Ашыҡҡан эштә хәйер юҡ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондознамэ
  • Юлдарыбыҙ булһын имен
  • Балаларҙың ялы ял булһын
  • Хәҙистәр
  • [b]ИҒлан[/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Был аҙнала беҙҙе... ҡайғыға һалды... Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Төркиә курортында Рәсәйҙән килеп эшләүсе һәм ял итеүсе өс кеше метанол менән ағыуланып үлде.
    Уларҙың өсөһө лә, яхтала асыҡ диңгеҙгә экскурсияға сығып, алкоголле эсемлектәр ҡулланған булған. Әлегә шул ғына билдәле – ағыуланып үлеүселәрҙең өсөһө лә Рәсәйҙән килгән йәш ҡыҙҙар.
    Яхтала бөтәһе 100 кеше йөҙгән, уларҙың 70-е – рәсәйҙәр. Ә ағыуланыусыларҙың һаны – 22 һәм уларҙың бөтәһе лә – беҙҙең ил кешеләре. Ни өсөн метанол менән тап беҙҙең ҡыҙҙарҙың ғына ныҡлап ағыуланыуы аңлашылып бөтмәй.

    авторы: admin | 15 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауыХалыҡта «Үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел» тигән аҡыллы әйтем бар. Дөрөҫөрәге, мин-минлекте, үҙеңде башҡаларҙан өҫтөн күрһәтеүҙе ситкә ҡуйыуға ишара яһалған.
    Башҡорт борондан тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортҡа табынып йәшәгән, уларҙы изгеләштергән. Ислам дине инә башлағас та был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, тигеҙлектән ҡалҡыу ер Күк Тәңреһенә яҡын урын тип һаналған. Ғәҙәттә, ағасһыҙ, башы тигеҙ тауҙы изгеләштергәндәр, йәғни халыҡ араһында хөрмәт ҡаҙанған заттарҙы тау башына ерләү ҡаралған. Шуға ла, сәбәпһеҙгә тауға менеп, үлән-ерен тапап йөрөү, хатта сыбыҡ-сабығын да һындырырға ярамай, тигән тыйыу йәшәй. Әйтәйек, баш ҡалаға яҡын Торатау, Көнгәктән тыш, Әүлиә, Аҡҡашҡа исеме менән билдәле тауҙар һәр төбәктә тиерлек бар.

    авторы: admin | 27 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әйткәндәй Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    XXI быуаттың башына ин­деецтар­ҙың дөйөм һаны 60 млн кешене тәшкил итә, ырыуын юғалт­ҡан индеецтар менән бергә – 75 млн.
    Мичиган университеты ғалимдарының генетик тикшереүҙәре һөҙөмтәһенә ярашлы, уларҙың ата-бабалары борон Америкаға Беринг боғаҙының «Беринг күпере» тип аталған юлы аша төньяҡ-көнсығыш Азиянан күсеп килгән. Күсенеү сама менән беҙҙең эраға тиклем – 70 меңеңсе, беҙҙең эраның 12 меңенсе йылдары арауығында булған.
    «Ҡыҙыл тәнлеләр» тигән термин индеецтарҙың тән төҫөнә тура килеп етмәй. Элек беотуки ҡәбиләһе кешеләре тәнен охра менән буяр булған, шуға ла Европанан килгәндәр бөтә индеецтарҙы ла үрҙәгесә атай башлаған. Беотуки ҡәбиләһе халҡы ХIХ быуатта тулыһынса юҡҡа сыҡҡан.

    авторы: admin | 27 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Изге йолалар боронғонан килә, киләсәккә ҡала Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Индеецтар – Американың аҫаба халҡы. Улар үҙ тамырҙарын һулытмаҫҡа тырыша, традицияларын күҙ ҡараһылай һаҡлай. Йәшәү менән үлемде лә башҡаса ҡабул итәләр. Шуныһы ҡыҙыҡ: ҡайһы бер ҡәбиләләрҙә кешенең тыуған көнө тип ул тыуған ваҡыт түгел, ә беренсе тапҡыр көлгән сағы иҫәпләнә. Быны кем күрә, балаға исемде лә шул бирә. Әйткәндәй, исем ҡушыу ҙа мауыҡтырғыс күренеш. Кеше урамға сыға һәм Юғары рух тәбиғәт аша уға ни «әйтә» (ысынбарлыҡта кеше йә берәй нәмә күреп ҡала, йә ишетә, тоя), сабыйҙы шулай исемләйҙәр. Мәҫәлән, Бейеүсе Койот, Ике Айыу йә Уйнаусы Ел һ. б.
    Боронғо славяндарҙыҡы кеүек үк, индеецтарҙың байтаҡ йолаһы Ҡояш һәм Ай циклдарына бәйле. Мәҫәлән, ай циклына ярашлы, «светлодч» (индеецтарса – нипи) йолаһы бар. Ул бер аҙ ғына мунса инеүҙе хәтерләтә – эҫе таштарға һыу һибәләр һәм ғибәҙәт ҡылалар.

    авторы: admin | 27 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «О метако ясень» Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    «О метако ясень»йәғни «Барығыҙ ҙа ҡәрҙәштәрем», – тип сәләмләй америка аҫабалары.
    Индеецтарҙы күп малайҙар кинофильмдарҙан яратып ҡарай, ундағы ҡыйыу геройҙарға оҡшарға тырыша. Һыбай оҫта йөрөгән, уҡтан мәргән атҡан һунарсы индеецтар нимәһе менәндер беҙҙең боронғо ата-бабаларға ла оҡшаш кеүек. Етмәһә, күсмә өйҙәре – вигвамдары, үҙҙәренсә, типи, беҙҙең тирмәне хәтерләтә. 1492 йылда Америкаға беренсе Европа вәкилдәре килгәнсе бында бик үҙенсәлекле халыҡ йәшәгән.

    авторы: admin | 27 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Былар ҡыҙыҡлы Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Мысырҙа 27 йәшлек ҡатын бер ваҡытта ете сәләмәт бала – дүрт ул һәм өс ҡыҙ – тапҡан. Ете игеҙәк тыуыу – бик һирәк күренеш. Шулай ҙа былтыр Алжирҙа ла шундай осраҡ теркәлгән. Әле балалар махсус контейнерға урынлаштырылған. Йәш әсә был ваҡиғаны үҙе ҡабул иткән дарыуға бәйләй. Ғаиләлә быға тиклем өс ҡыҙ тыуған була, ә ата менән әсә малай теләй. Яңы тыуған ете бала ла сәләмәт. Мысырҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ғаиләне тәүге ике йылда сабыйҙар ризығы һәм подгузниктар менән тәьмин итергә әҙер икәнен белдергән.

    авторы: Нур | 26 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иң тәрән күл Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Себерҙең «зәңгәр күҙе» тип йөрөтөлгән Байкал күле Рәсәйҙең көнсығышында, Себер тауҙары һәм урмандары араһында, урынлашҡан. Өҫкө майҙаны буйынса ул донъяла туғыҙынсы урында торһа ла, үҙенә һыйҙырған һыу күләме буйынса беренсе урынды биләй. Донъялағы ер өҫтөндәге эсәр һыуҙың биштән бер өлөшө тип әйтерлек Байкалға тура килә. Ер йөҙөндә бер ваҡыт сөсө һыу бөтһә, ул 40 йыл буйы Ер шарында йәшәгән бөтә халыҡтың һыуһынын ҡандырыр ине.
    Байкал күленә 336 йылға ҡоя. Уны уратып алған тауҙар ҡаты тоҡомло таштан һәм йылғалар үҙҙәре менән башҡа матдәләрҙе алып инмәй тиерлек. Шуға ла һыуы тап-таҙа һәм үтә күренеп тора. Тик көньяҡ өлөшөндә генә ул сәнәғәт предприятиелары тарафынан бер аҙ бысратылған.

    авторы: Нур | 26 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Серле табыш тарихҡа юлыҡтырҙы Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    220 йылдан ашыу ерҙә ятҡан 5 тинлек баҡыр аҡса
    Серле табыш тарихҡа юлыҡтырҙы
    Баҡса ерен ҡаҙған ваҡытта көрәгемә эләгеп сыҡҡан бер бәләкәй генә түңәрәк әйберҙе ҡулыма алдым да тупрағынан таҙарта башланым. Таҙартҡан һайын ул бәләкәйләнә, йоҡара барҙы һәм тимер тәңкәне хәтерләтте. Табышты төрлө шыйыҡсаға һалып ҡуйыуҙан фәтүә сыҡманы – ышҡып ялтыратырға булдым. Ышҡый торғас, тәңкәлә беренсе хәреф күренде: баҡһаң, баҡыр аҡса 220 йылдан ашыу ерҙә ятҡан.

    авторы: Нур | 26 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru