Кешенең төҫ матурлығы матур түгел, эш матурлығы матур.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Дәрестә
  • Йәштәр «Майҙан» клубына йыйылды
  • Йондоҙнамә
  • Яңылыҡтар
  • Сабый бишектән тәрбиәләнә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Сип-сип»тәр иле Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым
    «Сут-сут-сут» «сип-сип-сип», «фиют-фиют-фиют», – тип төрлө тауыштарға күмелеп, яңы көн тыуҙы. Төрлө-төрлө ҡошсоҡтарҙың бер-береhен сәләмләүе ине был. Тәбиғәттә был иртәнге, онотолмаҫ моң ярты сәғәт тирәhе дауам итте лә, ҡоштарҙың hәр береhе үҙ юлы, үҙ эше, үҙ шөғөлө менән таралышты.
    Анау ағас башына ала ҡарғалар ҡунған. Ҡаты тауыштары менән фекер уртаҡлашалар, кәңәшләшәләр, бергә-бергә оя ҡоралар. Ҡыуаҡлыҡтарҙа ваҡ ҡошсоҡтар, турғайҙар, кескәйҙәр яhаған тағараҡтарҙағы емдәрҙән ҡәҙерләп кенә ауыҙ итәләр ҙә, үҙ эштәре менән осоп та китәләр.
    Көн дә төрлө ығы-зығыға йонсоп, шау-шыуға баш ҡайнап йәшәгән заман. Ҡала ерендә ял көндәрендә лә тыныс урын табып, күңел дауаhы алырға форсат юҡ... Шуға ауылды hағынып ҡайтҡас, бөтә нимәгә лә иғтибар нығыраҡ бүленә. Йонсоған саҡтарҙа, хатта турғайҙарҙың да «сип-сип-сип» тигән тауыштары күңелгә тыныслыҡ килтерә. Йәй көндәрендәге кисерештәр хаҡында hөйләп тораhы түгел.
    Турғайҙар өйөлөшкән урынды күҙәтеп торам: бер ғаилә шикелле үҙҙәре. Береhенә лә ҡамасауламаҫҡа тырышып, ем сүпләйҙәр. Ваҡыты-ваҡыты менән сөкөрләшеп алған булалар ҙа, «тек-тек» килеп, ем сүпләүен дауам итәләр. Ҡапыл өҫтән ҡанаттарын йәйеп, бер-нисә күгәрсен турғайҙарҙың табынына килеп төштө. Ҡошсоҡтар бер аҙ өркөшөп фырылдашып ҡырға остолар ҙа кире килделәр. Ҡара hин уларҙы! Күгәрсендәр ҙә, турғайҙар ҙа әхирәттәр шикелле ҡушылып гөрөлдәшә, сипылдайҙар.
    Шулай күпмелер ваҡыттан hуң йомшаҡ ҡына баҫып, күҙҙәрен ялтыратып, ирендәрен ялай-ялай ҡара бесәй турғайҙар янына шыуыша башланы. Ярай әле, ҡырҙан минең күҙәткәнде күреп, туҡтап ҡалды. Тора биргәс, юлын дауам итмәксе булды.
    – Брыс-с-с! – тиеүем булды, табандары ла ялтыраны.
    Турғайҙар сиратлашып килә торҙо, китә торҙо, ә ваҡыт hаман үҙенекен итә. Аҙыраҡ торғас, юлымды дауам иттем. Ҡошсоҡтар, күгәрсендәр үҙ көйҙәрен hуҙҙы ла һуҙҙы.
    Баш осомдан, «шыҡрҡ-шыҡрҡ-шыҡрҡ», тип шыҡырлап hайыҫҡан осоп китте. Бара торғас, артыма боролоп күҙ hалдым. Мин күҙәткән ерҙә бер-ике малай остоғо шаяра-шаяра ҡоштарҙы баҫтыра – тапҡандар уйынсыҡ! Мин малайҙарға табан йүнәлдем.
    – Эй, малайҙар, ҡастыҡ, ҡастыҡ! Кемдер килә! Күреп ҡалмаҫ борон hыпырттыҡ! – тип hөрәнләй-hөрәнләй йүгерҙеләр. Туҡтап ҡалдым... Ә малайҙар бара-бара алыҫлашты, ҡапыл: «Тах-тох! Тах-тох», – тигән тауыштар ишетелде. Ағас башында ултырған ҡарғаларҙа ни үстәре бар икән?! Аңламаҫhың. Береhе рогатка, береhе пугач менән ҡоралланып, үҙҙәре әйтмешләй, «бомбить» итәләр.
    Бесәй, эттәргә бер hүҙ әйтеүең була, насар уйын артҡа ҡалдырып кире китә, ә былар бит кеше балаhы, нимә тип әйтhәң дә тыйылмайҙар шул.
    Эйе, тормош еңел түгел, ә бына шулай күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән мәлдәрҙә тәбиғәткә сығып саф hауала йөрөhәң – үҙе бер дауа. Ҡоштарға ла иғтибар бирhәк, улар тағы ла моңлораҡ, дәртлерәк йырҙарын беҙгә – кешеләргә, бүләк итерҙәр ине...
    Әлфиә АХМАЕВА.
    авторы: Нур | 3 июля 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Тәбиғәттең ҡанундары камил һәм &# ...
  • Аҡҡош һәм сусҡа
  • Хыянат
  • Сыйырсыҡ, сыйырсыҡ, ояңдан осоп сыҡ!
  • Уңалмаҫ яра
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru