Иртә торғандың ғүмере оҙон.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ҡолаҡ һал!
  • Өс һөйләм менән
  • Дәрестә
  • Бөрйәндең күренекле зыялыһы
  • Тормош күренештәре
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ул шунан hуң тәмәке тартмай, йырлай hәм спорт менән шөғөлләнә Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым
    Башҡорт дәүләт университеты тормошонда ҡайнап йәшәгән Эльвир Ишкилдинды вузда hәр береhе яҡшы белә. Сөнки ул тырыш, белемле студент ҡына түгел, ә сәнғәт, спорт өлкәhендә ҙур уңыштарға өлгәшә. Төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Ҡурайсы, йырсы, спортсы егет ваҡытты ҡайҙан таба тиерhегеҙ. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә уның тәүге компакт-дискыhы донъя күрҙе. Ул «Гәлсәр hандуғас – 2007» фестиваленең дипломанты ла.
    Эльвир Күгәрсен районының Күгәрсен мәктәбендә уҡып, Мәләүез ҡалаhының 9-сы башҡорт гимназияhын тамамлаған. Әле БДУ-ның физика факультетында уҡый. Һәр яҡтан өлгө булған студентҡа бер нисә hорау менән мөрәжәғәт иттек.
    – Эльвир, ниндәй ғаиләлә үҫтең?
    – Атайым Ишбулды Әхәт улы Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлағас, төрлө вазифалы урындарҙа эшләне. Шуға ла беҙгә тыуған ауылда оҙаҡ йәшәргә тура килмәне. Күсеп йөрөнөк. Әле Өфөгә килеп төпләндек, тиhәм, hис тә хата булмаҫ. Әсәйем Гөлсирә Рәшит ҡыҙы Башҡорт дәүләт педагогия университетының география факультетын тамамлап, төрлө мәктәптәрҙә уҡытыусы булып эшләне. Әлеге көндә ул Рәми Fарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатында директоры урынбаҫары.
    Музыка мәктәбенең ҡурай-баян бүлеген тамамланым. Шуға күрә музыкаға битараф түгелмен. Ҡурайҙа, баянда уйнарға, йырларға яратам. Мәләүез ҡалаhында йәшәгән осорҙа дзюдо, самбо менән шөғөлләнә башланым. Икеhе буйынса ла Рәсәйҙең спорт мастерына кандидатмын. Йыр буйынса тәрбиәселәрем Нәғим Нуриманов, Fәзим Ильясов, Тәлғәт Нуриевҡа, спорт буйынса тренерҙарым Виктор Семенов, Александр Рябовҡа оло рәхмәтлемен!
    Республика йыр-моң конкурстарында уҡыусылар араhында бер нисә тапҡыр лауреат исеменә лайыҡ булдым. Күп тапҡыр республика турнирҙарында дзюдо, самбо буйынса уңышлы сығыш яhаным, призлы урындар яуланым.
    – Бәләкәй саҡта кем булырға хыялландың?
    – Инженер булғым килә ине. Атайым, бөтә яҡтан да өлгөр кеше булырға кәрәк, тип өйрәтте. Шуға күрә ағайым Илнур ҙа бейеү түңәрәгенә, милли көрәш, дзюдо секцияhына йөрөнө, гитарала матур уйнай. Өфө дәүләт нефть-техник университетын тамамланы. Уны hәләтле hәүәҫкәр композитор, тип әйтер инем. Йырҙарҙың hүҙҙәрен ағайым үҙе яҙа. Күңелем тулып, ҡанатланып киткән саҡтарҙа үҙем дә ижад итәм. Бәләкәй ҡустым Фәнискә 11 йәш, мәктәптә уҡый. Футбол секцияhына йөрөй, хоккейҙы ярата. Миңә физика факультеты, физика фәне оҡшай. Уҡыған факультетымда элемтә буйынса инженерҙар әҙерләнә, шуға күрә бала саҡ хыялым тормошҡа ашыр, тип ышанам.
    – Уҡып бөткәс, ҡайҙа hәм нимә эшләргә уйлайhың?
    – Университетты тамамлағас, hөнәрем буйынса республикабыҙҙа ҡалып, бөтә күңелемде hалып эшләргә йыйынам. Салауат Мөхтәр улы Fайсиндың «Башинформсвязь» акционерҙар йәмғиәтен уңышлы етәкләүен күреп, hоҡланам. Үрнәк алыр шәхестәр бар. Маҡсаттарыма ирешермен, хыялдар аҡланыр, тип ышанам.
    – Йырсы Fәзим Ильясов менән бергә гастролдәргә йөрөп ҡайтыуың билдәле. Был уҡыуыңа ҡамасауламаймы?
    – Юҡ, гастролдәрҙән илhамланып, ҡанатланып, үҙ-үҙемә көс туплап ҡайттым. Fәзим Ильясов менән берлектә үткән ҙур концерт программаhын hәр ерҙә көслө алҡыштар, зал тулы тамашасылар ҡаршыланы.
    – Тәбиғәттән бирелгән hәләтте үҫтереү өсөн нимәләр кәрәк?
    – Һәр кешегә тәбиғәттән hәләт hалына. Төрлө сәбәптәр менән ул ҡай саҡ асылмай ҡала. Һәр кем үҙ тырышлығы менән тәбиғи hәләтен үҫтерә ала икән, ул хуплауға лайыҡ. Үҙ өҫтөңдә тынғыhыҙ эшләү, тырышыу оло маҡсаттарға илтә. Иң мөhиме – үҙ-үҙеңде юғалтырға ярамай. Тәбиғәт биргән hәләтте үҫтерергә кәрәк.
    – Тормошта иң ҡурҡҡаның нимә?
    – Йәмғиәттән артта ҡалыу. Үҙ-үҙеңде юғалтыу. Халҡыма, илемә кәрәкмәгән кеше булыу. Урамда эсеп, хәйер hорап йөрөгән кешеләр бик борсой.
    – БДУ hиңә нимәhе менән оҡшай?
    – Ул – республикала иң ҙур университет, филиалдары ла күп, төрлө hөнәрҙәр буйынса белем алырға була. Студенттар hәм профессорҙар араhында берҙәмлек көслө. Бигерәк тә оҙаҡ йылдар физика факультетын арымай-талмай етәкләгән профессор, физика факультеты деканы Роберт Яҡшыбаевты хөрмәт итәм.
    – 10 йылдан Башҡортостанды нисек күҙ алдына килтерәhең?
    – Беҙҙең республика, билдәле булыуынса, йылдан-йыл сәскә ата. Ун йылдан ул тағы ла алға китер, тип уйлайым. Йәштәр эш менән тәьмин ителер. Кешеләр араhында матур мөнәсәбәт, ярҙамсыллыҡ булырына ышанам.
    – Һинең менән булған мәҙәк хәл?
    – Миңә дүрт йәш булғанда (ағайыма 7 йәш ине) беренсе тапҡыр тәмәке тартып ҡараным. Өйгә ҡайтып инhәм, атайым телевизор ҡарай. Миндә шундай батырлыҡ тойғоhо тыуҙы. Оҙаҡ уйлап торманым, үҙемде оло кеше итеп, атай эргәhенә ятып, телевизор ҡарай башланым. Бер аҙ ваҡыт үткәс, атай минән hорап ҡуйҙы: «Әллә, улым, тәмәке тартҡанhың инде?» «Эйе, атай, бер оҙондо ебәрҙем», – тинем ғорурлыҡ менән. Атайым: «Ағайың ҡайҙа?» – тип hорағас, көтөү ҡаршыларға штабҡа китте, тип яуапланым. «Штаб нимә ул?» – тигәс: «Малайҙарҙың тәмәке тарта торған урыны», – тип яуапланым.
    Ағайым ҡайтҡас, әсәй: «Тәмәке тартыуығыҙҙы ташлай алаhығыҙмы?» – тип hораны. Ағайым әллә оялып, әллә ҡурҡып: «Әрләмәгеҙ, может ташларбыҙ», – тип яуапланы.
    Шул көндән hуң беҙҙең өйҙә тәмәке тартыусы булманы.

    Милә ФӘЙРУШИНА,
    БДУ студенткаhы.
    авторы: Нур | 28 июня 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • «Гәлсәр һандуғас»тың яңы моңдары
  • «Һынатырға хаҡым юҡ»
  • Өфөлә - йәш физиктар форумы
  • Эҙләнәм, һыҙланам, юлланам...
  • Йырҙарым менән бәхетлемен
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru