Ҡайҙа барһаң - бер ҡояш, эш эшләүҙә тиң һайлаш.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Эскелек – боҙоҡлоҡтоң башы
  • Һабантуйҙы мәскәүҙәр ҙә көтөп ала
  • Аллаһы Тәғәлә бойороҡтары
  • Дайджест
  • [b]Берҙәмлек һәм рух тәрбиәләне[/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ҡулда яҙылған яҙмыш Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Кешеләр борон-борондан ҡулдағы һыҙыҡтар буйынса киләсәкте әйтеп биргән. Уларҙа яҙмыш яҙылған, тип уйлаған улар. Һиндостандың бер мәмерйә-һарайында оҙаҡ йылдар сәйер китапты иң ҡәҙерле мөлкәт итеп һаҡлағандар. Уның биттәре йөҙәрләгән үлгән кешенең усынан һыҙырып алынған тиренән эшләнгән булған.

    авторы: Нур | 28 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ғәжәйеп факттар донъяһында Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Сынаяҡ ватылған саҡта уның ярсыҡтары сәғәтенә 1900 саҡрым тиҙлек менән оса.
    Сөскөргән мәлдә ауыҙҙағы һауа сәғәтенә 375 саҡрым тиҙлек менән сыға.
    Һәр ун минут һайын юл фажиғәһендә 2 кешенең ғүмере өҙөлә.
    Пропорция күҙлегенән һүҙ йөрөткәндә, Ер шары бильярд шарынан да тигеҙерәк.

    авторы: Нур | 21 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иман булһа – яман булмай... Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Әбйәлил районының Туйыш ауылында йәшәүсе ханымдың ҡапҡаһына... үҙенән-үҙе таштар бәрелә
    – Беҙҙә ғәжәп, башҡа һыймаҫлыҡ нәмәләр булып ята, килер инегеҙ, – тип Әбйәлил районының Туйыш ауылына саҡырғас, тәүҙә икеләнеберәк ҡалдым: бер ниндәй ҙә хөрәфәткә ышанмайым, гәзитебеҙ ҙә сенсация артынан ҡыумай, осһоҙ популярлыҡ та кәрәкмәй беҙгә.

    авторы: Нур | 16 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Күңел таҙалығын һаҡлағыҙ Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Уның исемен гәзиткә яҙырға ярамай
    Машиналы кешегә 50 саҡрым ара алыҫмы ни – тирә-яҡҡа ҡарап һоҡланып килә торғас, тәғәйен ергә еткәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Хатта ауыртыныу-һыҙланыуҙар ҙа онотолған. Тик имсе әбейемдең ҡапҡаһы төбөнә килеп етеү менән биртенгән бил үҙен шунда уҡ белгертте. Өҫтәүенә, бында беҙҙән башҡа тағы ла өс машина торғанын күргәс, оҙаҡ көтөргә тура килгәнлекте төшөнөү сирҙе тағы ла көсәйткән кеүек булды. Үҙ сиратың еткәнсе нисек түҙмәк кәрәк?!

    авторы: Нур | 9 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үҙе ҡыҙыл, үҙе ҙур, әммә ағыулы түгел... Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    АҠШ-тың буласаҡ Президенты Дж. Вашингтонға төшкө ашҡа помидор менән биҙәлгән ит биргәс, ул үҙен ағыуларға теләүҙәренә шикләнмәгән дә. Был хәл 1776 йылда, Англияның төньяҡ колониялары араһында үҙаллылыҡ өсөн көрәш ҡыҙған осорҙа, була. Армия лидерынан шулай хәйләле рәүештә ҡотолоу юлын ашнаҡсы Д. Бестли уйлап таба. Ул әлеге мәкер барып сыҡты тип уйлай һәм был хаҡта Англияның король ғәскәрҙәре командующийына рапорт та ебәрә. Бәхеткә күрә, был йәшелсә үҙенә тапшырылған шундай ышанысты аҡлай алмай һәм Дж. Вашингтон иҫән ҡала.

    авторы: Нур | 26 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ғәләмәт донъя Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    ҠОЯШТА ВАҠЫТ ТУҠТАҒАНМЫ
    Ҡояшты күҙәтеп барыусы ғалимдар, ундағы ваҡыт ағышы артҡа боролған, тип иҫәпләй.
    Ҡояшты ТЕСИС рентген телескобы ярҙамында тикшергән Рәсәй астрономдары тап шундай һығымтаға килә. Уларҙың күҙәтеүенсә, Ҡояштың сираттағы әүҙемлек циклы ҡапыл туҡтап ҡалған. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң көтөлгән яңы әүҙемлек ҡуласаһын булдырыу урынына уның киреһенсә юҡҡа сығыуы күҙәтелгән. Әүҙемлек ҡуласаһы әкренләп һүнеү урынына ҡапыл «терелеп» тә китә икән.

    авторы: Нур | 23 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ғәләмәт донъя Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Кешелек һәләкәте етеп килә: глобаль йылыныуҙы туҡтатып булмай
    Глобаль йылыныу һәм уның эҙемтәләре проблемаһы бөгөн иң юғары кимәлдә тикшерелә. Атмосфераға углекислый газ сығарыуҙы кәметергә кәрәклеге тураһында экологтар ғына түгел, ә Ер һәм кешелектең киләсәге тураһында әҙ генә булһа ла ҡайғыртыусылар саң ҡаға. Әммә, Американың Океан һәм атмосфера буйынса милли идаралығы эгидаһы аҫтында үткәрелгән тикшеренеүҙәр мәғлүмәттәре буйынса, был йүнәлештә хәл иткес ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн һуң инде – глобаль йылыныу процесын туҡтатып булмаясаҡ, хәл тик мең йылдан һуң ғына үҙгәрәсәк.

    авторы: Нур | 7 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ерҙең тәүге картаһына 65 миллион йылмы? Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Ерҙең гидроһурғысы
    Ерҙең тәүге картаһына 65 миллион йылмы?
    Плиталағы һүрәт бер иш мөйөшлө төҙөк күп ҡырҙан ғибәрәт. Ҡайһы бер «ярыҡтар»ҙың бер яғының һүрәте юйылған кеүек. Әйтерһең дә, йылғаларҙың йыуылған ярҙары йәки каналдары тиерһең. Өҫтәүенә, Төньяҡ ярымшарҙағы кеүек итеп. Картаға берәй гидротехник система төшөрөлмәгәнме икән, тигән шик тыуҙы. Каналдарҙың дөйөм оҙонлоғо – 12 мең километр. Һәм улар Ерҙең әйләнеү иҫәбенә һыу ағырлыҡ итеп эшләнгән. Был математика күҙлегенән раҫланды.
    Әйткәндәй, каналдар өсмөйөшлө, бөгөнгө кеүек тура мөйөшлө йәки трапеция формаһында түгел. Иҫәпләүҙәр күрһәтеүенсә, өсмөйөшлө каналдар тулҡындарҙы баҫа, һәм һыу ағымы кәмей. Бындай формалағы каналдар карап йөрөр өсөн уңайлы.

    авторы: Нур | 23 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru