Боҙға быҙаулама.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Баш ҡалала Еңеү эстафетаһы гөрләне
  • Наркомандар ҡартаймай, улар йәшләй үлә
  • «Байыҡ» бейеү конкурсының III туры үтте
  • Яҡташыбыҙ – ғорурлығыбыҙ!
  • Рәхмәтле hәм мәрхәмәтле Аллаh исеме менән
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Бейеүсе ҡыҙ – Аделя Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Бейеүсе ҡыҙ – Аделя
    Билдәле шәхестәре менән дан тотҡан, күлдәргә бай Әбйәлил районы һылыуы Аделя Хөснөтдинова бәләкәйҙән сәнғәткә ғашиҡ: бейей ҙә, бейеүҙәр ҙә ижад итә. Быйыл ул Өфө статистика, информатика, иҫәп-хисап техникаһы колледжының I курсын тик яҡшы билдәләргә генә тамамланы.

    авторы: Нур | 8 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әлиә ҒҮМӘРОВА: Маҡсатһыҙ йәшәмәгеҙ! Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Әлиә ҒҮМӘРОВА: Маҡсатһыҙ йәшәмәгеҙ!
    Көҙ менән ҡыш алмашынған мәлдә, Маймыл йылының Уҡсы йондоҙлоғо аҫтында Ишембай районының йәмле тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Ҡолғона ауылында донъяға килгәнмен. Әлеге ваҡытта тыуған ауылым мәктәбенең 9-сы синыфын тик "дүртле" һәм "бишле" билдәләренә генә тамамланым.
    Яратҡан шөғөлөм – һүрәт төшөрөү. Бейергә лә әүәҫмен. Буш ваҡыттарымда гөлдәр үҫтерергә яратам.
    Киләсәк хыялым – мәктәпте уңышлы тамамлап, юғары уҡыу йортона уҡырға инеү. Теләгем – һынлы сәнғәт өлкәһендә эшләү.
    Тиҫтерҙәремә: "Маҡсатһыҙ йәшәмәгеҙ", – тип әйткем килә.

    авторы: Нур | 3 июня 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Әлиә ХӘЙРЕТДИНОВА: «Тормошто яратам!» Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Әлиә ХӘЙРЕТДИНОВА: «Тормошто яратам!»
    Мин Бишбүләк районы Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылында тыуып үҫтем. Әлеге ваҡытта тыуған ауылым мәктәбенең XI синыфын тик «бишле» билдәләренә генә тамамлайым. Былтыр музыка мәктәбен бөтөп, ҡыҙыл таныҡлыҡ алдым. Бейергә, йырларға яратам. Мәҙәниәт йортоноң йыр-бейеү түңәрәктәренә йөрөйөм. Был йәhәттән төрлө сараларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулап киләм. Мәктәп тормошонда ла әүҙем ҡатнашам. Олимпиадаларҙа, ғилми эштәрҙә көсөмдө hынайым. Тормошто яратам һәм үҙемдең яҡындарымдың бәхетле булыуҙарын теләйем.

    авторы: Нур | 27 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Алиса ИМАНҒОЛОВА: «Күңелемде тыңлап йәшәйем!» Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Алиса ИМАНҒОЛОВА: «Күңелемде тыңлап йәшәйем!»
    Мин Туймазы районының Ҡарамалы-Ғөбәй ауылы һылыуымын. Әлеге көндә БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында белем алам. Буш ваҡытта китап уҡырға, музыка тыңларға яратам, спорт менән шөғөлләнәм.
    Йылмайып-көлөп, гел яҡшы, күтәренке кәйефтә йөрөү – һәр ваҡыт йәш булып ҡалыуҙың сере, минеңсә. Сөнки яҡты уйҙар кешене изгелеккә өндәй. Шуға ла күңелем ҡушыуы буйынса йәшәргә тырышам.
    Мохтаж кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙыу яҡлымын. Изгелек ерҙә ятып ҡалмай бит, икеләтә, өсләтә сауап булып, үҙеңә әйләнеп ҡайта.

    авторы: Нур | 13 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Афарин, Гөлназ! Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Һеҙ һүрәттә күргән мөләйем ҡыҙ Гөлназ Ғилметдинова булыр. Бишбүләк районының Дим йылғаһы һыуында ҡойоноп буй еткереп, әле БДУ-ның 1-се курсында белем ала.
    Гөлназ бәләкәйҙән шиғриәткә, әҙәбиәткә ғашиҡ. Илһамланғанда шиғырҙар ҙа яҙа. Йомшаҡ холоҡло, саф күңелле, сибәр ҡыҙ сит телдәр өйрәнеп, төрлө илдәр гиҙеп, халыҡтарҙың мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышыу теләген күңелендә йөрөтә. Бейергә лә ярата ул. Бигерәк тә, йәштәр араһында таралған R’B стилендәге бейеүҙәрҙе үҙ итә.
    Афарин, Гөлназ!
    @Йәштәр маҡсат ҡуйып йәшәһен ине@, – ти Гөлназ.
    Уның һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар. Алдына маҡсат ҡуйып йәшәгәндәр нимәлер булһа ла эшләй, эҙләнә, ниндәйҙер һөҙөмтәләргә өлгәшә.
    Киләсәгенә маҡсат ҡуйып, тормошона мәғәнә һалып йәшәгән Гөлназға: @Афарин!@ – тиергә генә ҡала.

    Гөлнара Хәбирова,
    БДУ студенты

    авторы: Нур | 22 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru