Етеҙ үҙен бөтөрөр, әкрен эшен бөтөрөр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Рәсәй көнө менән!
  • Фәһемле лә, күңелле лә үтте
  • Ниндәй төҫкә буярға?
  • Харамдан тыйыла беләбеҙме?
  • Тағы төштәргә ҡайта әйләнеп
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Гималай тауҙары – «донъя ҡыйығы» Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Гималай-Ҡараҡором тауы – иң бейек континенталь тау системаһы. Ул Ҡытайҙы Һиндостан менән Пакстандан айырып тора. Ә Непал менән Бутан тулыһынса Гималай тауҙары биләмәһендә урынлашҡан. Донъялағы иң бейек ун тау тап Гималайҙа. Уларҙың иң ҙуры – Эверест – Непал менән Тибет сиктәрендә.
    Гималай тауҙары яйлап бейегәйә бара, сөнки тауҙар теҙмәһен барлыҡҡа килтергән процестар һаман да дауам итә. Донъялағы иң ҙур һәм бейек Тибет та (уның бейеклеге 4875 м тәшкил итә) ошо процестар арҡаһында хасил булған. Киләсәктә, бәлки, миллионлаған йыл үткәс, кем белә, Эверестан да бейегерәк яңы тау үре барлыҡҡа килер.
    Тауҙар «үҫкән» һайын улар ямғыр һәм ел, һыуыҡтар һәм ҡар «һөжүм»енә дусар була. Тәбиғи көстәр йоғонтоһо аҫтында эрозиялар, үҙенә ылыҡтырып торған осло, үткер тау үрҙәре барлыҡҡа килә. Әйткәндәй, ваҡыт үтеү менән был үрҙәр яҫы һырттарға әүерелә.

    авторы: Нур | 26 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Лилипуттар иле булған, тиҙәр... Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Лилипуттар иле  булған, тиҙәр...
    Донъя ғалимдары даими рәүештә ниндәйҙер асыштар яһап торһа ла, боронғо ҡайһы бер серҙәр һаман да сиселеп бөтмәй ҡала. Ер йөҙөндә беҙгә тиклем йәшәүселәрҙән күп кенә «иҫтәлектәр» ҡалған: Мысыр пирамидалары, Арҡайым, Шүлгәнташтағы һүрәттәр һ.б. Мәҫәлән, ғалимдар Мальталағы мөһабәт ҡорамдарҙы кем төҙөүен аныҡ ҡына әйтә алмай. Был цивилизация серле рәүештә юҡҡа сыҡҡан...

    авторы: Нур | 26 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ғәләмәт ҙур астероид менән бәрелешеү Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Бындай ваҡиға була ҡалһа, кешелек, ысынлап та, юҡҡа сығасаҡ. Әммә заман астрономияһы әллә нисә яҡтылыҡ йылы алыҫлығындағы астероидтарҙы ла күреү мөмкинлеге бирә. Шулай ҙа ғалимдар был сәбәпте ентекле өйрәнә. Әгәр ҙә, тип фаразлай улар, астероид океанға төшһә, гигант буранка (воронка) барлыҡҡа килә лә төрлө йүнәлештә цунами «юл ала». Был саҡта Ер шары 4 – 30 минут эсендә 70 – 250 метр тәрәнлектә һыу менән ҡаплана. Ярты минуттан был соҡор тигеҙләнеп, ергә икенсе тулҡын китә.
    Астероидтарҙың 1 сантиметрҙан 1000 километрға тиклем ҙурлыҡта булыуы мөмкин. Ҡояш системаһында бер саҡрымдан ҙур диаметрлы астероидтар 30 мең самаһы. Уларҙың ҡайһы берҙәренең орбитаһы Ерҙеке менән киҫешә.

    авторы: admin | 22 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    2012 йыл. Сираттағы заман ахыры... Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Донъяла 2012 йылғы сираттағы ахыры заман етеү, йәғни кешелектең йәшәүҙән туҡтауы тураһындағы фараз менән ығы-зығы ҡуба бара. Хатта донъяның ни сәбәпле бөтөрөнөң бихисап күҙаллауы барлыҡҡа килгән. Ысынлап та, беҙ, йәғни кешеләр – Ер шарының төп хужалары, ҡасан бар булғанбыҙ ҙа, ҡасан юҡҡа сығасаҡбыҙ һуң? Боронғо майя ҡәбиләһе иҫәпләп ҡалдырыуынса, 2012 йылда донъя бөтәсәк, уларса «бишенсе, һуңғы, Ҡояш үләсәк». Планета ғалимдары, ахыры заманға килтереүсе сәбәптәрҙе берәм-бөртөкләп һанай торғас, иң мөһим 13-өндә (ниндәй һан бит әле!) туҡталған. Әлбиттә, был исемлектәге ҡайһы бер сәбәптәр юҡҡа тиң, әммә һағайта. Шуларҙың бер нисәһен ҡарайыҡ.

    авторы: admin | 22 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сәскәйҙәре толом-толом... Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Сәскәйҙәре толом-толом...Коллегабыҙ, Ейәнсура ҡыҙы Гөл­нар Юлдашбае­ваның толомоноң оҙонлоғо 2 метр 30 сан­­ти­метрҙан ашыуыраҡ. Гимназияның 9-сы синыфында башҡорт теле дә­ресе бара. Уҡыу­сылар, си­хыр­лан­ған кеүек, уҡытыу­сы ағайҙарына текләгән. Үҫмер­ҙәрҙең һушын алырҙай нимә һөйләй һуң уҡы­тыу­сы? Ниңә балалар унан күҙҙәрен дә ала алмай?
    Бер аҙҙан бөтә синыф бер юлы еңел тын алып ҡуя, һәм парталар араһынан: «150!», «Юҡ, 152!» – тигән шыбырлау үтә. Уҡытыусы аптыраулы ҡарашын балаларға төбәй. Ағай­ҙарын күҙ ҡарашынан аңлап торған үҫмер ҡыҙҙар һәм малайҙар, үҙҙәрен хилаф эштә тотолған кеүек һиҙеп, баштарын түбән эйә. Араларындағы сая ҡыҙ, хәйләкәр йылмайып, аңлашылмаусанлыҡты юйырға тырышып: «Азамат Рәмилевич, беҙ һеҙҙең Гөлнар апайҙың сәс бөртөгөн бармағығыҙға нисә тапҡыр урағанығыҙҙы һанап ултырғайныҡ», – тип аҡлана.
    Баҡһаң, уҡытыусы си­ныф­­ҡа яңы теманы аңлат­ҡанда пинжәгенең еңенә Гөл­нарының эләгеп килгән сәсен, үҙе лә аңғармаҫтан, бармағының осо­на урап торған икән. Һиңә ҡырҡ күҙ ҡарап ултыр­ғанда сәс­те иҙәнгә ташлап булмай бит инде – сәс «ҡулсаһын» бармағынан саҡ тағатып алып, кеҫәһенә һалып ҡуя.

    авторы: admin | 15 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Юғалған тойғолар Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Күреү йәки ишетеү һәләтен юғалтҡан кешеләр үҙҙәренең физик етешһеҙлеген икенсе тойоу органдарының һиҙемләүе көсәйеүе аша ҡаплай.
    Ҡайһы бер осраҡта юғалтҡан һиҙемләү тойғоһоноң икенсе органдарҙа килеп сығыуы мөмкин.
    Иң билдәле шундай осраҡ тураһында танылған невролог һәм психиатр Ломброзо хәбәр итә. Өс ай ҡаты ауырығандан һуң 14 йәшлек ҡыҙ күреү һәләтен юғалта. Әммә ул, күрәм, тип ата-әсәһен аптырата. Бер нәмә лә аңламаған ата-әсәһе уны Ломброзоға алып килә. Доктор ҡыҙҙың дөрөҫтө һөйләйме икәнен белеү өсөн күп кенә тәжрибә үткәрә. Күҙен бәйләп, алдына төрлө әйберҙәр һалып ҡарай. Шуныһы ҡыҙыҡ: ҡыҙ төҫтәрҙе айыра, хаттарҙы ла уҡый ала.

    авторы: admin | 17 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Бөркәнсек»тә тыуғандар Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    1891 йыл. Фолкленд утрауҙары эргәһендә «Тәүге йондоҙ» судноһында кашалот шлюпканы ауҙара. Алты балыҡсы ҡотола, береһен кашалот ҡойроғо менән бәреп үлтерә, ә һигеҙенсеһе – йәш моряк Джеймс Бартли – юғала. Шулай ҙа кашалотты үлтереп өлгөрәләр. Бер нисә сәғәт буйына балыҡсылар судно палубаһында кашалоттың түшкәһен эшкәртә һәм шул саҡ ашҡаҙанында ниндәйҙер хәрәкәт барлығына иғтибар итәләр. Ашҡаҙанды ярып ҡарағас, ҡурҡыштан туҡтап уҡ ҡалалар. Унда аңһыҙ Джеймс ятҡан була. Тимәк, уны кашалот йотҡан булып сыға. Балыҡтың тән температураһы шул тиклем юғары була – Бартли хатта аңын юғалта. Уны ҡотҡарыуға өлгәшәләр. Әммә был ваҡиғанан һуң моряк бары тик биш кенә йыл йәшәй.

    авторы: admin | 17 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ер аҫтында йәшен йәшнәгән Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Ер аҫтында йәшен йәшнәгәнБыл хәл 1996 йылда Ладога күленең төньяҡ ярында була. Август төндәренең береһендә урман ҡарауылсыһы өйөнә ҡайтып бара. Көтмәгәндә күктә нимәлер ялтлап ҡала һәм аяҡ аҫтында ер һелкенә, шаулай башлай. Был геүләү туҡтағас, урман өҫтөндә янып торған шар ҡалҡып сыға.
    Аптыраған урмансы бер аҙ көтөп тора ла, урмандың янып китмәүенә инанғас, артабан юлын дауам итә. Ә икенсе көндө был урынға килеп еткәс, сәйер һәм аңлата алмаҫлыҡ күренешкә осрай.

    авторы: admin | 17 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru