Донъяла ни татлы - йән һөйгән хеҙмәт татлы.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Компьютерға аллергиямы?
  • Бала саҡ – сағыу мәл
  • Республика етәксеһе халыҡ менән онлайн режимында аралашты
  • Эҙләгәнең – эргәңдә
  • Ҡурай еләгенән бәлеш
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Университет иң һылыу ҡыҙҙарын йыйҙы Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле
    Университет иң һылыу ҡыҙҙарын йыйҙыФевраль айында уҡ башланған конкурс ике ай дауам итте. Һәм бына, ниһайәт, финал. Башҡорт дәүләт университетының төрлө факультеттарынан бәйгегә үтергә теләүсе йөҙҙән ашыу ҡыҙ араһынан «иң-иң»дәре тип һаналған 15 һылыуҡай – бына уларҙың исемдәре – Дилара Ахунова, Диана Ҡотлоғужина, Эльмира Хамиранова, Зуля Абдеева, Анастасия Пестова, Әлфиә Ғөзәйерова, Светлана Федорова, Лилиә Хәмитова, Ольга Сарычева, Эльвира Ғафарова, Аделина Богданова, Эльза Туҡтарова, Айгөл Әхтәриева, Эльмира Хөсәйенова һәм Альбина Хамаева килеп етте конкурс аҙағына. Хореография, актер оҫталығы, дефиле буйынса дәрестәр, «Премьера» матурлыҡ салонында шөғөлләнеүҙәре бушҡа үтмәгән ҡыҙҙарҙың. Ҡала буйлап ойошторолған «Лимузин-шоу», фотосессиялар ҙа ҡыҙҙарҙа үҙ көстәренә ышаныс уятҡан, кешеләр араһында, сәхнәлә үҙҙәрен тотоу серҙәрен асҡан һәм өр-яңы дуҫтар бүләк иткән. Быларҙың барыһы ла финалда асыҡ күренде.
    «Өфө уттары»на барып инеү менән барыһын да байрам мөхите солғап алды. Матур итеп биҙәлгән залда төрлө ҡыҙыҡлы уйындар бара, студенттар, бәйгесе ҡыҙ­ҙарҙың туғандары, ата-әсәләре бер-береһе менән аралаша, фекер алыша, һылыуҡай­ҙарҙың кемеһе еңер икән, тип фараз ҡыла, байрам хөрмәтенә бушҡа таратылған «татлы мамыҡ» менән һыйлана, конкурсанткаларҙың фотолары менән таныша. Ә был арала Башҡорт дәүләт университетының һәләтле студенттары тамашасыларға үҙҙәренең нимәгә маһирлығын күрһәтә, бейей, тупты төрлөсә өйрөлтә һәм бүтәндәрҙе лә йәлеп итә. Конкурстарҙа ҡатнашырға теләүселәр күп, сөнки еңеүселәргә бүләктәр ҙә ҡаралған. Әйткәндәй, бүтән уҡыу йорттарынан килеүселәр ҙә байтаҡ ине, дуҫтары өсөн «ауырырға», ә күптәре байрам күрергә тип йыйылған.
    Бына көтөлгән минуттар ҙа етте – сәхнәгә бер-бер артлы ун биш ҡыҙ сығып теҙелде. Улар үҙҙәрен төрлө ярыштарҙа һынаны. Иң ҡыҙыҡлы һәм сағыу конкурс, әлбиттә, ижади конкурс ине. Кемдең нимәгә һәләтле икәне тап шунда асыҡлана бит. Бейейһеңме, йырлай­һыңмы, шиғыр һөйләйһеңме, ә, бәлки, гимнастик күнегеүҙәр менән һығылмалылығыңды күрһәтәһеңдер (осоп ҡына йөрөүсе Лилиә Хәмитова, мәҫәлән) – уныһы һинең эш. Әммә, ниндәй генә сығыш булмаһын, һәр береһендә тамашасының иғтибарын йәлеп итерлек, һоҡландырырлыҡ, йә аптыратырлыҡ мәл булыр­ға тейеш. Был йәһәттән конкурсанткалар күңелһеҙлеккә бирелеп ултырырға ирек бирмәне – һәр береһенең сығышы көслө ҡул сабыу­ҙар менән ҡаршы алынды, һәм был алҡыштарҙы аҡланы улар. Танго, Майкл Джексон темаһына сығыш, шиғырҙар уҡыу (шул иҫәптән, французса ла), Көнсығыш йыры һәм бейеүе бер-береһен ҡабатламаны, ҡыҙыҡлы итеп башҡарылды.
    Конкурсты күмәк бейеү дауам итте. Аҙаҡ инде туй күлдәктәрендә сығыш ине. Ҡыҙҙар сәхнә түрендә аҡҡоштар кеүек йөҙөп кенә йөрөнө.
    Университет иң һылыу ҡыҙҙарын йыйҙыИң тантаналы мәл дә етте. Башҡорт дәүләт университетының иң-иң һылыу, иң лайыҡлы ҡыҙҙарын бүләкләү башланды. 3-сө урынды – география факультетынан Айгөл Әхтәриева, 2-се урынды – химик-технология факультетынан Дилара Ахунова, 1-се урынды математика факультетынан Аделина Богданова яуланы. Ә гран-при башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының 3-сө курс студенткаһы Эльмира Хамирановаға тапшырылды. «Мисс БДУ» һәм «Вице-мисс БДУ» (гран-при, 1-се урын) титулда­ры­на лайыҡ ҡыҙҙарға йәйгеһен Парижға барыу бәхете йылмаясаҡ.
    – Беҙ Эльмираның еңеүенә шикләнмәй ҙә инек, – тип ҡыуанысы менән бүлешә иң һылыу ҡыҙҙың әсәһе менән апайҙары. – Ул был исемгә лайыҡ. Быға тиклем «Мисс Өфө», «Мисс «Русское радио» конкурстарында ла үҙен һынап ҡарағайны. Улары ошо еңеүенә табан өйрәнеү мәктәбе булып торғандыр инде. Бик тырышып үҙ маҡсатына ынтылды һәм шуға ла еңеүгә өлгәшеүе осраҡлы түгел.
    – Мин был бәйгелә ҡатнашып, үҙ көсөмдө һынап ҡарарға, бүтәндәргә лә нимәгә һәләтле икәнемде күрһәтергә теләгәйнем. Теләгем бойомға ашты. Әлбиттә, конкурстың һөҙөмтәләре менән ҡәнәғәтмен. Парижға барыу һәр ҡыҙҙың хыялы бит инде ул. Франциянан бик күп яңы тәьҫорат, дуҫтарыма сувенирҙар алып ҡайтырмын тип ышанам. Был бәйге миңә «Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр» тигән мәҡәлдең дөрөҫлөгөн тағы ла бер тапҡыр иҫбат итте, – ти Эльмира үҙе.
    Беренсе тапҡыр ғына уҙға­рыл­һа ла, ярыш юғары кимәлдә ойошторолғайны. Һылыуҙар конкурсын киләсәктә лә дауам итергә һәм үҫтерергә кәрәк, тип белдерҙе ойоштороусылар.

    Руфина ДӘҮЛӘТОВА.
    авторы: admin | 17 апреля 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • «Заман ҡатын-ҡыҙы бөтә нәмәг| ...
  • «Сәләмәт тәндә – сәләмәт ру ...
  • «Сәләмәт тәндә – сәләмәт ру ...
  • Өфө һылыуы – Валентин Юдашкинда модель
  • Өфө һылыуы Валентин Юдашкиндың моделе
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru