Кеше эше менән маҡтанма.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «Ассамблея үҙ бурысын лайыҡлы үтәй»
  • [b]Милләттәштәр, шөкөр, рухлы әле, Күршеләрҙә йәшәп ятһа ла[/b]
  • Мосолман ғаиләһен тәьмин итергә бурыслы
  • Һөйҙөргән дә, көйҙөргән дә...
  • ӨС АУЫР ҺОРАУ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • ХХ быуат аша Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Израиль ғалимдары ике мең йыл буйы һаҡланған ағас һөйәгенән финик пальмаһын үҫтергән. Был финик һөйәген боронғо йәһүд ҡәлғәһе Масадты тикшергәндә алып барылған ҡаҙыныуҙар һөҙөмтәһендә бүтән матди мәҙәниәт әйберҙәре менән бергә табалар.
    ХХ быуат аша «әсәй» булған был орлоҡ бөгөн үҫемлеккә ғүмер биргән иң ҡарт орлоҡ тип һанала. Быға тиклем бары тик Ҡытай ғалимдары ғына 200 йыл буйы ерҙә ятҡан лотос орлоғонан үҫемлек шыттырып сығара ала.

    авторы: admin | 17 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бразилияла тәңкәһеҙ, тиреһеҙ балыҡ тотҡандар Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Бразилияла тәңкәһеҙ, тиреһеҙ  балыҡ тотҡандарБразилияның төньяҡ-көнбайышындағы Баия штатында фәнгә билдәле булмаған балыҡ тотҡандар.
    Оҙонлоғо 183 сантиметр, ауырлығы 40 килограмм булған балыҡ фәнни эксперимент ваҡытында 1000 метр тәрәнлектә яңылыш ҡына ҡармаҡҡа килеп эләгә. Уны һыуҙан сығарғанда уҡ тикшеренеүселәрҙе ғәҙәти булмаған тышҡы ҡиәфәте аптырата: тиреһе лә, тәңкәләре лә булмай, ә кәүҙәһе ҡуйылығы буйынса майға оҡшаш желенан тора.
    Океанологтар алдында был балыҡтың йәшәү урынын, ниндәй класҡа ҡарауын билдәләү мәсьәләһе тора. Тикшеренеүҙәр үткәрелгәндән һуң табылған ғәжәйеп балыҡ Баия штатының Федераль университеты музейына тапшырыласаҡ.

    авторы: admin | 17 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сәйер тап килеүҙәр Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Был, моғайын, донъяла булған тап килеүҙәрҙең иң сәйерелер.
    Өс карап Менан боғаҙында йөҙ йыл тирәһе арауыҡ менән һәләкәт кисерә. Беренсе карап 1664 йылдың 5 декабрендә бата. Борттағы 81 пассажирҙың тик береһе генә – Хью Уильямс ҡына иҫән ҡала. 1785 йылдың 5 декабрендә, теүәл 121 йыл үткәс, боғаҙҙа тағы бер судно һыу аҫтына китә һәм тағы ла бары тик Хью Уильямс исемле кешегә генә тере ҡалыу бәхете тәтей.
    Ике караптың бер айҙың бер үк көнөндә һәләкәткә осрауы әле иң аптыратырлыҡ нәмә түгел – тормошта төрлө хәлдәр була, ә бына икеһендә лә бер үк исемле кешенең тере ҡалыуы мистика түгелме ни?! Әммә был тап килеүҙәр бының менән генә бөтмәй.

    авторы: admin | 17 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кеше – ялҡын сығанағы Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Был хәл 1993 йылда Минск ҡалаһының бер йортонда була. Бер фатирҙың түшәм һәм стеналарынан эҫе бөркөлә башлай. Аҫтағы ҡатта янғын сыҡҡандыр тип ҡурҡып, улар 01 телефоны буйынса шылтырата. Янғын һүндереүселәр әле ишектән үтмәҫ элек үк эштең янғында түгеллеген аңлай. Ишек артында төтөн дә, ут та, бер ниндәй тауыш та һиҙелмәй. Йоҙаҡты ватып, аш-һыу бүлмәһенә ингәс, улар 70 йәшлек хужабикәнән ҡалған бер өйөм көл һәм уның ике бөтөн аяғына тап була.
    Ҡатындың кәүҙәһе, ике аяғын һанамағанда, тулыһынса янып бөткән, ә тирә-яғындағы хатта еңел яна торған әйберҙәргә бер ни ҙә булмаған.

    авторы: admin | 17 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Таштар ниңә яна? Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Таштар ниңә яна?Кешеләр йыш ҡына киҫкен еҫ сығарыусы таштарға юлыға. Уларға ҡағылыусыларҙың хәле насарайыуы, тиреләренең сей яра менән ҡапланыуы күҙәтелә. Ташҡа нимә менәндер һуҡһалар, көтмәгәндә ҡыҙып китеүе йә шартлауы ла бар. 1976 йылда Коми АССР-ында табылған Ертом ташы менән дә шулай була. Был таш балыҡсыларҙың иғтибарын сағыу аҡ төҫтә булыуы менән йәлеп итә. Балыҡсыларҙың береһе ташҡа таяҡ менән һуҡҡас, ул янып китә һәм үҙенсәлекле киҫкен еҫ сығара башлай. Ташты ярып ҡарарға теләгәс, ул көслөрәк янып китә.

    авторы: admin | 17 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Индонезиялағы Яңы йыл Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    ЯЛ итеү, йөҙөү, ҡомда ҡыҙыныу, сәйәхәт һәм тарихи урындарҙы күреү өсөн Индонезияның Бали утрауына йылына төрлө илдәрҙән биш миллионға яҡын кеше килә. Эргәлә генә диңгеҙ, яр буйында ап-аҡ йөҙөү бассейндары. Ғинуарҙа һауа температураһы 32 – 37 градус эҫе була. Ошо мәлдә сәфәр ҡылырға тура килде был илгә. Унда 2010 йылды ҡаршыланым.
    ...Байрам кәйефе һәр кемдә һиҙелә. Төрлө емеш һалып бешерелгән ваҡ ҡына пирожкиҙар өйөлгән батмустарҙы баштарына «йәбештереп алған» ашнаҡсы егет-ҡыҙҙар килеүселәрҙе ял йортоноң кокос пальмаһы баҡсаһында ҡаршы ала һәм һыйлай. Ниндәй генә ризыҡ юҡ унда – тропик емештәр, манго, дуриян, джамбу кеүек аш-һыу, бында үҫкән йәшел сәй, ҡәһүә һәм хатта һыу ҙа тәҡдим иттеләр. Артабан 1999 – 2001 йылдарҙа эшләгән элекке президент Абдрахман Ваһидиҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар, ул 2009 йылдың 30 декабрендә вафат булған икән.

    авторы: admin | 17 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һағынам һине, Алмания... Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Һағынам һине, Алмания...Гете һәм Шиллер, Бах һәм Бетховен, Ницше Һәм Гумбольдт тыуған ер. Гейне һәм Һендель әҫәрҙәренә әсирләнеп, Мессингтың мөғжизәләренә иҫе китеп, Вагнер музыкаһына хайран ҡалып йәшәгән немец халҡы. Европа һәм Рәсәй кешеләрендә генә түгел, бөтә донъя өммәтендә ике төрлө фекер, ике төрлө мөнәсәбәткә сәбәпсе булған Германия… Ҡасандыр был ер, был ил донъяға бөйөк фәйләсуфтар Фридрих Фоншеллингты, Эммануил Кантты, Артур Шопенгауэрҙы, Фридрих Гегелде һәм юғарыла телгә алынған Фридрих Ницшены биргән. Классик музыкала бөйөк немец композиторҙарына тиңләшеүсе юҡ. Шул уҡ ваҡытта кешелек тарихы фашизм идеологияһынан да әшәкерәк, ҡот осҡосораҡ бүтән сәйәси йүнәлеште хәтерләмәй.
    Ниндәй һин, Алмания? Ни өсөн бар ғаләмде хайран итерлек шиғриәт һәм музыка, аҡыл һәм асыштар менән йәнәшә әҙәм балаһының рухын һындырған, намыҫын тапаған ҡурҡыныс нацизм идеяһы ла һине үҙ иткән? Хәйер, фашизмдың, нацизмдың милләте юҡ инде ул, шуға күрә мин һине Гитлер атлы йәлләд менән дә бер итеп ҡа­рарға теләмәйем.
    … Һағынам мин һине, Алмания. Инде фани донъяны ташлап киткән яҡын кешеләремде һағынам һәм был яҙмаларымды уларҙың яҡты иҫтәлегенә бағышлайым.

    авторы: admin | 23 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Былар ҡыҙыҡлы Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    2006 йылда донъяның 1,1 мил­лиард кешеһе таҙа эсәр һыуға ҡытлыҡ кисергән.
    Дөйөм һыу ресурстары 1390 миллион куб. км тәшкил итә, шуның 1340-ы – донъя океаны һыуы. Сөсө һыу 3 процент тәшкил итһә, уның 0,3 проценты ғына техник яҡтан файҙаланырлыҡ.
    2000 йылға донъяла һыу ҡул­ланыу тәүлегенә 26 540 миллиард литрға еткән, йәғни һәр кешегә 4280 литр тура килә.
    Бөгөн һыу етешмәүҙән донъ­я­­­­­ның 43 илендә 700 миллиондан ашыу кеше яфалана. Күҙаллауҙар буйынса, 2025 йылға был проблеманың 3 миллиард кешегә янауы бар.

    авторы: admin | 20 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru