Иренгән эш һөймәҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йәштәр «Майҙан» клубына йыйылды
  • Баш йортомдағы телде башҡорт аңлаймы?
  • Кусэр
  • Арғымаҡ «Керчь»тың яҙмышы
  • ТАКСИ ЭШЕ ТӘРТИПКӘ ҺАЛЫНА
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Тау башында төпһөҙ күл, ҡыҙыҡһынһаң, сумып күр Ғәләмәт донья, Башҡортостан

    Тау башында төпһөҙ күл, ҡыҙыҡһынһаң, сумып күрӘҙәм балаһы, тормош мәшәҡәттәренә баштан-аяҡ сумып, донъяның шул тиклем дә хозур икәнлеген абайламай. Ә бына үҙебеҙ йәшәгән ауылды, тәбиғәт мөйөшөн киноға төшөрөп, телевизорҙан күрһәтһендәр әле – уның матурлығына хайран ҡалып, ысынлап та, шулай уҡмы икән ни беҙҙең яҡтар, тип уйлап ҡуяһың. Баҡһаң, ошо йәмлелек көн дә, сәғәт, минут һайын күҙ алдыңда торғанлыҡтан, уға күҙҙәр өйрәнеп, үҙең дә күнеп китәһең икән. Тик ситтән килгән кешеләр ауыҙынан ишетеп кенә, уларҙың күҙе менән ҡарап, Башҡортос­таныбыҙҙың ғәжәйеп төбәк икәненә инанаһың.
    Бер нәмәне һаман да онота алмайым: ситтән килгән йәш әңгәмәсемдең, самолеттан төшөп, Өфөгә аяҡ баҫҡас, күктең зәңгәрлеген күреп, һауаның сафлығын тойоп, саҡ һушы китмәгән. «Бындай ҙа бейек, таҙа, саф күкте тәүгә күрҙем, бындай һауаны тәүгә һуланым», – тигәненә, был шаярталыр, тип, хатта ышанғы ла килмәгәйне. Икенсе тапҡыр иһә, ғөмүмән, сит илдән килгән ҡунаҡтың: «Күгегеҙ ҡайһылай асыҡ зәңгәр. Башҡа бер ерҙә лә бындай күкте ос­ратҡаным юҡ», – тигәненә тағы ла ғәжәпләнгәйнем. Шулай инде, бөтә нәмә лә сағыштырыуҙа ғына беленә бит.

    авторы: admin | 3 ноября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кеше организмының фән тарафынан сиселмәгән серҙәре Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    1-се сер
    «Һимеҙҙәргә көнләшәм»

    60 йәшлек Джон Перриҙың хыялы – һимереү. Ул көнөнә әллә күпме чипсы, татлы һәм юғары калориялы ризыҡ ашай. Әммә кәүҙәһенең ауырлығы 45 килограмдан артмай. Джон бәләкәй саҡта тулы кәүҙәле булған, тик тәнендәге май бер төн эсендә тиерлек юҡҡа сыҡҡан. Табиптар тәүҙә уны, ашҡаҙан сире менән ауырый тип уйлай, әммә оҙайлы тикшереүҙәрҙән һуң уның организмының ябай кешенекенә ҡарағанда алты тапҡырға күберәк инсулин бүлеп сығарыуы асыҡ­ланған. Тимәк, организмда глюкоза менән шәкәр тиҙ эшкәртелеп бөтә, май йыйылмай. Теләгәнсә аша, әммә һимермә – һәр өсөнсө ҡатын-ҡыҙ шул хаҡта хыялланалыр. Әммә Перриҙың ысулын файҙаланыу кәрәкмәй. Орга­низмда инсулиндың артыҡ булыуы уның әҙ булыуына ҡарағанда күпкә зыянлыраҡ.

    авторы: Альбина | 3 ноября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йоҡоғоҙ тәмле булһын! Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Йоҡоһоҙлоҡ, йоҡламай таң аттырыу... Был турала күпме хисле шиғыр, музыкаль альбомдар ижад ителгән. Ә бына татлы йоҡоға талырға теләп тә, йоҡоһоҙлоҡтан интегеүселәр өсөн был бер ҙә романтика түгел, ә оло проблема. Айырыуса, көҙгө айҙарҙа йоҡоһоҙлоҡ интектерә. Ә насар йоҡлау, йоҡо туймауы, иммунитетты ҡаҡшатыу менән бер рәттән, төрлө хроник сирҙәрҙе киҫкенләштерә.
    Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, кешегә үҙен яҡшы тойоу өсөн уртаса һигеҙ сәғәт йоҡо кәрәк. Шулай ҙа йәште, нервы системаһын һәм йәшәү рәүешен иҫәпкә алып, йоҡоға талап төрлөсә лә булырға мөмкин. Керпек тә ҡаҡмай таң аттырған, ете төн уртаһында ла күҙҙәрендә йоҡоноң әҫәре лә булмаған, йә биш минут һайын уяныуҙы фәнни телдә инсомния тип йөрөтәләр. Ул нисек барлыҡҡа килә һуң?

    авторы: admin | 27 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ерҙә сәйер тереклек күпме? Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Был һорауға ғалимдар һаман да яуап эҙләй
    Донъяла бик тә серле, торғаны менән сиселмәгән йомаҡ булған күренештәр байтаҡ. Төркөм-төркөм ғалимдар оҙаҡ йылдар буйына тикшеренеүҙәр үткәрһә лә, уларға яуап табылмай әле. Тик фараздар менән генә ҡәнәғәтләнергә тура килә. Шулай ҙа мөғжизәле нәмәләрҙе асыҡларға өмөт бар. Түбәндәге хәл-күренештәрҙе ғәжәп тимәй, нимә тиһең инде?!

    авторы: Альбина | 15 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ЭРГӘБЕҘҘӘ КЕМДӘР БАР? Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    йәки Параллель донъя вәкилдәре ниңә беҙҙе яратмай?
    Ғалимдарҙың иҫбатлауынса, Ер шарында тағы ла бер нисә параллель донъя бар һәм унда йәшәүселәр беҙгә дошмандарса мөнәсәбәттә.
    Уларҙың һуңғы йылдарҙағы күҙәтеүҙәрҙән һуң, беҙҙең эргәбеҙҙә, үҙебеҙҙән тыш, тағы ла бер йәки ике йәнәшә донъя, унда башҡа тереклек барлығы тураһындағы фараздар төплө урын ала башланы. Параллель донъяларҙың булыуын бихисап коллектив рәүештә күҙәтелгән сәйер күренештәр, хәл-ваҡиға һәм ғилми тәжрибә лә раҫлай ала. Шундай сәйер күренештәрҙең бер нисәһенә күҙ һалайыҡ.

    авторы: Альбина | 1 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    СЕР МЕНӘН ТУЛЫ ДОНЪЯ Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Ер шарының иң аномаль 10 урыны билдәләнгән
    Йыһан киңлегенән сығып, башҡа күк есемдәре менән сағыштырғанда, Ер шары бик бәләкәй генә планета булып тойола, әммә ундағы мөғжизәгә тиң күренештәр, серле урындар һанап бөткөһөҙ һәм һәр ҡайһыһы үҙендә сер туплаған, хатта ғәҙәти фән күҙлегенән дә аңлатыу таба алмай. Ғалимдар аномаль тип табылған шундай ун урынды билдәләгән.

    авторы: Альбина | 1 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Венераның биш сере Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Беренсе сер
    Ни өсөн кешеләр Венерала түгел, ә Ерҙә йәшәй?

    Ерҙең һәм Таң йондоҙоноң (Венера) массаһы һәм ҙурлығы оҡшаш. Уларҙың йәштәре бер төрлө – яҡынса 4,5 миллиард йыл. Атмосфера бар. Шуға ҡарамаҫтан, Венера Ҡояшҡа 40 миллион саҡрымға яҡыныраҡ, йылылыҡ миҡдарын беҙҙең планеталағы менән сағыштырып була.

    авторы: Нур | 11 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көнләшеү бәләһе Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Әнисә апай бәләкәйҙән йыр-моң яратты. Яратты ғынамы һуң: радионан берәй яңы йыр ишетеп ҡалһа, тиҙ генә һүҙҙәрен яҙып ала ла, уны үҙе уйлап сығарған тағы ла матурыраҡ көйгә һалып, йырға яңы йән өрә. Хоҙай уға моңдо йәлләмәгән – һандуғастарың ары торһон! Ауыл клубында берәй концерт-фәлән була ҡалһа, уның ризалығын да һорап тормай клуб мөдире, иң беренсе сәхнәгә уны сығара. Әнисә апайҙы өгөтләү ҙә кәрәкмәй, концерт башланырҙан бер-ике сәғәт алда әйтеп ҡуйһаң, шул етә.

    авторы: Нур | 11 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru