Ауыр эште күмәк ҡул еңгән.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Серле платина һәм мөғжизәле терегөмөш
  • Йәнлектәр донъяһы
  • Рәсәй көнө менән!
  • Һөйҙөргән дә, көйҙөргән дә...
  • [b]Ҡымыҙсы әбейем[/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ҡытайҙа коррупцияла ғәйепләнеп тотолған чиновниктар хаҡында махсус сайтта уҡырға мөмкин Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Ҡытайҙар “оҙон ҡуллы” хөкүмәт эшмәкәрҙәренән бик ялҡҡан һәм уларға ҡаршы көрәшеүҙең тағы бер ысулын уйлап тапҡан. Хәҙер намыҫы таҙа булмаған һәр чиновник дүшәмбене икеләтә ҡыйынлыҡ менән ҡаршылай, сөнки был көндө сайт яңыртыла. Бында ҙур коррупция күренештәрен генә түгел, ә бәләкәйерәктәрен дә табырға мөмкин: кемдер хөкүмәт автомобилен үҙ мәнфәғәтендә файҙаланған, кемдер һалым түләүселәр иҫәбенә төшкө аш ашаған...
    Сайттың апрель айында эшләй башлауы юҡҡа түгел – май байрамдары яҡынлаша. Был мәлдә чиновниктарҙың ҡулы айырыуса тиктормаҫҡа әйләнә икән.

    авторы: admin | 8 мая 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Батуттар нимәһе менән хәүефле? Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Балаһын аттракциондарҙа йөрөтөп кәйефен күргән ата-әсәләр улар­ҙың хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә тап килмәгәнен уйына ла килтермәй. Өфөнөң «1 Май» ял паркындағы батутта һикереп йөрөгәндә көслө ел ергә ныҡлап беркетелмәгән ҙур батутты әйләндереп ебәрә һәм унда өс бала зыян күрә. Алты һәм дүрт йәштәрҙәге ике бала ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға эләгә. Рәсәйҙең БР буйынса Тәф­тиш комитеты РФ Енәйәт кодексының 238-се статьяһының 2-се бүлеге (хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һанламай халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеү) буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Инструкцияға ярашлы, тын өрҙөрөлгән конструкциялар елдең тиҙлеге секундына 7 – 8 метр булғанда бөтөнләй ҡулланылмаҫҡа тейеш.

    авторы: admin | 10 июля 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ағыулы еләк эҙләйҙәр Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Рәсәй Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең («Роспотреб­над­зор») Баш­ҡор­тостан Респуб­ли­ка­һы буйынса идаралығы беҙҙең территорияла GII норовирусы менән зарарланған туңдырылған ҡурай еләген эҙләй.
    Был еләк республикаға Голландиянан индерелгән. Быға тиклем уның Польша эшҡыуарҙарынан алыныуы билдәле. Туңдырылған ҡурай еләгенең яраҡлылыҡ ваҡыты 2014 йылдың аҙағына тиклем, шуға ла ул беҙҙең магазиндарҙа һаман һатыла.

    авторы: admin | 5 июля 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Былар ҡыҙыҡлы Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Донъялағы иң ҙур диңгеҙ тауы Яңы Зеландия менән Самов араһындағы диңгеҙ төбөндә. Ул 8690 метр бейеклектә урынлашҡан, ә түбәһе – һыу өҫтөнән 365 метр түбәнлектә.
    ***
    Донъялағы иң тәүге океанариум 1938 йылда Американың Флорида штатында асылған. Көн һайын уның гигант һыу һауыттарына 26 миллион литр диңгеҙ һыуы ҡойола.
    ***
    Донъялағы иң ҙур аквариум шулай уҡ Флорида штатында. Ул 1986 йылда асыла. Унда 90 төрлө өс мең балыҡ бар.

    авторы: admin | 24 декабря 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    АҠСАЛАР НЫҠ ҺАҠЛАНА Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    АҠСАЛАР НЫҠ ҺАҠЛАНАЭлек банкыларҙа ҡатын-ҡыҙҙар бөтөнләй эшләмәгән. Ләкин быны гүзәл затҡа яуаплы эште ышанып тапшыра алмау, дискриминация тип аңларға кәрәкмәй. Эш шунда: беҙҙең көндәргә тиклем ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙҙарға ауыр, яуаплы эште бирмәгән. Көслө зат вәкилдәре һәм, ғөмүмән, йәмғиәт, ҙур яуаплылыҡ талап иткән эш гүзәт затҡа тап килмәй, ҡыҙҙарҙы һаҡларға кәрәк, тип һанаған. Яуаплы урындар биләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың психологияһы боҙола, көнитмеше насарая, тип ҡурҡҡандар. Бына шулай, беҙҙе элек һаҡлап, ҡурсып ҡына торғандар.
    Ә хәҙер банкыларҙа эшләүселәр араһында ҡатын-ҡыҙҙар күпселекте тәшкил итә. Башҡортостан Республикаһының Милли банкыһында ла хәл шулай уҡ. Әйткәндәй, был мөһим учреждение ошо көндәрҙә юбилейын 145 йыллығын билдәләй.
    Ошо айҡанлы БР Милли банкыһында журналистар өсөн пресс-тур ойошторолдо.

    авторы: admin | 13 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был аҙнала беҙҙе... хәүефләндерҙе... Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Удмуртияла әллә күпме снарядтың шартлауына килтергән янғындың сәбәбен һаман асыҡлай алмайҙар.
    Унда ике кешенең үлеүе аныҡ билдәле. Республиканың хоҡуҡ һаҡлау органдарынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡурҡыуҙан йөрәктәре ярылыу арҡа­һында ике кеше яҡты донъя менән хушлашҡан.
    Рәсми булмаған мәғлүмәт сығанаҡтары, янғында 18 кеше һәләк булған, тип тә билдәләй.

    авторы: admin | 15 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был аҙнала беҙҙе... Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Перуҙа президент һайлауҙары алдынан бер генә көн булһа ла «ҡоро закон» индереп торғандар. Бөгөн илдәге бер генә кеше лә эсә алмаясаҡ. Барҙарҙа, ресторандарҙа, магазиндарҙа спиртлы эсемлектәр һатыу тыйыла. «Ҡоро закон»дың тормошҡа нисек ашырылыуын тикшереү өсөн 10 меңдән ашыу кеше йәлеп ителгән.
    Спиртлы эсемлектәрҙе һатыу­ҙы һәм ҡулланыуҙы бер генә көнгә булһа ла тыйыуҙы тәьмин итеүселәр бер юлы ике ҡуяндың ҡойроғон тоторға йыйына – һайлау көнөндә илдә тәртип буласаҡ һәм халыҡ һыраһыҙ ҙа, шарап­һыҙ ҙа йәшәп булыуын аңлаясаҡ.

    авторы: admin | 15 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был аҙнала беҙҙе... һағайтты... Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    3 июндән «Россельхознадзор» Мысырҙан картуф алып килеүгә ваҡытлыса сикләү индерҙе – картуфта һоро бактериаль серек ҡуҙғытҡысы табылған.
    «Россельхознадзор»ҙың Башҡортостан буйынса идаралығының үҫемлектәр карантины бүлеге начальнигы урынбаҫары Гүзәл Шаһиева әйтеүенсә, республикаға быға тиклем Мысырҙан картуф килтерелмәгән, тик Рәсәй төбәктәренән генә килтерелгән картуф һатыла.

    авторы: admin | 15 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru