Кешене эштә һына.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Хужабикәгә кәңәш
  • Юлдарыбыҙ булһын имен
  • «Ағиҙел»һеҙ ҡалмағыҙ!
  • Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!
  • Айырылышыуҙың сәбәптәре төрлө шул...
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Зәйнулла Рәсүлев урамы булырмы? Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым
    Баш ҡалабыҙҙың иҫке урамдарының береһе булған Яңы мостовой (Новомостовая) урамы атамаһы һуңғы ваҡытта киң матбуғат сараларында йыш күренә башланы. Ни өсөн, тиһегеҙме? Билдәле булыуынса, быйыл күренекле дин әһеле, ғалим-теолог, арҙаҡлы башҡорт мәғрифәтсеһе Зәйнулла ишан Рәсүлевтың тыуыуына 175 йыл тулыу айҡанлы дәүләт кимәлендәге оло ижтимағи-мәҙәни саралар ойошторолдо.
    Өфө ҡалаһында уҙғарылған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияла әлеге Яңы мостовой урамының Зәйнулла Рәсүлев урамы тип аталасағы тураһында ла һүҙ булды. Әммә ҡала хакимиәтендә, был ҡарар яңылыш булған, сөнки был урамдың исеме – тарихи атама, һәм уны алмаштырырға ярамай, тигән фекер өҫкә сыҡты. Әлбиттә, был урам Өфөнөң тарихи үҙәгендә урынлашҡан, әммә Яңы мостовой тигән атаманың тарихилығы ниҙәлер, уныһы һис аңлашылмай. Был тарихилыҡтың нигеҙендә ни бары ошо урамға ҡасандыр таш түшәлеүе генә ята бит! Улайға китһә, баш ҡалабыҙҙа туҙға яҙмаған атамалы урамдар бихисап булып (мәҫәлән Гараж, Кирзавод, 3-сө Төҙөүселәр, Депутат, Фанера урамдары), уларына ла «тарихи» тигән мөһөр баҫыу бер ни тормаҫ. Шул уҡ ваҡытта Өфөнөң тарихи үҙәгендәге урамдарға элекке исемдәрен ҡайтарыу тураһында бер һүҙ ҙә юҡ бит.
    Әйткәндәй, үҙебеҙҙең «аҡыллы» баштарыбыҙҙың ҡайһыһылыр тарафынан Новомостовая атамаһы руссанан «Яңы күпер (!) урамы», тип, төптө хаталы тәржемә ителгән. Күпер ни ҙә, түшәүле урам ни – һуҡыр күҙгә барыбер түгелме ни! Башҡорттоң «Уйламай һөйләгән – ауырымай үлгән» тигәне шулдыр, күрәһең. Шул уҡ Яңы мостовой урамын Зәйнулла Рәсүлев кеүек тарихи шәхестең исеме менән атағанда, тарихилыҡ төшөнсәһенә һис бер зыян килмәҫ ине. Нисек кенә булмаһын, беҙ Өфө хакимиәте ошо мәсьәләне тиҙ арала хәл итә алыр, тип өмөт итәбеҙ.
    Бәҙри ӘХМӘТОВ.
    Өфө ҡалаhы.

    РЕДАКЦИЯНАН. Кисә Өфө ҡала советы ултырышында депутаттар баш ҡалабыҙҙың бер нисә урамының атамаһын үҙгәртеү тураhында ҡарар ҡабул итте.
    Хәҙер Фрунзе урамы – Зәки Вәлиди Балалар тыҡырығы – Мәғәфүр Хисмәтуллин, ә инде Благоев урамы Зәйнулла Рәсүлев исемен йөрөтәсәк.
    авторы: admin | 2 августа 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡор ...
  • Бәшмәкле урамы ҡайҙа?
  • ЗӘЙНУЛЛА РӘСҮЛЕВ УРАМЫ БУЛАСАҠ
  • Исеме һәм даны ҡайтты
  • Ыңғай үҙгәрештәр
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru