|
 |
|
Күңелдәргә наҙ, йылылыҡ, дәрт өҫтәп яҙ килгән мәлдә беҙ «Йәшлек» гүзәле» конкурсын яңыртып ебәрергә булдыҡ. Үҙеңдә ысын башҡорт рухын тояһың, быйылғы йылдың икенсе яртыһына «Йәшлек» гәзитенә яҙылғанһың, сибәр һәм аҡыллыһың, «Йәшлек» гүзәле – 2010» титулын тап һин алырға лайыҡлы тип һанайһың икән, әйҙә, һылыу, конкурсҡа рәхим ит! Матур ғына итеп яратҡан шөғөлдәрең, тормош девизың, уй-хыялдарың тураһында ҡыҫҡаса яҙып, сифатлы, йөҙөң, буй-һының асыҡ күренгән фотоларыңды редакцияға ебәреүеңде көтөп ҡалабыҙ. Ятып ҡалғансы, атып ҡал, ти бит халыҡ мәҡәле. |
|
|
Февраль айында уҡ башланған конкурс ике ай дауам итте. Һәм бына, ниһайәт, финал. Башҡорт дәүләт университетының төрлө факультеттарынан бәйгегә үтергә теләүсе йөҙҙән ашыу ҡыҙ араһынан «иң-иң»дәре тип һаналған 15 һылыуҡай – бына уларҙың исемдәре – Дилара Ахунова, Диана Ҡотлоғужина, Эльмира Хамиранова, Зуля Абдеева, Анастасия Пестова, Әлфиә Ғөзәйерова, Светлана Федорова, Лилиә Хәмитова, Ольга Сарычева, Эльвира Ғафарова, Аделина Богданова, Эльза Туҡтарова, Айгөл Әхтәриева, Эльмира Хөсәйенова һәм Альбина Хамаева килеп етте конкурс аҙағына. Хореография, актер оҫталығы, дефиле буйынса дәрестәр, «Премьера» матурлыҡ салонында шөғөлләнеүҙәре бушҡа үтмәгән ҡыҙҙарҙың. Ҡала буйлап ойошторолған «Лимузин-шоу», фотосессиялар ҙа ҡыҙҙарҙа үҙ көстәренә ышаныс уятҡан, кешеләр араһында, сәхнәлә үҙҙәрен тотоу серҙәрен асҡан һәм өр-яңы дуҫтар бүләк иткән. Быларҙың барыһы ла финалда асыҡ күренде.
|
|
|
Баш ҡалабыҙҙың Нефтселәр мәҙәниәт һарайында 12 башҡорт ҡыҙы көмөш таж өсөн һынау тотто. Тәү башлап «Йәшлек» гәзите ойоштора башлаған башҡорт ҡыҙҙарының «Һылыуҡай» республика гүзәллек конкурсы – күңелдәрҙе елкендергән, матурлыҡҡа табындырған сағыу шоу-тамашаларҙың береһе. Йыл да яҙ ҡояшы көлә башлау менән илаһилыҡҡа талпынған, ҡайҙалыр ашҡынған күңелдәрҙе ғәжәйеп сихрилеккә сорнай был матурлыҡ байрамы. Быйыл да Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан Өфөнөң Нефтселәр мәҙәниәт һарайы Йыһан киңлегендәге бер мөғжизә яланына тиң ине. Бында гүзәл Башҡортостаныбыҙҙың төрлө тәбәктәренән иң сибәр ҡыҙҙар йыйылғайны. Баштан уҡ әйтәм, финалға сыҡҡан ун ике сибәрҙең барыһы ла йондоҙ булып балҡыны. Шулай булырға тейештер ҙә. Сөнки быйыл ойоштороусылар, башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә, һылыуҡайҙар эҙләп, республикабыҙҙың арҡырыһын-буйын гиҙҙе. Режиссер, оператор, профессиональ хореографтар, стилист, визажист, тел белгестәренән торған төркөм Учалы, Сибай, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалалары, Бөрйән районында булып, иң үҙенсәлекле йөҙгә эйә булған ҡыҙҙарҙы һайлап алды. Хатта район-ҡалаларҙағы һайлап алыу турҙары бәйгенең тәүге этабына бәрәбәр булды. Ысынлап та, теләккә ирешелгән.
|
|
|
«Йәшлек» гүзәле – 2009» еңеүсеһен бергәләп билдәләйек, дуҫтар! Быйылғы гүзәллек бәйгеһендә ни бары ун һылыуҡайҙың ҡатнашыуы һәм улар араһынан еңеүсене гәзит уҡыусыларыбыҙ смс-хәбәр аша тауыш биреү юлы менән һайлаясағы хаҡында яҙып сыҡҡайныҡ. Әйтергә кәрәк, тауыш биреү, ысынлап та, бик әүҙем бара һәм уның тамамланыуына бер аҙна ваҡыт ҡалды. Шулай итеп, быйылғы конкурсыбыҙҙа Альбина Кинйәғолова (билдәһе – 1), Лилиә Ғилмуллина (2), Ләлә Әминева (3), Зарина Бағышаева (4), Эльвира Иҫәнбулатова (5), Элина Әбдрәшитова (6), Альбина Бикмаева (7), Гөлназ Аҡҡолова (8), Гөлиә Көҫәпҡолова (9) һәм Эльмира Хамиранова (10) ҡатнашты. Ҡәҙерле гәзит уҡыусыларыбыҙ, ошо гүзәлкәйҙәр араһынан күңелегеҙгә оҡшаған ҡыҙҙар өсөн тауыш бирергә мөмкин. Бының өсөн һеҙгә 2320 һандарына, NUR һүҙен һәм ҡыҙҙарҙың билдәһен яҙып, смс-хәбәр ебәрергә кәрәк. NUR һүҙен инглиз хәрефтәре менән дә, үҙебеҙсә лә яҙырға мөмкин. |
|
|
«Йәшлек» гүзәле – 2009» конкурсында йыл дауамында ни бары ун ғына һылыуҡай ҡатнашты. Был тәү сиратта бәйгелә ҡатнашыусыларҙың конкурс шарттарына иғтибарлыраҡ булмауына бәйле. Ә шарт буйынса ҡыҙҙар мотлаҡ рәүештә редакцияға буй-һынын тулыһынса кәүҙәләндергән бер нисә фоторәсемен ебәрергә һәм уларҙа заман башҡорт ҡыҙының образы сағылыш табырға тейеш. Бөгөн бит беҙ техника һәм технологиялар үҫешкән осорҙа йәшәйбеҙ һәм республикабыҙҙың бөтә мәктәптәре лә тиерлек интернет селтәренә тоташтырылған. Үҙегеҙ хаҡындағы ҙур булмаған ҡыҙыҡлы һәм бай йөкмәткеле хатығыҙҙы конвертҡа һалып ебәргән осраҡта ла, фоторәсемде интернет аша гәзитебеҙҙең электрон адресына һалырға мөмкин бит. Ошо күпкә уңайлы ысулды ҡыҙҙар киләһе йылда күҙ уңында тотһон ине.
|
|
|
|