Бала көлкөгә туймаҫ, ялҡау йоҡоға туймаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы

Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]БАШ ҠАЛА КӨНӨНӘ – ИКЕ САЛЮТ![/b]
  • Башҡорт театрының мәшһүр ҡыҙы
  • Күңеле саф Әлфирә
  • [b]Орлоҡ һалығыҙ, тип көтә ер[/b]
  • Осрашҡанға тиклем, «Имәнкәй»!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!

  • «Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух!» Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    «Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух!»Һеҙ һүрәттә күргән һылыу ҡыҙ –Төмән өлкәһенең Нижневартовск ҡалаһында донъяға килгән Эльмира Хамиранова. Әлеге ваҡытта БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында 3-сө курста белем ала. Тормошҡа етди ҡараған, ауырлыҡтарға бирешмәҫ, ҡыйыу, алсаҡ күңелле, көләс йөҙлө Эльмира һәр саҡ күтәренке кәйефе менән тирә-йүндәгеләрҙең дә йөҙҙәрендә йылмайыу сатҡыһы уятыр­ға тырыша. Уға ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле кешеләр менән аралашыу – үҙе бер кинәнес. Уҡыуҙан тыш, «Премьера» мода студияһында ла шөғөлләнергә ваҡыт таба. «Иң мөһиме – тырышлыҡ, үҙ көсөңә ышаныу. Шул ваҡытта хыялдар тормошҡа аша, мөғжизәләргә юл асыла», – тип иҫәпләй ул. Буш ваҡытында яратҡан көйҙәренә бейеү һалыуҙан, йүгереүҙән, китаптар уҡыу­ҙан оло йыуаныс таба егәрле ҡыҙ. Бер минутын да бушҡа үткәрмәгән, һәр ваҡыт хәрәкәттә булған Эльмираның девизы: «Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух». Ә иң яҡты хыялы – файҙалы кеше булып, тыуған иленә хеҙмәт итеү, үҙенең телекомпанияһын булдырыу. Кешеләрҙә ихтирам иткән һыҙаттары тырышлыҡ, эскер­һеҙлеккә ҡайтып ҡалһа, матурлыҡты ул күңел байлығында, көслө рухта күрә.

    Лилиә ЯМАЛОВА,
    БДУ студенты.

    авторы: admin | 8 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух!» Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Өфө һылыуы Валентин Юдашкиндың моделе Яңылыҡтар, "Йәшлек" гүзәле, Башҡортостан

    Өфө һылыуы Валентин Юдашкиндың моделеГөлсөм сығышы менән Сибайҙыҡы, «Һылыуҡай» студияһында бер-ике йыл ғына шөғөлләнә. Әммә былтыр уҡ «Ҡояш ҡыҙы» II төбәк-ара матурлыҡ конкурсында гран-при яулай, ә 2009 йылдың яҙында «Һылыуҡай» республика конкурсында беренсе премияға лайыҡ була һәм «Мисс Азия» халыҡ-ара матурлыҡ конкурсына саҡырыу ала.
    Гөлсөм Өфө дәүләт авиация техник университетының иҡтисад факультетында уҡый. Кисәге ябай Өфө студенткаһының бөгөн бер генә буш ваҡыты ла юҡ – ул Мәскәүҙә, сығыштарға әҙерләнә. – Мин бик бәхетлемен! Юдашкин менән танышыуым – әлегә тормошомдағы иң төп уңыштарымдың береһе. Көтөлгәнгә ҡарағанда Мәскәү моделдәре күпкә яҡшыраҡ, бер кем дә минең күлдәгемде лә йыртманы, туфлийымдың үксәһен дә һындырманы.

    авторы: admin | 3 ноября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Алтынай БУРИНА: «БОРОН-БОРОН ЗАМАНДА...» Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Алтынай БУРИНА: «БОРОН-БОРОН ЗАМАНДА...»
    ЙӘКИ «...ТӘГӘРӘП КИТТЕ ЙОМҒАҒЫМ»
    Бөгөнгө ҡунағыбыҙ гәзит уҡыусыларыбыҙға яҡшы таныш. Теле асылған мәлдән спектаклдәрҙә уйнаған, кинола төшкән, республика «Cәсәндәр» конкурсында еңеү яулаған, «Һылыуҡай – 2004» гүзәллек бәйгеһендә гран-приға лайыҡ булған, милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың 250 йыллығын байрам иткән оло йыйындағы театрлаштырылған тамашала Әминә ролен башҡарып тамашасының һөйөүен яулаусы Алтынай ИБРАҺИМОВА, хәҙер инде БУРИНА булыр ул. Хәйер, былар – Алтынайҙың барыбыҙға ла мәғлүм уңыштары. Ә беҙгә билдәле булмағандары... Йә, әйтегеҙ, башҡорт ҡыҙҙарынан кем барып Америка һынлы Америкала төшөрөлгән фильмда ҡатнашҡан әле?..
    Ғөмүмән, һәр кемдең уңышы егәрлелегенә, булдыҡлылығына бәйле. Был йәһәттән Алтынайға һоҡланмау мөмкин түгел. Өфө дәүләт сәнғәт академияһының актерҙар бүлеген, Мәскәүҙә С. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематографистар институтын, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһын тамамлаған замандашыбыҙ бар өлкәләге белемен дөрөҫ файҙаланып ижад итә, тулы ҡанлы тормош менән йәшәй.

    авторы: Альбина | 22 сентября 2009 | Фекерҙәр (2) | Тотош уҡырға
    Оптимист ҡыҙ Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Оптимист ҡыҙ
    Әлшәй районының Ташлы ауылы ҡыҙы Гөлназ Аҡҡолова киләсәккә ҙур маҡсат ҡуйып йәшәй. Ул Йылҡы йылының Балыҡ йондоҙлоғо аҫтында донъяға килгән. Әлеге көндә Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының беренсе курсын уңышлы тамамланы.

    авторы: Нур | 21 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru