыҡ алдында аҡыл эйәһен мәсхәрәләп:
    – Һин динһеҙ, һин эскесе, һин бур, – тип ҡысҡыра.
    Ә аҡыл эйәһе яуап урынына йылмайып ҡына ҡуя.
    Был күренеште күҙәтеп торған йәш егет:
    – Бындай хурлыҡлы, дө­рөҫ булмаған һүҙҙәргә ни­сек түҙеп тораһың? Һиңә ҡыйын түгелме ни? – ти.
    Аҡыл эйәһе тағы йылмая ла:
    – Әйҙә минең менән, – ти.

    авторы: admin | 30 января 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был аҙнала беҙҙе аптыратты ғәжәпләндерҙе Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Һиндостанда кремация усағындағы мәйет аңына килгән.
    72 йәшлек Дипак Сингх һыйыр­ҙарҙы ашатҡан ваҡытта аңын юғалта. Урындағы табип уның үлеүен билдәләй. Ярай ҙа ут төртөп өлгөрмәйҙәр, бабай туғандары сеңләп илаған ваҡытта уянып, тороп ултыра.

    авторы: admin | 29 декабря 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Яңыраҡ Санкт-Петербургта ғәҙәти булмаған никах теркәлгән. Унда ике ҡыҙ өйләнешкән, уларҙың береһе тыумыштан ир булып, енесен алмаштырыу буйынса операция яһатып, ҡыҙға әйләнгән. Тантанаға икеһе лә туй күлдәге кейеп килгән. Ошо сәбәпле, Санкт-Петербург депутаты һәм ғаилә ҡиммәттәрен яҡлап көрәшеүсе Виталий Милонов (“Берҙәм Рәсәй” партияһы) кейәү һәм килен традицион кейемдә булғанда ғына никахты теркәргә рөхсәт итеүсе закон проекты әҙерләгән. Унда шулай уҡ милли кейемдәр буйынса ла өҫтәмәләр буласаҡ.

    авторы: admin | 26 ноября 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Донъялағы иң ҡиммәтле сәғәтте аукционда 21 миллон долларға һатҡандар.
    Patek Philippe хронометры 1933 йылда Америка банкиры Генри Грейвздың махсус заказы буйынса эшләнгән. Кеҫәгә һалып йөрөтмәле сәғәттең 24 төрлө функцияһы бар. Хужаһы үлгәс, уны Чикаголағы Ваҡыт музейында һаҡлағандар. 1999 йылда сәғәтте Нью-Йорк эшҡыуары 11 миллон долларға һатып алған. Ун биш йылда уның хаҡы ике тапҡырға тиерлек артҡан.

    авторы: admin | 26 ноября 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Үткән шаршамбыла донъя космонавтикаһында яңы бит асылды – “Розетта” зондынан “Фила” аппараты айырылып сығып, Чурюмов-Герасименко кометаһы өҫтөнә ҡунды.
    Белгестәр йыһан есеменең төҙөлөшөн, уның ядроһын фотоһүрәттәр аша өйрәнә башланы.
    Әйтергә кәрәк, “Розетта” зонды ун йыл элек осоролғайны. 2011 йылда ул “йоҡо” режимына күсерелгәйне. Был аҙнала Ерҙән 500 миллион саҡрым алыҫлыҡтағы аппарат, программаһына ярашлы, “тоҡанды” һәм “Фила”ны ысын кометаға оҙатты.

    авторы: admin | 26 ноября 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Ҡытайҙың Гуанчжоу провинцияһында йәшәүсе программист егет һөйгән ҡыҙына тәҡдим эшләү өсөн күп уйлап тормаған.
    Ул үҙенең ике йыллыҡ эш хаҡына – 80 мең долларға 99 дана алтынсы айфон смартфоны һатып алған. Аҙаҡтан 11 ноябрҙә – Яңғыҙ йөрәктәр көнөндә айфондарҙы йөрәк формаһында теҙгән һәм ҡыҙына: “Миңә кейәүгә сыҡ”, – тигән. Тегеһе ризалашмаған.
    Ҡытайҙың социаль селтәрҙәре ҡулла­ныу­сылары, ҡыҙ ризалашмай дөрөҫ эшләгән, тигән фекерҙә. Ысынлап та, беҙҙеңсә 3,5 миллион һум аҡсаға егет ун автомобиль йәки фатир һатып ала алыр ине.

    авторы: admin | 26 ноября 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    үәт, “прикол”! Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Баш ҡаланың Октябрь райо­нында йәшәүсе оло йәштәге ҡатын мутлашыусылар тоҙа­ғы­на эләккән.
    Ул урамда булғанда, янына ике ир килеп һүҙ ҡушҡан. Бер аҙҙан улар ҡатындан: “Һеҙҙең һаҡлап тотҡан аҡсағыҙ бармы?” – тип һораған. Тегеһе “эйе” тигән, һәм ирҙәр, беҙ банкка барырға һуңланыҡ, беҙҙең долларҙарҙы һумдарға әйләндерегеҙ әле, тип мөрәжәғәт иткән.
    Ҡатын күп уйлап тормаған, өйөнә ҡайтып, документтарын алған. Унан һуң яңы таныштарын эйәртеп, банкка юлланған. Аҙаҡ иҫәптә ятҡан аҡсаны алып, ирҙәргә 716 мең һум аҡсаһын тотторған. Тегеләр иһә алмашҡа долларҙар биргән.

    авторы: admin | 25 ноября 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ит изгелек – көт яуызлыҡ Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Үткән аҙнала Бөрө ҡа­лаһында бер ир менән ҡатын урамда өшөп, бөршәйеп кенә ултырған берәҙәк бесәйҙе йәлләп, ашатырға булған. Ләкин хайуан, был изгелекте ҡабул итеп, рәхмәтле генә мыраулар урынға, әлеге ир менән ҡатынға ташланған. Уларҙы тешләп, ҡоттарын алған. Бахыр бесәй үҙе лә шундуҡ тиерлек яҡты донъя менән хушлашҡан. Ә ир менән ҡатынға әле прививкалар эшләйҙәр, Ал­лаға шөкөр, уларҙың һаулығына етди зыян килтермәгән.
    Асыҡланыуынса, бесәй ҡотороу сирен йоҡторған булған. Шуға ла әлеге ваҡытта Бөрө ҡалаһында ике айлыҡ карантин иғлан ителгән.
    Ҡотороу сиренә юлыҡҡан бесәйҙәр былтыр Ейәнсура, Балтас райондарында кешеләргә ташланғайны.

    авторы: admin | 13 ноября 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru