<Булыр> тигән - булдырған.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Узенде хормэт ит
» Ҡариҙелме, Өфөмө?
» Имен хеҙмәт итhендәр
» Үәт, ҡыҙыҡ!
» Абдулла Мөхәммәт улы Миһранов
» УЛАР БЕҘГӘ ГҮЗӘЛ ИРТӘЛӘР ТЕЛӘ ...



Күңеле тулы дәрт Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

К&#1199;&#1187;еле тулы д&#1241;ртҺеҙҙең алдығыҙҙа милли кейемдәге нескә билле, серле ҡарашлы, һомғол буйлы башҡорт ҡыҙы Илгизә Муллабаева. Ул 1990 йылда Мәсетле районының Иҫке Мишәр ауылында Үлсәү йондоҙлоғо аҫтында донъяға килгән.
Илгизә бала саҡтан уҡ йыр-моңға ғашиҡ. Шуға ла, мәктәпте тамамлағас, уҡыуын Өфө сәнғәт училищеһында дауам итә һәм әлеге ваҡытта тынлы инструменттар бүлегендә 3-сө курста белем ала. Ул үҙенең моңло тауышы, бейеүгә маһирлығы менән дә таң ҡалдыра.
«Тормош бер генә, уның һәр минутының ҡәҙерен белергә ынтылам», – ти ул. Киләсәктә, уҡыуын яҡшы тамамлап, тормошон йыр менән бәйләп, яңы үрҙәр яулау хыялы менән йәшәй Илгизә.
авторы: admin | 25 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
«Заман ҡатын-ҡыҙы бөтә нәмәгә лә өлгөрөргә тейеш!» Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

«Заман &#1185;атын-&#1185;ы&#1177;ы б&#1257;т&#1241; н&#1241;м&#1241;г&#1241; л&#1241; &#1257;лг&#1257;р&#1257;рг&#1241; тейеш!»Шулай тип иҫәпләй Мәләүез һылыуы Әлиә. Конкурсҡа тәүге һылыу­ҡай итеп Мәләүез ҡалаһы һылыуы Әлиә Ҡараҙбаева­ны тәҡдим итәм. Ул – Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының 4-се курс студенткаһы. Донъяны һүҙ, ҡеүәтле тел көсө менән яҡтыраҡ итеренә ышанып, ошо факультетҡа килгән. Шуға ла киләсәк тормошон журналистика менән бәйләү иҫәбе. Ҡыйынлыҡтарға бирешеп, күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп ултырырға яратмай Әлиә. Алсаҡлығы, тормошҡа ыңғай ҡарашы менән дуҫтарына ла күңел­һеҙләнергә ирек бирмәй. Ныҡышмал, маҡсатына табан ҡыйыу барыусы ҡыҙ былтыр «Һылыуҡай» республика конкурсында ҡатнашып, 3-сө урынға лайыҡ булды.
авторы: admin | 27 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
Гүзәлкәйҙәр, һеҙ ҡайҙа? Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

Күңелдәргә наҙ, йылылыҡ, дәрт өҫтәп яҙ килгән мәлдә беҙ «Йәшлек» гүзәле» конкурсын яңыртып ебәрергә булдыҡ. Үҙеңдә ысын башҡорт рухын тояһың, быйылғы йылдың икенсе яртыһына «Йәшлек» гәзитенә яҙылғанһың, сибәр һәм аҡыллыһың, «Йәшлек» гүзәле – 2010» титулын тап һин алырға лайыҡлы тип һанайһың икән, әйҙә, һылыу, конкурсҡа рәхим ит! Матур ғына итеп яратҡан шөғөлдәрең, тормош девизың, уй-хыялдарың тураһында ҡыҫҡаса яҙып, сифатлы, йөҙөң, буй-һының асыҡ күренгән фотоларыңды редакцияға ебәреүеңде көтөп ҡалабыҙ. Ятып ҡалғансы, атып ҡал, ти бит халыҡ мәҡәле.
авторы: admin | 27 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
Университет иң һылыу ҡыҙҙарын йыйҙы Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

Университет и&#1187; &#1211;ылыу &#1185;ы&#1177;&#1177;арын йый&#1177;ыФевраль айында уҡ башланған конкурс ике ай дауам итте. Һәм бына, ниһайәт, финал. Башҡорт дәүләт университетының төрлө факультеттарынан бәйгегә үтергә теләүсе йөҙҙән ашыу ҡыҙ араһынан «иң-иң»дәре тип һаналған 15 һылыуҡай – бына уларҙың исемдәре – Дилара Ахунова, Диана Ҡотлоғужина, Эльмира Хамиранова, Зуля Абдеева, Анастасия Пестова, Әлфиә Ғөзәйерова, Светлана Федорова, Лилиә Хәмитова, Ольга Сарычева, Эльвира Ғафарова, Аделина Богданова, Эльза Туҡтарова, Айгөл Әхтәриева, Эльмира Хөсәйенова һәм Альбина Хамаева килеп етте конкурс аҙағына. Хореография, актер оҫталығы, дефиле буйынса дәрестәр, «Премьера» матурлыҡ салонында шөғөлләнеүҙәре бушҡа үтмәгән ҡыҙҙарҙың. Ҡала буйлап ойошторолған «Лимузин-шоу», фотосессиялар ҙа ҡыҙҙарҙа үҙ көстәренә ышаныс уятҡан, кешеләр араһында, сәхнәлә үҙҙәрен тотоу серҙәрен асҡан һәм өр-яңы дуҫтар бүләк иткән. Быларҙың барыһы ла финалда асыҡ күренде.
авторы: admin | 17 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
Ал нурҙарға сорнай матурлыҡ Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

Ал нур&#1177;ар&#1171;а сорнай матурлы&#1185;Баш ҡалабыҙҙың Нефтселәр мәҙәниәт һарайында 12 башҡорт ҡыҙы көмөш таж өсөн һынау тотто. Тәү башлап «Йәшлек» гәзите ойоштора башлаған башҡорт ҡыҙҙарының «Һылыуҡай» республика гүзәллек конкурсы – күңелдәрҙе елкендергән, матурлыҡҡа табындырған сағыу шоу-тамашалар­ҙың береһе. Йыл да яҙ ҡояшы көлә башлау менән илаһилыҡҡа талпын­ған, ҡайҙалыр ашҡынған күңелдәрҙе ғәжәйеп сихрилеккә сорнай был матурлыҡ байрамы. Быйыл да Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан Өфөнөң Нефтселәр мәҙәниәт һарайы Йыһан киңлегендәге бер мөғжизә яланына тиң ине. Бында гүзәл Башҡортостаныбыҙҙың төрлө тәбәктәренән иң сибәр ҡыҙҙар йыйылғайны.
Баштан уҡ әйтәм, финалға сыҡҡан ун ике сибәрҙең барыһы ла йондоҙ булып балҡыны. Шулай булырға тейештер ҙә. Сөнки быйыл ойоштороусылар, башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә, һылыуҡайҙар эҙләп, республикабыҙҙың арҡырыһын-буйын гиҙ­ҙе. Режиссер, оператор, профессиональ хореографтар, стилист, визажист, тел белгестәренән торған төркөм Учалы, Сибай, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалалары, Бөрйән районында булып, иң үҙенсәлекле йөҙгә эйә булған ҡыҙҙарҙы һайлап алды. Хатта район-ҡалаларҙағы һайлап алыу турҙары бәйгенең тәүге этабына бәрәбәр булды. Ысынлап та, теләккә ирешелгән.
авторы: admin | 11 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4 5 6 7 8 9 10  >>  Киләһе бит
Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru