Ат тешенән билгеле, егет эшенән билгеле.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йәштәр, һеҙҙе байрам менән!
  • Һыу буйында балыҡсы
  • Яҡты иҫтәлеге йөрәктәребеҙҙә мәңге һаҡланыр
  • Рус йырҙары һәм таҡмаҡтары оҫталары беҙҙә икән
  • «Төп бурысыбыҙ – Башҡортостан халыҡтарының милли-мәҙәни ҡаҙанышын һаҡлау»
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Интернет гүзәле һинең тауышыңды көтә! Яңылыҡтар, "Йәшлек" гүзәле, Конкурстар

    Интернет гүзәле һинең тауышыңды көтә! «Йәшлек» гәзите интернет селтәрендә «Һылыуҡай – 2009» республика конкурсында ҡатнашыусы ҡыҙҙар араһында «Интернет гүзәле – 2009» сибәрен асыҡлаясаҡ.
    Гәзитебеҙ сайтында ҡыҙҙарҙың фотолары, улар хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт биреләсәк. Интернетта тауыш биреү аша иң күп тауыш йыйып еңеү яулаусы һылыуҡай иһә «Йәшлек» гәзите мөхәрририәтенең махсус бүләгенә лайыҡ буласаҡ.
    Тауыш биреү 6 апрелдә башланып, 11 апрелдә сәғәт 1-ҙә тамамланасаҡ. Күңелегеҙгә хуш килгән гүзәлкәйгә http://www.yeshlek-gazeta.ru/foto_conkurs/12/ адресы буйынса тауыш бирергә онотмағыҙ, дуҫтар!

    авторы: admin | 4 апреля 2009 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Камиллыҡҡа ынтыла Ләлә Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Камиллыҡҡа ынтыла Ләлә Һеҙ һүрәттә күргән сәскәләй матур, һомғол буйлы, мөләйем ҡыҙ – Ейәнсура районының Күгәрсен ауылы һылыуы Ләлә Әминева. Ҡыйғас ҡара ҡаштары аҫтынан һирпеп ҡараған серле күҙҙәре, тулҡынланып торған оҙон толомдары әсир итерлек уның.
    Әлеге көндә Ләлә БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының 4-се курсында белем ала. Тырыш, уңған ҡыҙ бар ергә лә өлгөрә: уҡыуҙа ла алдынғы, бер үк ваҡытта эшләп тә йөрөй. «Заман беҙҙән күпте талап итә.

    авторы: admin | 3 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һай ҡыҙҙары, ҡыҙҙары, Балҡып тора йөҙҙәре! "Йәшлек" гүзәле, Конкурстар

    Һай ҡыҙҙары, ҡыҙҙары, Балҡып тора йөҙҙәре! Һай ҡыҙҙары, ҡыҙҙары, Балҡып тора йөҙҙәре!Һылыуҙарҙан-һылыу, сибәрҙәрҙән-сибәр ҡыҙҙар ҡайҙа, тиһегеҙме? Урал тауҙары ҡосағында урынлашҡан Башҡортостан тигән гүзәл төбәктә генә донъяға килә һәм буй еткерә улар. Эйе, эйе, тик беҙ генә үҙебеҙҙең башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас булған гүзәл заттарыбыҙ менән тирә-яҡта дан тотабыҙ һәм, әлбиттә, улар менән сикһеҙ һоҡланабыҙ. Илебеҙҙең аҫыл ҡыҙҙары кеүек гүзәлдәр башҡа бер илдә лә юҡ ул.
    Йыл да үткәрелеп, хәҙер иһә баҫмабыҙҙың матур бер йолаһына әйләнеп киткән «Йәшлек» гүзәле» конкурсында танышырға мөмкин халҡыбыҙҙың матур ҡыҙҙары менән. Быйылғы «Йәшлек» гүзәле – 2008» конкурсында ла республикабыҙҙың төрлө төбәктәре һылыуҙары ҡатнашты. Йылдағыса, конкурсҡа хаттар айырыуса республикабыҙҙың көньяҡ райондарынан бик күп килде.

    авторы: admin | 3 января 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хур ҡыҙы һәм... штанга Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Хур ҡыҙы һәм... штанга
    Башҡорт милли кейемендәге ҡыҙҙың сәс толомона иғтибар итеп, үҙенекеме икән, тип уйлап ҡуйҙым. Сөнки бөгөн оҙон сәс үҫтереүсе ҡатын-ҡыҙҙар алтын бәрәбәрендә.
    – Үҙемдең сәсем шулай, апай, – тип ихлас йылмайҙы ҡыҙ минең һорауыма. Һәм ҡалын сәс толомон күнегелгән хәрәкәт менән етеҙ генә яурыны аша артҡа ташланы. – Күптәр шулай тип һорай.
    Һоҡланыуымды йәшерә алмайынса:
    – Собханалла, күҙ теймәһен, – тип, унан һаман да ҡалмаҫҡа тырыштым. – Был тиклем сәсте нисек итеп тәрбиәләмәк кәрәк? Бер йыуыуға бер һауыт шампунь китәлер ул?
    – Эйе, апай, ярты стипендиям шампунь менән бәлзәмдәргә китеп тора.
    Һылыуҡайҙың ризалығы менән уны фотоға төшөрөп алдыҡ. Шәп бит, эйеме?! Егеттәрҙең һушы китер инде!
    Яңы танышым Нәркәс МӨХӘМӘТЙӘНОВА Салауат педколледжының III курсында уҡып йөрөй икән.

    авторы: Нур | 16 декабря 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    «Ут булырға кәрәк был тормошта...» Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    «Ут булырға кәрәк был тормошта...»Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылында Йылан йылының Ҡыҙ йондоҙлоғо аҫтында донъяға килгәнмен. Тыуған ауылым мәктәбенең 9-сы синыфын тамамлағас, белем алыуҙы Сибай педагогия колледжында дауам иттем. Әле иһә Өфө педагогия колледжының 4-се курсында уҡып йөрөйөм, бер рәттән БДУ-ла ситтән тороп журналистика серҙәренә төшөнәм.
    Буш сағымда шиғырҙар яҙырға, йырларға яратам. Ҡайһы бер шиғыр юлдарыма йырҙар ҙа ижад ителгән.
    Хыялым – сит илдәргә сәйәхәт ҡылыу.

    авторы: admin | 18 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru