Алда булһа ҙур теләк, эштән ял таба йөрәк.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән!
  • Йондоҙнамә
  • «Төндә атыр гөл»
  • Крокодилдың теле һәленмәй.
  • «ТАГАЗ» ҮҘ АВТОМОБИЛДӘРЕН СЫҒАРА
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Һабаҡтары ғүмерлек Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым
    Беҙҙең яҡтарҙа өләсәйгә «әнкәй» тип өндәшәләр. Мин дә бала саҡтан әнкәй тип үҫтем, исеменең дә Ғәйниямал икәнен 13 – 14 йәштәр тирәһендә генә белдем. Ошоға бәйле ике туған ағайым Рафиҡ менән ҡыҙыҡ ваҡиға ла булып алған: 8-се синыфты тамамлағас, Һатҡы ҡалаһындағы профессиональ-техник училищеға уҡырға барыу өсөн танытма юллап, ауыл советына бара. Танытманы тултырғанда әнкәйҙең исеме кәрәк була, ә ул белмәй. Сәркәтип: «Белеп кил!» – тип өйөнә кире бора.
    Салауат районының Мәсетле ауылында күп балалы, тормошо бөтөн ғаиләлә үҫә ҡәҙерлебеҙ. Бик йәшләй Мәсетле районының Иҫәнбай ауылына килен булып төшә. Ошо мәлдә, ХIХ быуат аҙағы ХХ быуат баштарында, барған сәйәси хәлдәр һәр ғаиләне, һәр кешене үҙ «тырнағы»нан ысҡындырмай. Заманына күрә арыу ғына белемле ире Ҡотдос, батша армияһында хеҙмәттә саҡта уҡ РСДРП сафтарына ағза итеп алынып, революциянан һуң Дыуан-Мәсетле волревкомында аҙыҡ-түлек комиссары булған. 1918 йылдың йәйендә фетнәселәр тарафынан үлтерелеп, Биҙәр тауҙағы эзбиз шахтаһына ташлана. 25 йәшлек кенә Ғәйниямал береһенән-береһе бәләкәй өс бала менән яңғыҙ тороп ҡала. Ҡотдостоң бер туған ағаһы Йосоп: «Киленде ситтәргә биреү юҡ», – тип, уны икенсе ҡатынлыҡҡа ала. Тағы ла биш бала донъяға килә. Ҙур ғаилә бик тә татыу ғүмер итә.
    Утыҙынсы йылдар башында, ғаилә башлығына «кулак» мөһөрө һуғылып, туғыҙ баланан торған ҙур ғаилә алыҫ Себер яҡтарына оҙатыла. Тормоштоң бөтә әсеһен-сөсөһөн татып, кәмселектәргә дусар ителеп, алты йылдан һуң ғына әйләнеп ҡайта улар тыуған яҡтарына. Шуныһы аяныслы, иң кесе ҡыҙҙары менән ике йәшлек малайҙары ят ерҙәрҙә мәңгегә ятып ҡала.
    Ауылдаштарының рәнйетеүҙәре икеләтә ауыр була. Йәшәргә урын юҡ, балаларҙы мәктәптән ҡыуып ҡайтаралар, эшләргә эш бирмәйҙәр. Ҡаты ауырыуҙан һуң ғаилә башлығы Йосоп вафат була.
    Тормош даръяһы үҙ яйына аға ла аға. Нимә инде уның өсөн кешелек хәсрәттәре һәм шатлыҡтары – улары тик күңел даръяһында һеңеп ҡала, ваҡыты еткәс, хужаһы менән мәңгегә юғала. Әнкәйемдең балаларының барыһы ла башлы-күҙле булып, һәр береһе үҙ донъяһын булдыра.
    Әнкәйемдең бер ваҡытта ла уфтанып, йә булмаһа, ҡарғанып ултырғанын күрмәнем. Ә бының өсөн сәбәптәре лә етерлек ине бит: бөтә ир туғандары сәйәси золом ҡорбандары була, иң өлкән ҡыҙы Бибинур һөргөндә булып ҡайта.
    Ғәзиз кешебеҙ, үткән быуаттың утыҙынсы йылдарында өйөн, бар булған мөлкәтен тартып алып, Себергә һөргөнгә ебәрелеүҙәрендә совет власының ғәйебен күрмәне. «1918 йылдың йәйендә Ҡотдосомдо үлтереүсе ауылдаштар бер аҙҙан үҙҙәре коммунист булып китте һәм, уға үс итеп, ағаһы Йосоптоң ғаиләһен, йәғни беҙҙе, Себер һөрҙөләр», – тигәндәре һаман иҫемдә.
    Юҡҡа сыҡҡан мөлкәтен уйлап, әнкәйемдең бошонғанын бер ҙә ишетмәнем. Үҙем белем алған, үткән быуат аҙаҡтарына тиклем халыҡҡа хеҙмәт иткән мәктәп бинаһының да олатайыбыҙҙың йорто булғанын күптән түгел генә белдем.
    Әнкәйем, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ике улының балаларын ҡарарға ярҙамлашты, сөнки ул заманда балалар баҡсалары булманы, ә килендәре көнө буйы эштә ине. Береһенең ғаиләһендә һигеҙ малай, бер ҡыҙ тәрбиәләнһә, икенсеһендә һигеҙ ҡыҙ үҫте. Бөгөн унлаған ейән-ейәнсәренең төрлө район хакимиәттәрендә, хужалыҡ ойошмаларында, Башҡортостан Хөкүмәтендә яуаплы вазифалар биләүе уның да тәрбиә өлөшө булыуы тураһында һөйләй.
    Әнкәйем уҡый-яҙа белгәнме, юҡмы, хәтерләмәйем, ләкин ул яттан бик күп шиғыр, әйтем, таҡмаҡ белә ине. Күптәрен хәҙергә тиклем үҙем уҡыған китаптарҙа осратҡаным булманы.
    Сәй эсәләр үҙҙәре,
    Тәҙрәлә күҙҙәре.
    Йәш йөрәкте яндыралар,
    Һау бул, тигән һүҙҙәре.

    Эй, алма бит, алма бит,
    Алма биттәр ҡала бит.
    Алма биттәр ҡалмаҫ ине,
    Беҙҙе батша ала бит.
    Әнкәйемдең, бала тәрбиәләйем, тип оҙон-оҙаҡ итеп нотоҡ һөйләп ултырғанын иҫләмәйем. Үҙен тотошо, бөтә булмышы менән тәрбиәләй ине беҙҙе. Хәҙер килеп аптырашта ҡалам: фронттан ҡайтҡан өлкән улы, үҙе туғыҙ бала атаһы, уның алдында тәмәке тартырға баҙнат итмәй ине. Кесеһе инде бөтөнләй тартманы.
    Әнкәйем ураҙа тотто, намаҙын ҡалдырманы. Ләкин, мин – диндар, тип, сабауыллап йөрөмәне. Нимәгәлер үтә бирелгәнлекте үҙ итмәне. «Һәр нәмәлә сама булырға тейеш», – тип йыш ҡабатлай торғайны. Ҡайһы әҙәмдәрҙең этлеген ныҡ татыһа ла, балаларын үсләшеп йөрөүҙән тыя килде. «Улар былай ҙа Хоҙай тарафынан кәмһетелгән ғифриттәр, гонаһтарына инмә», – тип әйтер ине.
    ХХI быуат – ҙур тиҙлек, ғәйәт күп мәғлүмәттәр заманы. Кешеләр, милләтенә, йәшенә ҡарамай, ҡайҙалыр ашыға, нимәгәлер хужа булырға ынтыла. Ер шары ла үҙ күсәрендә ғәҙәттәгенән шәберәк әйләнә һымаҡ. Кешелек донъяһында көнсөллөк, тәкәбберлек, ике йөҙлөлөк өҫкә сыҡты. Быларҙы берәү ҙә инҡар итмәй. Ошо шарттарҙа олатай-өләсәй һабаҡтарын иҫкә төшөрөү бик тә кәрәкле һәм урынлы булыр.
    Ғәлимйән КӘРИМОВ.
    Мәсетле районы.
    авторы: admin | 7 марта 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Исемдәренә лайыҡ булайыҡ
  • Көмөш тәнкәләре генә ҡалды
  • Башҡорт рухлы өләсәйем
  • Мәңге һүнмәҫ ялҡының
  • Мең йәшә, өләсәй!
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru