Дәртһеҙ кешенән эш сыҡмаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Компьютерға аллергиямы?
  • Тормош күренештәре
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • «ТАГАЗ» ҮҘ АВТОМОБИЛДӘРЕН СЫҒАРА
  • Республика медицина кәңәшмәһенә әҙерлек ҡыҙа
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Тир түкһәң – уңырһың Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым
    2006 йылдың 7 июлендә Мәсетле районының Дыуан-Мәсетле ауылында гөрләп туй үтә. Был – Гөлназ менән Артур Әлмөхәмәтовтарҙың иң бәхетле көнө. Йәштәр татыу, матур итеп йәшәп алып китә.
    Артурҙың курсташы теплицала ҡыяр, помидор үҫтереү менән шөғөлләнә. Шуға күрә ул да дәртләнеп, үҙ эшен асыу хыялы менән яна башлай. Ниәтен тормошҡа ашырырға матди яҡтан ата-әсәләре ярҙам итһә, рухи яҡтан курсташы кәңәштәре менән дәртләндереп тора. Ҡышҡа Артур ҡайныһы, атаһы һәм ауылдың ҡайһы бер ир-егеттәре менән берлектә бынамын тигән теплица яһап, пленка менән ҡаплай. Теплица мейес ярҙамында йылытыла.
    Бер аҙҙан унда тәүге үҫентеләр моронлана. Хәҙер инде хужа өсөн иң мөһим, яуаплы осор етә. Артур хыялын тормошҡа ашырыу өсөн ең һыҙғанып эшкә тотона. Үҫентеләргә һыуыҡ теймәһен тиһәң, мейесте ике сәғәт һайын яғып торорға, ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа кәрәк.
    Артур таң һарыһынан тороп, үҫентеләргә һыу һибә, сүп үләндәрен утай. Ҡыяр менән помидорҙар көндән-көн күҙгә күренеп үҫә. Хужаны был дәртләндерә генә, ул ал-ял белмәй эшләүен дауам итә. Өлгөргән ҡыяр, помидорҙы район үҙәгендәге магазиндарға һатыуға тапшырып торалар. Шулай уҡ йәшелсә менән ауыл халҡын да тәьмин итәләр.
    Йәш ғаиләнең эше теплица менән генә сикләнмәй. Артур – Өфөлә урман хужалығы техникумын, Гөлназ 2005 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған. Ғаилә башлығы тәүҙә «Рыбнадзор» инспекторы булып эш башлай. Хәҙер Артур – Дыуан урман хужалығында, ә Гөлназ район үҙәк дауаханаһында табип-онколог булып эшләй.
    Әйткәндәй, уларҙың эштән ҡайтҡанын һағынып көтөп ултырыусы ла бар. Ул – Артур менән Гөлназдың мөхәббәт емеше – Алһыу. Ҡыҙға хәҙер ике йәш. Ата-әсәһе эштә булғанда олатаһы тәрбиәһендә ҡала.
    Тырыш, үҙ маҡсатына ирешеүсән йәштәргә юлдарында осраған ауырлыҡтар сәм генә өҫтәй. Артабан да уларҙың тормош һынауҙарына бирешмәйенсә алға атлаясағына шик юҡ.

    Рәмзилә ӘЛИМБАЕВА,
    БДУ студенты.
    авторы: Нур | 25 июня 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Ҙур тормош һынауҙары үткән Артур Ҡансур ...
  • Оло йөрәкле кешеләр
  • Орган залындағы йәйге осрашыу
  • Бәхеттәре – тыуған ерҙә
  • Өфө һалдатын имгәткәндәр
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru