Алда булһа ҙур теләк, эштән ял таба йөрәк.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йән тыныслығы – бәхет сығанағы
  • Рәсәй йәштәре – беренсе
  • Еребеҙ йәмле улар менән
  • Йондоҙнамә
  • Кейемдең... төҫөнә ҡарап та ҡаршы алалар
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Хыялы – актриса булыу Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Хыялы – актриса булыу
    Һеҙ һүрәттә күргән мөләйем ҡыҙ Зөлфиә Ғәлиева булыр. Ул үҙенең ябайлығы, күңел киңлеге, миһырбанлығы менән тирә-яҡтағыларҙың иғтибарын яулай. Зөлфиә менән күптән танышмын. Мәктәп йылдарында ҡала, район һәм республика кимәлендә уҙған сараларҙа бергә сығыш яһаныҡ. Матур итеп йырлағас, һәр сараның уртаhында булды. Халҡыбыҙҙың моңло көйҙәрен, бигерәк тә, заман йырҙарын яратып башҡара ул.

    авторы: Нур | 15 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эльвира ҒАТАУЛЛИНА: «Яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа ынтылып...» Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Эльвира ҒАТАУЛЛИНА: «Яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа ынтылып...»Бар донъя сихри ап-аҡ тынлыҡҡа сумған декабрь айында, Аждаһа йылының Уҡсы йондоҙлоғо аҫтында, Юпитер планетаһы хакимлығында Әбйәлил районының Байым ауылында йәшәүсе Гүзәлиә һәм Ғәзинур Ғатауллиндар ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килгәнмен. Донъяға, илаһи сафлыҡҡа ғашиҡ булһын тип ата-әсәйем миңә Сәғирә өләсәйемдән ынйы сәскәһе мәғәнәһен аңлатыусы Эльвира исемен әйттерәләр.

    авторы: Нур | 8 апреля 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Ысын башҡорт ҡыҙҙары "Йәшлек" гүзәле, Конкурстар

    Тәбиғәттең йоҡонан уянған, ерҙең ҡарҙан әрселгән, күктән алсаҡ ҡояш йылмайған йәмле яҙҙың матурлығын бер нәмә менән дә тиңләп булмайҙыр, моғайын. Бар ерҙә лә тереклек хөкөм һөргән, сафлыҡ, ихласлыҡ нурҙары бөркөлгән, яҙ йырҙары яңғыраған саҡ кеше күңелендә лә сағылыш тапмай ҡалмай. Тап ошо илаһи мәлдә гәзитебеҙҙең матур бер йолаһына әйләнеп киткән гүзәллек бәйгеһе - «Йәшлек» гүзәле - 2007» конкурсы еңеүселәрен редакцияға саҡырып ҡотланыҡ.
    Былтырғы конкурста Әбйәлил һылыуы Дилбәр Дәүләтованың - гран-при, Ғафури районы ҡыҙы Гөлсинә Хәбибуллинаның - I, Баймаҡ районынан Гөлназ Таңғатарованың - II һәм Әлшәй районы һылыуы Алина Алешинаның III урын яулауы гәзит уҡыусыларыбыҙға билдәле.

    авторы: админ | 5 апреля 2008 | Фекерҙәр (2) | Тотош уҡырға
    Интернет һылыуы һинең тауышыңды көтә! Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Иртәгә, 4 апрелдә, Республика гүзәллек конкурсында һайлап алыу турын үткән сибәрҙәрҙән-сибәр, аҡыллы һәм һөймәлекле 16 гүзәл зат «Һылыуҡай – 2008» исеменә һынау тотасаҡ. «Йәшлек» гәзите Интернет селтәрендә «Йәшлек» Интернет гүзәле – 2008» сибәрен тауыш биреү нигеҙендә асыҡлауға конкурс иғлан иткәйне. www.konkurs.yesһlek.ru адресы буйынса ҡыҙҙарҙың фоторәсемдәре, улар хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирелгән.

    авторы: админ | 3 апреля 2008 | Фекерҙәр (10) | Тотош уҡырға
    «Тыныслыҡ һәм сабырлыҡ менән бәхеткә ирешергә кәрәк» Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Һеҙ фотола күргән ҡыҙ - әхирәтем һәм синыфташым Рузилә Иҫәнбаева. Ул йәмле Йылайыр районының хозур тәбиғәтле Сәләх ауылында донъяға килгән. Уның менән бергә уйнап үҫтек. Хәҙерге ваҡытта Рузилә менән Йомағужа урта мәктәбенең 11-се синыфында белем алабыҙ. Ул бик һәйбәт уҡый, «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Уҡыуҙан тыш, «Йәш хәбәрселәр», «Ҡумыҙсылар», «Патриот» түңәрәктәрендә шөғөлләнә, мәктәптә уҙған бар сарала ла әүҙем ҡатнаша.
    Хыялланып, күңеле илһамға тулып китһә, шиғырҙар яҙа.

    авторы: админ | 11 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru