Иртә барһаң - ит бешә, һуңға ҡалһаң - бит бешә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ике тапҡыр донъя чемпионы Александр Радулов Өфөлә уйнауына бик шат
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • [b]«Бөтә мәктәп менән – «Йәшлек»кә!» конкурсы тамам[/b]
  • Кер һәм күңел таҙалығы
  • Ҡарбуз, ҡауын һәм нитраттар
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Төндә кеше йоҡлай ғынамы? Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Статистика буйынса, йөҙ кешенең дүртәүһе – илерек (лунатик). Төн уртаһында, мәғәнәһеҙ ҡарашын бер нөктәгә төбәп, йорт буйлап йөрөгән кешене күрһәң, ҡурҡып та ҡалыуың ихтимал. Әммә бында ҡурҡырлыҡ бер нәмә лә юҡ. Аттар ҙа, мәҫәлән, аяҡ өҫтө йоҡлай.
    Роберт Стивенсон, Пушкин кеүек үк, ятҡан килеш ижад итергә яратҡан. Ҡайһы саҡта эш барышында үҙенең тамамланмаған сюжетын ҡарай-ҡарай йоҡлап та киткеләгән һәм йоҡоһонда яҙмаһын дауам иткән. Уянып киткәс, башҡарылған эшенә ҡарап, үҙе ғәжәпләнгән.
    XVIII быуатта Италия композиторы Джузеппе Тартини менән булған ваҡиға тағы ла хикмәтлерәк. Бер мәл төндә уның ҡатыны скрипкала уйнағанына уянып китә.

    авторы: admin | 13 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ағыулы ҡаяу балаларға ҡағыла Яңылыҡтар, Ғәләмәт донья, Башҡортостан

    Гәзитебеҙҙең үткән һандарында башҡорт халҡын кәмһеткән, һәр яҡлап мыҫҡылларға тырышҡан «Новости Уфимской губернии» (элекке «Уфагубъ») сайтының «шәп эшмәкәрлеге» тура­һында яҙғайныҡ инде. Һуңғы көндәрҙә, унда «Һылыуҡай» гүзәллек конкурсында ҡатнашыусы ҡыҙҙарға ла яла яғыла. Улай ғына ла түгел, конкурсанткалар­ҙан тупаҫ рәүештә көлөү ярылып ята.
    «Губернасы»лар хатта порнография материалдарын да ҡулланды, тик бер нисә көндән һуң фотоларҙы үҙҙәре үк сайттарынан кире алды (сайт авторҙары быға: «Күп һанлы һорауҙар һәм бер конкурсантканың әсәһенең үтенесе буйынса алдыҡ», – тип аңлатма биргән була. Үҙҙәре уйлап сығарған әшәкелеккә ниндәй булһа ла яуап кәрәк тә инде). Улар, йәнәһе лә, конкурс бына шулай үткәрелә, тип, инде нисәмә йыл уҙғарылып килгән мәҙәни сараға бысраҡ ташламаҡсы булды. Әйткәндәй, фотоларҙың беҙҙең ерлеккә хас түгел икәнлеген ябай күҙ менән дә күреп була ине.

    авторы: admin | 28 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Донъяла шундай биналар бар Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Донъяла шундай биналар бар Донъяла хәрефте хәтерләткән йорт та буласаҡ. Төҙөлөп бөткәс, ул мотлаҡ иң үҙенсәлекле биналар исемлеген тулыландырасаҡ, тип әле үк күҙаллай­ҙар.
    Прага тағы бер уникаль архитектура емеше менән ҡыуандырмаҡсы. Инглизсә «W» хә­ре­фенә оҡшаған йортта меңәрләгән офис ҡына түгел, ә фатирҙар ҙа урынлашасаҡ.
    Сингапурҙа иһә тиҙҙән «Минең хыялым, беҙҙең күҙаллау» тип исемләнгән болот-небоскреб барлыҡҡа киләсәк. Ул халыҡ-ара күргәҙмә өсөн павильон итеп төҙөлә һәм ялтырау кимәле үҙгәреп торған 3,866 мең куб формаһында буласаҡ.

    авторы: admin | 6 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һыртландағы әүлиә шишмәһе Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Һыртландағы әүлиә шишмәһеБашҡортостан – әүлиәләр иле, тибеҙ. Дөрөҫтөр ҙә, сөнки әүлиә ҡәберҙәре, изге заттар ерләнгән урындар, эргәһендә урғып сыҡҡан шифалы шишмәләр һәр төбәктә тиерлек бар. Сөнки Урал – халҡыбыҙҙы туфан һыуынан ҡотҡарған изге ер. Әүлиәләре күп булған халҡымдың. Уларҙың береһе Ағиҙел буйындағы Изге тауҙа ерләнгән. Мәләүез районының күрше Күгәрсен ра­йо­ны менән сиктәш кенә бик матур урынында Һыртлан ауылы бар. Ул Әүлиә тауының итәгендә генә ултыра. Ҡыпсаҡ ҡәбиләһенең Бошман-ҡыпсаҡ ырыуына ҡараған башҡорттар донъя көтә бында. Өйҙәре бер генә урамға теҙелгән. Әжәлгә дарыу булырҙай һыуын һыулаусыларҙың тыуған ауылы хаҡында ғалим Ә. Әсфәндиәров яҙған тарихи мәғлүмәттәргә иғтибар итәйек. Ауыл 1786 йылғы картала күренмәй. Ләкин уның урынына Ишем ауылы бар. 1795 йылда ғына Һыртлан булараҡ билдәләнә башлай. 23 өй иҫәпләнеп, 190 кеше йәшәй. 1819 йылда Һыртланда 31 өйҙә 186 кеше ғүмер иткән. 10-сы рәүиз мәғлүмәттәренә ҡарағанда, халыҡ арта төшә, 88 йорт иҫәпләнеп, 542 кеше йәшәй.

    авторы: admin | 4 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Маңлайында Хоҙай тамғаһымы әллә? Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Маңлайында Хоҙай тамғаһымы әллә?Былтыр яҙғыһын беҙҙең бейәбеҙ маңлайында ярым айға оҡшаш һыҙаты булған ҡолон килтерҙе. Быға әллә ни ғәжәпләнмәнек тә. Сөнки бынан күп йылдар элек бер атыбыҙҙың маңлайында ла йондоҙ рәсеме булғайны. Уны «Йондоҙ» тип йөрөттөк (үкенескә күрә, үҙ ваҡытында фотоға төшөрөп ҡалмағанбыҙ).
    Әлеге ҡолон 1 майҙа донъяға килде. Байрам көнө тыуғас, уны «Байрам» тип исемләнек. Байрам – йәш булһа ла бик йыуаш, аҡыллы малҡай. Ҡулға ла бик тиҙ эйәләште. Шулай ҙа артыҡ иркәләүҙе яратмай. Үҙе башҡа тиҫтерҙәренән бер нимәһе менән дә айырылмай. Һуңғы ваҡыттарҙа ошондай ғәжәп хайуандар тураһында гәзит биттәрендә күпләп яҙалар. Беҙ ҙә Байрамды фотоға төшөрөп алдыҡ һәм уны башҡаларға ла күрһәтергә булдыҡ.
    Ышанмаһағыҙ, килеп ҡарағыҙ!

    авторы: admin | 19 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Енәйәтселек – ҡанда Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Докторҙың Кембридж университетындағы хеҙмәттәштәре стресс гормоны – кортизолдың түбән кимәле менән егеттәрҙең үҙҙәрен ҡыҙыу тотоуы араһында бәйләнеш булыуын асыҡлаған. Үҫмерҙәр енәйәтте үҙенә бер төрлө мәғәнәһеҙлек һәм ҡанһыҙлыҡ менән ҡыла. Бәләкәй енәйәтселәрҙең күбеһе һуңынан ни өсөн шулай эшләгәнен аңлата алмай. Тәүҙә быны – уңышһыҙ ғаиләгә, насар төркөмгә, ауыр ваҡытҡа, ә хәҙер компьютер уйындарының насар тәьҫиренә һәм гангстер фильмдарына бәйләйҙәр. Ғалимдар үҫмерҙәрҙең был агрессияһын ҡанда кортизолдың аҙ булыуы менән аңлата. Шуға күрә улар хәүеф-хәтәргә бирешмәүсән. Уңышһыҙ ғаиләләрҙә һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарында иҫәптә торғандарҙа бындай мутация юғарыраҡ.

    авторы: admin | 12 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Гиннестың рекордтар китабынан Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Гиннестың рекордтар китабынанМиллионерлы банк. Нью-Йорктың «Гольдмен Сачс» инвестиция банкы үҙендә иң күп миллионер эшләүе менән дан тота. 2001 йылда унда дөйөм милектәре 2,2 миллиард доллар тәшкил иткән 10 миллионер эшләй.

    Иң һуҙылыусан тире. Бөйөк Британияның Гарри Тернер исемле кешеһенең тән тиреһе 15,8 см-ға һуҙыла, имеш. Был батырлыҡ һөҙөмтәһе түгел, ә ирҙең сире арҡаһында. Тоташтырыусы туҡымалар функцияһы боҙолоп, һеңерҙәр, эске ағзалар, тире ҡаҡшай. Шунлыҡтан тиренең һығылмалылығы өсөн яуап биргән коллаген үҙ бурысын үтәй алмай һәм тире нескәрә, һуҙыла.

    авторы: admin | 3 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Майя ҡәбиләһе ни әйткән? Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Боронғо индеецтар ҡәбиләһе – майялар ҡояш ғүмерен билдәләп, яҡтыртҡысыбыҙға һандар ҙа беркетеп ҡуйған. Нәҡ ниндәйҙер катастрофа, һәләкәт арҡаһында «иҫкеһе» юҡҡа сығып, яңы ҡояш тыуған, ти. Беренсе Ҡояш 4008 йыл яҡтыртҡан һәм ер тетрәүҙәр арҡаһында юҡҡа сыҡҡан.
    Икенсе Ҡояш 4010 йыл «йәшәп», ҡаты ел, уның ҡот осҡос циклондары һөҙөмтәһендә һәләк булған. Өсөнсөһө иһә, 4081 йыл кешелекте йылытып, вулкан кратерҙарының утлы ямғыры тарафынан йотолған. Дүртенсе Ҡояш 5026 йыл күктә йөҙгәндән һуң, бөтә донъяны туфан баҫҡас, юҡ булған. Артабан бишенсе Ҡояш тыуған. Ул беҙгә бөгөн дә яҡтырта һәм «хәрәкәт ҡояшы» булараҡ билдәле, йәғни майя индеецтары күҙаллауынса, ошо эпохала Ер хәрәкәте үҙгәреп, һәләкәткә килтерәсәк, имеш.

    авторы: admin | 3 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru