Дәртһеҙ кешенән эш сыҡмаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ай башы
  • Уҡыуға түләгән аҡсаны нисек ҡайтарырға?
  • Иртәгә – Төҙөүселәр көнө
  • Балаларҙың ялы ял булһын
  • Тормош күренештәре
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Регина ЗАҺИРОВА: "Оптимист була беләйек!" Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Регина ЗАҺИРОВА: Оптимист була беләйек!
    Йылан йылының Үлсәү йондоҙлоғо аҫтында Силәбе ҡалаһында тыуып үҫкәнмен. Дөйөм белем биреү мәктәбендә белем алыуҙан тыш, туғыҙ йыл музыка мәктәбендә шөғөлләндем, йыр һәм бейеү серҙәренә төшөндөм, төрлө кисәләрҙе алып барырға өйрәндем. Бер һүҙ менән әйткәндә, мәктәп йылдарында сәхнәнән төшмәнем.
    Мәктәпте тамамлағандан һуң, артабан белем алыу өсөн яҡындарымдың тыуған яғы – Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөгә килдем. Бөгөн Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһының 3-сө курсында финанс һәм кредит серҙәрен үҙләштерәм.

    авторы: Нур | 21 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хыялы тормошҡа ашhын Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Хыялы тормошҡа ашhын
    Һеҙ hүрәттә күргән мөләйем ҡыҙ – Fәлиә Әминева. Ата-әсәhен hөйөндөрөп, 1991 йылдың 1 майында Өфөлә донъяға килә.
    Йырлау – Fәлиәнең яратҡан шөғөлө. Ул ете йыл буйы музыка мәктәбендә фортепиано серҙәренә төшөндө. Матур йырлағас, мәктәптә hәр сараның уртаhында ҡайнаны. Башҡорт, заманса йырҙарҙы яратып башҡара ул. Быйыл 136-сы башҡорт лицейының ХI синыфын алтын миҙалға тамамланы. Әлеге көндә ул Башҡорт дәүләт университетының химия факультетының I курсында белем ала.
    Fәлиәнең беренсе хыялы – Париж буйлап сәйәхәт итеү тормошҡа ашты ла инде. Ә икенсеhе – Венецияны күреү. Ҙур теләге – телевидениела эшләү. Буш ваҡытында гитарала, фортепианола уйнарға, йырларға hәм бейергә ярата. Девизы: «Һәр саҡ юғарыға үрләү».
    Fәлиәнең ихлас, матур йылмайыуы hәр кемде hоҡландыра. Аралашыусан hәм киң күңелле булғанға күрә дуҫтары ла күп.
    Диана FӘЗИЗОВА.

    авторы: Нур | 16 сентября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Айгөл ҒИЛӘЖЕТДИНОВА Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Айгөл ҒИЛӘЖЕТДИНОВА
    Йәмле тәбиғәтле Хәйбулла районының Байғусҡар ауылында тыуып үҫкәнмен. Әлеге көндә ауыл мәктәбенең X синыфын тамамланым. Ут сәсеп бейергә, моңло итеп йырларға яратам. Район кимәлендә уҙған бер саранан да ситтә ҡалғаным юҡ.

    авторы: Нур | 2 сентября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Тыныслыҡ, дуҫлыҡ – бәхет сығанағы» Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    «Тыныслыҡ, дуҫлыҡ – бәхет сығанағы»
    Нурлы күҙҙәре менән тылсымлы ҡараш бөрккән ҡыҙ – минең әхирәтем, Фатима Морат ҡыҙы Иҫәндәүләтова. Ул таулы, урманлы, аллы-гөллө сәскәле, сылтырап аҡҡан йылғаһы булған Йылайыр районының Һынташ ауылында Йылҡы йылының Буға йондоҙлоғо аҫтында икенсе бала булып донъяға килгән.
    «Башҡорт ҡатын-ҡыҙы оялсан да, уйсан да, ҡарап туймаҫлыҡ һөйкөмлө лә, рухи яҡтан да бай, кәрәк икән, ҡыйыу, батыр булырға тейеш. Ошо сифаттарҙы мин дә үҙемдә булдырырға тырышам. Сөнки ундайҙар киләсәктә юғалып ҡалмаясаҡ, тигән уйҙамын», – ти. Бөгөн Бөрө дәүләт социаль-педагогика академияһының «социаль педагогика һәм психология» факультеты студенткаһы ул

    авторы: Нур | 12 августа 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    «Алда булһа ҙур теләк» Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    «Алда булһа ҙур теләк»Хозур тәбиғәтле Иглин районының урман-тауҙар ҡосағында, йәмле, саф һыулы Ләмәҙ йылғаhы буйында урынлашҡан Түбәнге Ләмәҙ ауылында Йылҡы йылының Игеҙәктәр йондоҙлоғо аҫтында донъяға килгәнмен.
    Быйыл тыуған ауылым урта мәктәбен тик «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә тамамлап, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡырға индем. Киләсәктә полиграфия серҙәрен үҙләштерәсәкмен.

    авторы: admin | 5 августа 2008 | Фекерҙәр (3) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru