<Иртәгә> тигән иренгән, бөгөндән ҡалған бөлгән.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Яңылыҡтар
  • Сыңғыр
  • Баш ҡалала Еңеү эстафетаһы гөрләне
  • Еләк һатығыҙ
  • Хөрмәтле Башҡортостан Республикаһында Йәштәр фәне көндәрендә ҡатнашыусылар!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Һай ҡыҙҙары, ҡыҙҙары, Балҡып тора йөҙҙәре! "Йәшлек" гүзәле, Конкурстар
    Һылыуҙарҙан-һылыу, сибәрҙәрҙән-сибәр ҡыҙҙар ҡайҙа, тиһегеҙме? Урал тауҙары ҡосағында урынлашҡан Башҡортостан тигән гүзәл төбәктә генә донъяға килә һәм буй еткерә улар. Эйе, эйе, тик беҙ генә үҙебеҙҙең башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас булған гүзәл заттарыбыҙ менән тирә-яҡта дан тотабыҙ һәм, әлбиттә, улар менән сикһеҙ һоҡланабыҙ. Илебеҙҙең аҫыл ҡыҙҙары кеүек гүзәлдәр башҡа бер илдә лә юҡ ул.
    Йыл да үткәрелеп, хәҙер иһә баҫмабыҙҙың матур бер йолаһына әйләнеп киткән «Йәшлек» гүзәле» конкурсында танышырға мөмкин халҡыбыҙҙың матур ҡыҙҙары менән. Быйылғы «Йәшлек» гүзәле – 2008» конкурсында ла республикабыҙҙың төрлө төбәктәре һылыуҙары ҡатнашты. Йылдағыса, конкурсҡа хаттар айырыуса республикабыҙҙың көньяҡ райондарынан бик күп килде.
    Гәзитебеҙ биттәрендә донъя күргән гүзәлдәребеҙҙең барыһы ла матур ине. Ләкин һәр бер бәйгенең үҙ шарттары бар. Быйылғы шарт буйынса, конкурста ҡатнашыусыларға мотлаҡ рәүештә буй-һынын тулыһынса кәүҙәләндергән бер нисә фоторәсемен хатҡа ҡушып ебәрергә кәрәк һәм уларҙа заман башҡорт ҡыҙының образы ла сағылыш табырға тейеш ине. Әммә ҡыҙҙарыбыҙҙың күпселеге тиерлек үҙ фантазияларын егергә ашыҡмаған. Шулай ҙа араларында шартыбыҙға тап килгәндәре булды. Ниһайәт, конкурс тамам, «иң-иң»дәрҙе билдәләр мәл дә етте.

    &#1210;ай &#1185;ы&#1177;&#1177;ары, &#1185;ы&#1177;&#1177;ары, Бал&#1185;ып тора й&#1257;&#1177;&#1177;&#1241;ре!«Мисс гүзәллек» номинацияһын Ейәнсура районы һылыуы Нәркәс МӨХӘМӘТЙӘНОВА яуланы. Әлеге көндә Салауат педколледжының 3-сө курсында уҡып йөрөүсе ҡыҙҙың нур сәсеп, йәшлек дәрте ташып торған ап-аҡ йөҙөнә, тал сыбығылай һығылмалы буй-һынына ҡарап, хур ҡыҙымы ни, тип уйлап ҡуяһың хатта. Толомло һылыуҙың өс йыл штанга күтәреү менән дә шөғөлләнеүе – конкурсанттарыбыҙ араһында быға тиклем осрамаған күренеш.

    &#1210;ай &#1185;ы&#1177;&#1177;ары, &#1185;ы&#1177;&#1177;ары, Бал&#1185;ып тора й&#1257;&#1177;&#1177;&#1241;ре!«Йәшлек» гүзәле – 2008» конкурсының 3-сө урынын Айһылыу ШӘЙХИСЛАМОВА яуланы. Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылы һылыуы, әлеге көндә Өфө педагогия колледжының 4-се курсында уҡып йөрөй, бер юлы БДУ-ла ситтән тороп журналистика серҙәренә лә төшөнә. Буш сағында шиғырҙар яҙырға, йырларға яратҡан ҡыҙ киләсәктә сит илдәргә сәйәхәт ҡылыу хаҡында хыяллана. «Ут булырға кәрәк был тормошта», – ти Айһылыу.

    &#1210;ай &#1185;ы&#1177;&#1177;ары, &#1185;ы&#1177;&#1177;ары, Бал&#1185;ып тора й&#1257;&#1177;&#1177;&#1241;ре!Йөҙөнән бер ваҡытта ла йылмайыу, күҙҙәренән нур китмәгән Көйөргәҙе районының Яҡшембәт ауылы һылыуы Флүзә ТҮЛӘКОВА гәзитебеҙҙең гүзәллек бәйгеһендә 1-се урынды яуланы. «Кеше был донъяға тыуған икән, ул ысын мәғәнәһендә бәхетле булыу һәм үҙ асылын табыу өсөн үҙен бар яҡлап та камиллаштырыу һәм тәбиғи һәләтен асыу өҫтөндә тынғыһыҙ эшләргә тейеш. Ғүмер бер, шуға ла бар мөмкинлегеңде тормошҡа ашырып йәшәү зарур. Ә мин үҙ асылымды журналистика өлкәһендә күрәм. Үҙенсәлекле, төрлө ҡарашлы һәм фекерле шәхестәр, ябай, эскерһеҙ һәм лайыҡлы кешеләр менән аралашып һөйләшеү үҙе бер ғүмер түгелме ни?!» – ти бар булмышы менән алдына ҡуйған маҡсаттарына табан атлаусы, бейек үрҙәргә ынтылыусы ҡыҙ.

    &#1210;ай &#1185;ы&#1177;&#1177;ары, &#1185;ы&#1177;&#1177;ары, Бал&#1185;ып тора й&#1257;&#1177;&#1177;&#1241;ре!«Алға һәм йыр менән» тигән һүҙҙәрҙе тормош девизы итеп алған Зөлхизә БАҠАЕВА – Хәйбулла районының Аҡъяр ауылынан. Бейергә яратҡан, илһамланғанда шиғырҙар ҙа ижад иткән, киләсәктә иленең лайыҡлы кешеһе булыу маҡсаты менән янып йәшәгән ҡыҙҙы «Мисс һөйкөмлөлөк» номинацияһы еңеүсеһе тип билдәләнек.

    &#1210;ай &#1185;ы&#1177;&#1177;ары, &#1185;ы&#1177;&#1177;ары, Бал&#1185;ып тора й&#1257;&#1177;&#1177;&#1241;ре!«Тормошто яратам һәм үҙемдең яҡындарымдың бәхетле булыуын теләйем», – тип беҙгә хат яҙыусы Бишбүләк районының Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылы ҡыҙы Әлиә ХӘЙРЕТДИНОВА «Мисс серлелек» номинацияһында еңеүсе тип табылды. Бейергә, йырларға яратҡан һылыу былтыр музыка мәктәбен тамамлап, таныҡлыҡ та алған.

    «Күңелем сәнғәткә тартыла»


    &#1210;ай &#1185;ы&#1177;&#1177;ары, &#1185;ы&#1177;&#1177;ары, Бал&#1185;ып тора й&#1257;&#1177;&#1177;&#1241;ре!Ниһайәт, конкурсыбыҙҙың гран-прийын яулаусы барлыҡ гүзәлдәрҙән-гүзәл, һылыуҙарҙан-һылыу ҡыҙҙы билдәләйбеҙ. Шулай итеп, «Йәшлек» гүзәле – 2008» исемен Ғафури һылыуы Шәүрә ҒАЙСИНА яуланы. Ғафури районының Красноусол ауылында тыуып үҫеп, әлеге ваҡытта баш ҡаланың педагогия колледжында 4-се курста белем алған Шәүрә менән яҡынданыраҡ танышыу маҡсатында әңгәмә ҡорҙоҡ.

    – Ҡотлайбыҙ һине, Шәүрә! Быға тиклем еңеүҙәр яулағаның булдымы?

    – Еңеүҙәр, тип ни... Шул мәктәп, колледж кимәлендәгеләр генә булмаһа, былай юҡ.

    – Исемең бигерәк матур...

    – Әсәйем ҡушҡан. Ул бәләкәйҙән үк, ҡыҙым булһа, исемен Шәүрә тип ҡушам, тигән.

    – Бейеү – иң яратҡан шөғөлдәремдең береһе, тигәнһең үҙең менән таныштырыуҙа.

    – Эйе. Бейеү менән 2-се синыфтан шөғөлләнәм. Бер туған ағайым да бейей, әсәйем дә йәш сағында бейегән, атайым иһә ҡурайҙа, гармунда уйнай. Сәнғәткә һөйөүем ата-әсәйемдән килһә, гимназия мөхите лә тәьҫир итмәй ҡалмағандыр. Сөнки беҙ бөтә синыфыбыҙ менән бейенек. Бөгөн колледжда ла бейеүемде дауам итәм. Унда үҙебеҙҙең ансамбль бар. Күңелем барыбер сәнғәтте һөйә.
    – Тағы ла ниндәй шөғөлдәрең бар, Шәүрә?

    – Бөтәһен дә беләбеҙ – бер нимә лә эшләмәйбеҙ (көлә). Бәйләм бәйләй беләм, әсәйем өйрәткәйне. Әммә бәйләп ултырырға ваҡытым етмәй. Үҙем өсөн йырлаған булам шунда. Быныһы инде мәктәптән ҡалған һөнәрем.

    – Һинеңсә, нимә ул матурлыҡ?

    – Матурлыҡ – ул кешенең эске һәм тышҡы матурлығы гармонияһы. Шунда ғына кеше ысын мәғәнәһендә матур булалыр, тип иҫәпләйем.

    – Ҡайһылай матур ҡыҙ, тип әйткәндәре бармы?

    – Эйе, йыш әйтәләр.

    – Ә ысын башҡорт ҡыҙы ниндәй булырға тейеш?

    – Бөтәһе лә шуны һорайсы.

    – Улайһа, «Йәшлек» гүзәле» ниндәй булырға тейеш?

    – Конкурстың еңеүсеһе кеүектер (көлә).

    – Бик тапҡыр яуап. Дуҫтарың һине ниндәй тип белә?
    – Күңелле, гел йылмайып-көлөп йөрөгән ҡыҙ итеп. Әлбиттә, йылмаймаған, ҡыйын, күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән саҡтар ҙа була. Бындай ваҡытта үҙемдең иң яҡын дуҫтарым менән аралашыуҙан йыуаныс табам.

    – Быйыл колледжды тамамлайһың, артабанғы пландарың?

    – Икенсе бер һөнәрҙе үҙләштерергә ине. Әле асыҡламағанмын.

    – Бәй, һин бит уҡытыусы булам, тигәнһең.

    – Бәлки, уҡытыусы ла булып эшләрмен, әммә ситтән тороп уҡып булһа ла мотлаҡ рәүештә икенсе һөнәр аласаҡмын.

    – Еңеүеңә шатһыңмы?

    – Әлбиттә, бик шатмын! Был минең өсөн көтөлмәгән хәл булды. Гүзәллек бәйгеһендә ҡатнашырға дуҫтарым өндәне. Уларға ҙур рәхмәт!

    – Уңыштар юлдаш булһын һиңә, Шәүрә! Әңгәмәң өсөн рәхмәт!

    Азамат ИСМӘҒИЛЕВ әңгәмәләште.
    Юлай КӘРИМОВ фотолары.

    РедакциЯнан. Номинацияларҙа еңеүсе ҡыҙҙарыбыҙға дипломдар алып барып тапшырыласаҡ. Ә призлы урындар яулаусы һылыуҙарыбыҙҙы редакцияға саҡырып ҡотлаясаҡбыҙ. Был хаҡта һеҙгә алдан хәбәр итербеҙ.
    авторы: admin | 3 января 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Гүзәл Шакирова «Йәшлек» гүзәле»нең Я ...
  • "Сибәр ҡатын-ҡыҙ үҙен һәр ...
  • Ысын башҡорт ҡыҙҙары
  • Заманса башҡорт сибәрҙәре, һеҙ ҡа ...
  • Һылыуҙарҙан-һылыу ҡыҙҙар ҡа ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru