Иртәгеһен ишәк ҡайғыртҡан.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Кем аҡыллыраҡ
  • МАШИНАҒА ЛА ЭҪЕ
  • «ТАГАЗ» ҮҘ АВТОМОБИЛДӘРЕН СЫҒАРА
  • Мин тормошто һайлайым
  • Баш ҡалала Еңеү эстафетаһы гөрләне
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Шәүрә Ғайсина: «Барыһы ла яҡшыға булһын» Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Шәүрә ҒАЙСИНА: «Барыһы ла яҡшыға булһын»
    Йылан йылының Игеҙәктәр йондоҙлоғо аҫтында йәмле тәбиғәтле, арҙаҡлы шәхестәргә бай Ғафури районының Красноусол ауылында донъяға килгәнмен. Урта белемде тыуған ауылымдағы башҡорт гимназияһында алдым.
    Бәләкәйҙән башҡорт теле һәм әҙәбиәтен яратып үҫкәнгәме, киләсәктә уҡытыусы булыу теләге менән яндым. Был теләгем мине баш ҡаланың 1-се педагогия колледжына алып килде.

    авторы: админ | 4 марта 2008 | Фекерҙәр (3) | Тотош уҡырға
    Лариса Дәүләтбаева Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Лариса Дәүләтбаева: «Кешеләрҙе дауалағым килә»
    Мәсетле районының Аҙанғол ауылында Аждаһа йылының Балыҡ йондоҙлоғо аҫтында тыуғанмын. Әлеге көндә медицина колледжының ⅠⅠⅠ курсында уҡып йөрөйөм. Киләсәктә Башҡорт дәүләт медицина университетында белемемде камиллаштырыу теләге менән янам.
    Йырлау, бейеү – яратҡан шөғөлдәрем. Халҡымдың сәнғәтенә бәләкәйҙән ғашиҡмын. Мәктәптә уҡығанда сәхнәнән төшмәй инем, колледжда уҙған сараларҙа ла әүҙем...

    авторы: админ | 26 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һөйөнөп бөтә алмайым Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Йонос урта мәктәбенең IX синыфында уҡыған ҡыҙыбыҙ Зөлфиәгә 14 йәш. Һәр әсәгә үҙ балаһы «иң-иң»е булғандай, мин дә ҡыҙыма ҡарап һөйөнөп бөтә алмайым. Ул етди, бөхтә, матур фекерләй, бейергә ярата.
    Гөлсирә ШАФИҠОВА.
    Мәсетле районы,
    Йонос ауылы.

    авторы: админ | 19 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Камиллыҡҡа, матурлыҡҡа, сафлыҡҡа ынтылыусы ҡыҙ ул – Эльнара Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Был мөләйем, тулған айҙай нурлы йөҙлө ҡыҙ – Эльнара Абаҡасова. Ул Ҡырмыҫҡалы районының хозур тәбиғәтле Ҡарлыман ауылында татыу башҡорт ғаиләһендә тыуып үҫкән. Ҡарлуғас ҡанатындай ҡыйғас ҡашлы, янып торған ҡара күҙле, саф башҡортса һөйләшкән Эльнараны райондың «Даирә» гәзите хеҙмәткәрҙәре лә яҡшы белә. Ә инде аныҡ, фәһемле фекерҙәре, ҡыҙыҡлы мәҡәләләре менән ул күптәргә таныш.
    БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының II курс талибәһе Эльнара бар булмышы менән кешеләргә байрам бүләк итеү өсөн яралған төҫлө. Уның өҙҙөрөп бейеүен күрһәгеҙ, ҡумыҙ сиртеүен ишетһәгеҙ...

    авторы: админ | 12 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ғүмер бер генә! Ҡәҙерен беләйек! Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Айгөл ТҮЛӘБАЕВА: "Ғүмер бер генә! Ҡәҙерен беләйек!"
    «Йәмле Хәйбулла районының Fәлиәхмәт ауылында донъяға килгәнмен. Сибай педагогия колледжының хеҙмәт бүлеген тамамлап, әле ауылымда уҡытыусы, тәрбиәсе булып эшләйем. Үҙ эшемде, уҡыусыларымды бик яратам. Кешене хеҙмәт биҙәй, тигән халыҡ мәҡәленә таянып, эшемә бөтә күңелемде, көсөмдө, йөрәк йылымды һалам. Ҡыҙҙарҙы төрлө аш-һыу, ҡул эштәре, модалы кейем тегеү, әйберҙәрҙең «ғүмерен» оҙайтыу серҙәренә өйрәтәм.

    авторы: админ | 5 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru