Кеше нәҫеле менән оло булмаҫ, һәнәре менән оло булыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • КҮГӘРСЕНДӘР ЭШЛӘЙ ҘӘ, БАЙРАМ ДА ИТӘ БЕЛӘ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Рәсәй йәштәре – беренсе
  • Асарбаҡҡа хәйер бирергәме?
  • КҮҘ – МЕЙЕНЕҢ ТЫШҠЫ ЯҠҠА СЫҒАРЫЛҒАН ӨЛӨШӨ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ейәнсәрем сәнғәткә ғашиҡ Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Һеҙ һүрәттә күргән ҡыҙ һомғол буйлы, оҙон сәсле, ҡурсаҡ кеүек матур ейәнсәрем Венера Мортазина булыр. Һинд ҡыҙы сүрәтенә инеп төшкән сибәребеҙ ысынында саф башҡорт ҡыҙы. Эшһөйәрлеге, ихласлығы менән айырылып торған Венера Ҡыйғы районының Аҫылғужа ауылынан. Күңеле менән йыр-моңға, сәнғәткә ғашиҡ ул. Әлеге көндә Өфө ҡалаһының музыкаль тәрбиә биреү гимназияһында белем ала.
    Яратҡан ейәнсәремдең тик яҡшы билдәләргә генә уҡыуын, артабан да матур сифаттарға эйә булыуын теләп – өләсәһе Люциә АБДРАХМАНОВА.

    авторы: админ | 17 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Заманса башҡорт сибәрҙәре, һеҙ ҡайҙа? Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Үткән йылғы конкурсҡа йомғаҡ яһап, «иң-иң»дәрҙе билдәләгәс, гәзитебеҙҙең матур бер йолаһына әүерелеп киткән гүзәллек бәйгеһен быйыл да дауам итәбеҙ. Конкурстың йөкмәткеһен бер аҙ байытып, төрлөләндереп ебәреү маҡсатында, уның шарттарына ҡайһы бер үҙгәрештәр индерелде.
    Шулай итеп, быйылғы бәйгелә ҡатнашыусыларға мотлаҡ рәүештә буй-һынын тулыһынса кәүҙәләндергән бер нисә фоторәсемен ебәрергә тура киләсәк. Әйткәндәй, унда заман башҡорт ҡыҙы образы сағылыш табырға тейеш.

    авторы: админ | 17 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һылыуҙарҙан-һылыу ҡыҙҙар ҡайҙа? Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    DilbarБашкортостаныбыҙҙың һылыуҙарҙан-һылыу, гүзәлдәрҙән-гүзәл ҡыҙҙары менән тирә-яҡта дан тотоуын бер кем дә инкар итә алмай. Халҡыбыҙҙың тик башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас матур сифаттарға эйә булған гүзәл заттары ата-бабаларыбыҙ йәйләүҙәрҙә көн иткән дәүерҙә лә үҙҙәренең күҙҙе ҡамаштырыр, һуштан яҙҙырыр гүзәллектәре менән егеттәрҙең йөрәген әсир итһә, бөгөн дә һылыу ҡыҙҙарыбыҙға тиң сибәрҙәр юҡ донъяла. Төн ҡараһылай серле ҡарашлы, алма кеүек янып торған алһыу йөҙлө, ҡыҙарып бешкән сейәләй һутлы иренле, ҡара ҡарлуғас ҡанатылай ҡыйғас ҡашлы, тал сыбығындай нескә билле, тау шишмәһендәй оҙон толомло, һандуғастай моңло тауышлы һылыуҙарыбыҙ янынан ниндәй егет тыныс ҡына уҙып китһен инде?! Башҡортостан ҡыҙҙары – илебеҙ йөҙө, халҡыбыҙ ғорурлығы.

    авторы: Азамат Исмәғилев | 3 января 2008 | Фекерҙәр (2) | Тотош уҡырға
    Изгелек орлоғо сәсеп… Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Изгелек орлоғо сәсеп…Мин, Фәрзәнә НӘЗИРОВА, йыр-моңло, хозур тәбиғәтле Fафури районының Ҡауарҙы ауылында уҡытыусылар ғаиләhендә дүртенсе бала булып донъяға килгәнмен. Бәхетле бала саҡ, күңелле мәктәп йылдары яҡты хәтирәләр менән артта ҡалды.
    Әлеге көндә Башҡорт дәүләт аграр университетының биология-технология факультетында белем алам. Ауыл хужалығын үҫтереүгә, тыуған тәбиғәтебеҙҙе, йәнтөйәгебеҙҙе hаҡлауға үҙ өлөшөмдө индереү маҡсаты менән йәшәйем. Шиғри китаптар, гәзит-журналдар уҡырға, халҡымдың көй-моңдарын тыңларға яратам. Күңел тыныслығын изге бишектәй йылытҡан ғаиләмдән – ата-әсәйемдән, өләсәйемдән hәм туғандарымдан алам.

    авторы: admin | 15 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бер ҡасан да юғалып ҡалмаҫҡа! Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Бер ҡасан да юғалып ҡалмаҫҡа!Гүзәл, өлгөр, лайыҡлы, шуҡ, аҡыллы, тырыш... Был hүҙҙәр Гөлшат исеменең хәрефтәренән үҙенән-үҙе килеп сыҡты. Ысынлап та, Гөлшат Солтанморатованың исеме есеменә тап килеп тора. Ул Ҡуй йылының Ҡыҫала йондоҙлоғо аҫтында Ишембай районында донъяға килә. Әлеге ваҡытта әхирәтем – Әхмәр урта мәктәбенең 10-сы синыф уҡыусыhы. Мәктәптә бер сара ла унhыҙ үтмәй. Тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән, йыр-моңға ғашиҡ ҡыҙ Рәми Fариповтың ижадын үҙ итә. Быйыл шағирҙың тыуыуына 75 йыл тулыу айҡанлы район буйынса үткәрелгән шиғыр бәйгеhендә ҡатнашып, II урын алып ҡыуанды. Уның мәҡәләләрен район гәзиттәре биттәрендә йыш күрергә мөмкин.
    Гөлшаттың тормош девизы: «Бер ҡасан да юғалып ҡалмаҫҡа!»
    Киләсәктә әхирәтемдең Башҡортостанға кәрәкле кеше буласағына шигем юҡ, сөнки ул hәр яҡлап та уңған, ныҡышмал. Уңыштар hиңә, Гөлшат!
    Гөлназ ХӘЙБУЛЛИНА.
    Ишембай районы.

    авторы: admin | 13 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4 5 6 7 8 9 10  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru