Иренсәкте илсе итһәң, илеңә яу килтерер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ҠӘҘЕР КИСЕ
  • Йөрәгеңде тыңлайһыңмы, әллә...
  • Әсә абруйы
  • АУЫЛҒА ҠАЙТ ТА АҠСА АЛ!
  • ҮӘТ, ШЕШЛЕК!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Яңы үрҙәрҙән ҡурҡырға ярамай!» Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым
    Айгөл миңә студент йылдарынан уҡ таныш. Башҡорт дәүләт университетының 1-се ятағында беҙ күрше бүлмәләрҙә йәшәнек. Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының сит телдәр бүлегендә уҡыған ҡыҙ миндә һәр ваҡыт һоҡланыу тойғоһо тыуҙыра ине. Ҡайһы берәүҙәр сессиянан сессияға тиклем осорҙо йоҡлап, юҡ-бар менән уҙғарһа, Айгөл уҡырға ла, эшләргә лә, университет һәм ятаҡ тормошонда ҡайнап йәшәргә лә ваҡыт тапты. Ул факультеттың профком рәйесе, ятаҡ старостаһы булды. 2005 йылда Польшала үткән Халыҡ-ара йәштәр конференцияһында Башҡортостандан вәкил булып ҡатнашып, милләтебеҙ мәҙәниәтен, йолаларын сағылдырҙы.
    Бөгөн ул Башҡортостан авиакомпанияһында стюардесса булып эшләй. Тыуған ҡалаһында ата-әсәһе янында ял иткән мәлдә Айгөлдө тап итеп, уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
    – Айгөл, стюардесса булыу һинең хыялың инеме?
    – Мин унда осраҡлы ғына килеп эләктем. 2006 йылда Өфө ҡалаһындағы аэропортҡа башҡорт, рус, инглиз телдәрен яҡшы белгән диктор (йәғни рейстарҙы иғлан итеүсе) талап ителеүен белеп ҡалдым. Һынауҙы уңышлы үткәс, уҡыуҙан буш ваҡытта шунда эшләй башланым. 2007 йылда университетты ҡыҙыл дипломға тамамлағас, Мәскәүҙә VIMavia авиакомпанияһында Домодедово аэропортына стюардесса булып эшкә урынлаштым.
    – Белеүемсә, һәр кем стюардесса була алмай...
    – Кандидаттар бик ҡаты һынау үтә. Ҡыҙҙарҙың төҫ-ҡиәфәтенә, телдәрҙе яҡшы белеүенә, сәләмәтлегенә, психологик сыҙамлығына ҙур иғтибар бирелә.
    – Иң беренсе осҡанда ҡурҡыу тойғоһо булманымы?
    – Студент саҡта Америкаға барып ҡайтҡанда самолетта осҡаным бар ине. 4-се курста Вирджиния штатының Уильямсбург ҡалаһында дүрт ай эшләгәйнем.
    – Һәр ваҡыт сит-ят ерҙәһең, һәр ваҡыт юлдаһың, һайлаған һөнәреңдән кире ҡайтыу булманымы? Пассажирҙарҙың да төрлөһө була.
    – Һөнәрем үҙемә оҡшай! Беҙ даими психологик тренингтар үтәбеҙ, кешеләр менән дөрөҫ аралашырға өйрәнәбеҙ. Мәҫәлән, ярһыған пассажирға дүрт һорау биреп, унан дүрт эйе һүҙен ишетеп, уны тынысландырырға мөмкин. Бер ваҡытта ла уларға юҡ тип әйтмәйбеҙ. Минең башҡорт икәнлегем йөҙөмдән күренеп тора. Самолетта милләттәштәрем булһа, яҡын туғанымды осратҡан кеүек ҡыуанам.
    – Ҡайһы тарафтарға командировкаға йышыраҡ юлланаһың?
    – Төрлөсә була. Рәсәй буйлап осҡанда илебеҙҙең киңлегенә хайран ҡалам! Мәскәүҙән Владивостокҡа тиклем туғыҙ сәғәт осорға кәрәк. Франция, Италия, Испания, Канар утрауҙарына йыш барам. Ҡайһы ваҡыт сит илдә бер нисә аҙна ҡалырға тура килә. Шул ваҡытта илдең мәҙәниәте, халҡы менән яҡындан танышырға мөмкин. Командировкаға юлланыр алдынан стюардессаларҙы йыйып алып, шул илдең йолалары, кейенеү тәртибе, аралашыу ҡағиҙәләре хаҡында һөйләйҙәр. Мәҫәлән, яңыраҡ Иранда ике ай командировкала булдым. Унда мин мосолман ҡатын-ҡыҙ кейергә тейешле кейемдә йөрөнөм.
    – Күренеүенсә, һин төрлө илдәрҙә булаһың, бик күп аралашаһың. Моғайын, һылыу башҡорт ҡыҙын алып ҡалырға тырышыусылар күптер?
    – Була... (Көлә). Бергә эшләгән ҡыҙҙар араһында сит ил ир-егеттәре менән яҙмыштарын бәйләүселәр булып тора. Мин мотлаҡ башҡорт егетенә генә кейәүгә сығасаҡмын.
    – Карьера һәм ғаилә. Ҡайһыһын һайлар инең?
    – Һис шикһеҙ, ғаилә.
    – Киләсәккә ниндәй пландар ҡораһың?
    – Ғүмерен авиация менән бәйләгән кеше бер ҡасан да унан китә алмай, тиҙәр. Стюардесса булып ете йыл эшләргә мөмкин. Киләсәгемде зәңгәр күкте айҡаған тимер ҡошһоҙ күҙ алдына килтерә алмайым. Шул өлкәлә эшләүемде дауам итермен, тип уйлайым.
    – Йәштәргә әйтер һүҙең?
    – Йәшлек – йәшнәп йәшәр саҡ! Яңы үрҙәрҙән һис ҡурҡмағыҙ. Үҙегеҙҙе төрлө өлкәлә һынағыҙ, бер урында тапаныуҙан азат булығыҙ. Ололар йәш быуынға ярҙам итһен ине. Юғиһә ҡайһы бер ата-әсәләр балаларының юлына арҡыры төшөп, уларҙың пландарына аяҡ сала, яҡты уй-хыялдарын селпәрәмә килтерә. Был йәһәттән үҙемдең яҡындарыма рәхмәтлемен. Улар миңә ышана, һәр башланғысымды хуплай.

    Гүзәл БИКМӘТОВА әңгәмәләште.
    Баймаҡ ҡалаһы.
    авторы: Нур | 25 июня 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Тәгәрмәс ял иткәндә
  • Афарин, Тамырҙар!
  • Янылыктар
  • Барактың атаһы – Мөбәрәк
  • Йәш ғаиләләр өсөн тура бә ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru