Көсөң менән маҡтанма, эшең менән маҡтан.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Дайджест
  • Тәҡдир һәм яҙмыш
  • Яҡты иҫтәлеге йөрәктәребеҙҙә мәңге һаҡланыр
  • Гөлләмәнең сағыу биҙәге
  • Меңәр саҡрымлыҡ юл беренсе аҙымдан башлана
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Заман ҡатын-ҡыҙы бөтә нәмәгә лә өлгөрөргә тейеш!» Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле
    «Заман ҡатын-ҡыҙы бөтә нәмәгә лә өлгөрөргә тейеш!»Шулай тип иҫәпләй Мәләүез һылыуы Әлиә. Конкурсҡа тәүге һылыу­ҡай итеп Мәләүез ҡалаһы һылыуы Әлиә Ҡараҙбаева­ны тәҡдим итәм. Ул – Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының 4-се курс студенткаһы. Донъяны һүҙ, ҡеүәтле тел көсө менән яҡтыраҡ итеренә ышанып, ошо факультетҡа килгән. Шуға ла киләсәк тормошон журналистика менән бәйләү иҫәбе. Ҡыйынлыҡтарға бирешеп, күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп ултырырға яратмай Әлиә. Алсаҡлығы, тормошҡа ыңғай ҡарашы менән дуҫтарына ла күңел­һеҙләнергә ирек бирмәй. Ныҡышмал, маҡсатына табан ҡыйыу барыусы ҡыҙ былтыр «Һылыуҡай» республика конкурсында ҡатнашып, 3-сө урынға лайыҡ булды.
    Һәр кеше үҙен ҡабатланмаҫ шәхес итеп тәрбиәләргә тейеш, тигән фекер­ҙә Әлиә. «Бөгөн һәр кем заман менән бергә атларға тейеш һәм заман ҡатын-ҡыҙҙары ла һәр нәмәгә өлгөрөргә бурыслы. Тәү сиратта, әлбиттә, яҡшы әсәй һәм тормош иптәше булырға кәрәк. Әммә үҙеңде һәр яҡтан үҫтереү тураһында ла оноторға ярамай», – ти ул. «Үрҙәр тик тырышлыҡ менән генә яулана», – тигән тормош девизы ла тик алға ғына әйҙәп тора.

    Руфина ДӘҮЛӘТОВА.
    авторы: admin | 27 апреля 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Университет иң һылыу ҡыҙҙарын йыйҙы
  • Өфө һылыуы Валентин Юдашкиндың моделе
  • Камиллыҡҡа ынтыла Ләлә
  • Һай ҡыҙҙары, ҡыҙҙары, Балҡы ...
  • Ҡатын-ҡыҙҙың матурлығы нимәл| ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru