Ҡалған эшкә ҡар яуа.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Меңәр саҡрымлыҡ юл беренсе аҙымдан башлана
  • Йондоҙнамә
  • Батша васыяты
  • Кем ҡулдары өйҙө, ерҙе йәмләй?
  • Быйыл да һынатмаҫтар
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Бар яҡлап та килгән ҡыҙ Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Һеҙ һүрәттә күргән мөләйем ҡыҙ – Көйөргәҙе районының Яҡшембәт ауылынан Альбина Бикмаева.
    Аждаһа йылының Үлсәү йондоҙлоғо аҫтында, көҙҙөң алтын төҫкә мансылған мәлендә донъяға килгән Альбинаға тәбиғәт һылыулыҡты йәлләмәгән.
    Бар яҡлап та килгән ҡыҙ

    авторы: Нур | 7 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Күңелендә –ҡанатлы хыял Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Күңелендә –ҡанатлы хыял
    Һеҙ һүрәттә күргән ҡыҙ Башҡортостандың иң гүзәл, һоҡланғыс тәбиғәтле, бөйөк кешеләре менән дан тотҡан, башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев, Советтар Союзы Геройҙары Абдрахман Ғәйфуллин, Алексей Головин, Байыҡ сәсән, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтарҙың тыуған төйәге – Салауат районының Бишәүҙәр ауылынан Элина Әбдрәшитова булыр.

    авторы: Нур | 16 июня 2009 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Йәйҙән файҙаланып ҡалығыҙ! Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Ниһайәт, көтөп алған йәмле йәй ҙә етте. Тәбиғәт бар булмышы менән йәшеллеккә төрөндө. Ҡояш та күктән нурлыраҡ йылмайғандай, йылыһын да мулыраҡ өләшкәндәй.
    Ошо йәйге матурлыҡҡа тағы ла йәм өҫтәп, гәзитебеҙ биттәрендә матур бер йолаға әүерелеп киткән Йәшлек гүзәле башҡорт һылыуҡайҙары конкурсы ла дауам итә. Тимәк, һеҙгә йәмле йәйҙең матурлығы менән файҙаланыу, гүзәл тәбиғәтебеҙ ҡосағында, аллы-гөллө сәскәләр араһында фотоға төшөп, уны үҙегеҙ тураһындағы мәғлүмәткә ҡушып редакциябыҙға ебәреү мөмкинлеге тыуҙы. Шарт буйынса фотоһүрәтегеҙҙә заман башҡорт ҡыҙы образы ла сағылыш табырға тейеш.
    Ашығығыҙ, ҡыҙҙар! Йәйҙең йәмле саҡтары сикһеҙ түгел.
    Йәйҙән файҙаланып ҡалығыҙ!

    авторы: Нур | 2 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    АҺ , КИЛЕШӘ КҮЛДӘГЕ! Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Баймаҡ халыҡ һөнәрселек үҙәге донъя кимәлендә танылыу яулаған яҡташыбыҙ Эльвира Хисаеваға милли күлдәк бүләк итте
    АҺ , КИЛЕШӘ КҮЛДӘГЕ!
    Баймаҡ халыҡ һөнәрселек үҙәгенең Токио, Нью-Йорк, Париж агентлыҡтарының топ-моделе Эльвира Хисаеваға халҡыбыҙҙың милли күлдәген бүләк итәсәге хаҡында гәзитебеҙҙә хәбәр иткәйнек инде. 1 Май байрамы алдынан топ-модель беҙҙең менән бүләк артынан Баймаҡҡа юлланды.
    Көн бер аҙ йылытҡас, юлға сығыуы ла күңелле. Ағастар бөрөгә тулышҡан, юл ситендә яңы ғына морон төрткән яҙғы сәскәләр емелдәшә. Яҡын ара булмаһа ла, Баймаҡҡа Белорет районы аша барыу ҡала ығы-зығыһынан ялҡҡан, тәбиғәткә ашҡынған күңел өсөн үҙе бер кинәнес шул. Юлдағы хозурлыҡ ни тора! Тирә-йүнгә һоҡланып, туҡтай-туҡтай, фотоға төшөп барыу араның алыҫлығын да һиҙҙермәне. Сит илдә юлдар көҙгө һымаҡтыр инде, тим Эльвираға, юлдың насарлығына ишаралап.
    – О-о, һеҙ насар юлды күргәнегеҙ юҡ әле... Бәхәсләшмәйем, Европала юлдар һәйбәт, әммә сит илдәрҙә бынан да хөртөрәк юлдар осрай, – ти юлдашыбыҙ.

    авторы: Нур | 5 мая 2009 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Кемдәр генә ғашиҡ, ай, булмаҫ, Сәлимәкәй, ҡара ҡашыңа Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Кемдәр генә ғашиҡ, ай, булмаҫ, Сәлимәкәй, ҡара ҡашыңа
    Халҡыбыҙҙың аҫыл йыры «Сәлимәкәй»ҙә, бик күп йөрөп илдә, күпте күрҙем, һиндәй һылыу һирәк донъяла, тигән юлдар бар. Башҡорт ҡыҙының матурлығын данлап, ҡыйғас ҡашына һоҡланып сығарылған йыр исемен йөрөтөү гәзитебеҙҙең бөгөнгө ҡунағы өсөн үҙе бер ғорурлыҡ. Йырҙа йырланғанса, ҡыйғас ҡашлы, нурлы йөҙлө сибәр, шуға өҫтәп аҡыллы ла үҙе. Хәйер, «Йәшлек» «Һылыуҡай» республика гүзәллек бәйгеһендә Сәлимә Тулыбаеваны юҡҡа ғына үҙ гүзәле тип атай буламы...

    авторы: Нур | 30 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru