Айран бешеп, май төшмәй, сүбәк сәйнәп, май сыҡмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]Тарих киләсәккә юл яра[/b]
  • Баш йортомдағы телде башҡорт аңлаймы?
  • Бөлгөнлөктө туҡтатыу әмәле бармы?
  • Сөннәтләү – кәрәкле ғәмәл
  • [b]ИҒлан[/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ҡотлайбыҙ Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым
    Ҡотлайбыҙ“Йәшлек”тең тоғро дуҫы, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһы лауреаты
    Азамат Рәмил улы ЮЛДАШБАЕВТЫ
    45 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
    Шоңҡар кеүек ҡыйғыр ҡоштоң
    Урындары – бейектә.
    Ир-азамат һәр саҡ булыр
    Ил-йорт эшендә ектә.
    Талпынғанда, артылғанда
    Ныҡ булһын ҡанаттарың.
    Туҡтатма, елә бирһендәр,
    Ай, ярһыу бит аттарың,
    – тип өндәшә һәм, һаулыҡ-бәхет, илһам-дәрт, көс-ҡеүәт исемле өс тағаның ныҡ булһын, тигән теләген дә еткерә “Йәшлек”.

    * * *
    ҠотлайбыҙТарих 1974 миләди йылдың 11 ҡарасайы (октябре) бик ҡояшлы, аяҙ, сыуаҡ көн булғандыр, тибеҙ. Йөҙөнән бер ваҡытта ла йылмайыу китмәгән, тирә-яғына нур үә йылылыҡ бөркөп торған һәм алсаҡлығы менән үҙенең яҡындарының һөйөүен үә ихтирамын яулаған кешенең холоҡ-фиғелендәге был сифатын башҡа нисек аңлатмаҡ кәрәк?
    Ғәҙәти ҡояшлы, алтын һарысайға алмашҡа килгән, күбеһенсә быҫҡаҡ үә ҡар ҡатыш ямғырҙары менән теңкәгә тейер был айҙа беҙҙең ҡәҙерлебеҙ Шәүрә Самарбай ҡыҙы донъяға килгән көн кеүек сыүаҡ көндәр әҙ булыу бәрәбәренәлер, күрәһең, Аллаһ Тәғәлә борон-борондан халыҡ хәтерендә мәңге урындарын алыр күп ваҡиғаларҙы тап ҡарасайҙа Тарих майҙанына килтергән. Һуңғыларынан һөйөклө Башҡортостаныбыҙҙың бынан 19 йыл әүәл ҡарасайҙың тап 11-се көнөндә үҙаллылыҡҡа өлгәшеүе лә быға асыҡ миҫалдыр.
    Шуның өсөн дә беҙҙең өйҙә йыл һайын был көндә икеләтә байрам, быйыл иһә – өсләтә, сөнки әлеге көндә лә Әбйәлил районының Әбделғәзе-Әҡембәт ауылында донъя көтөүсе Әнисә Мөхәмәтша ҡыҙы менән Самарбай Мостафа улының кесе ҡыҙҙары
    Шәүрә ЯРМУЛЛИНАНЫҢ
    кендек ҡаны Ергә тамыуға 35 йыл ғына ғүмер үткән.
    Тормошоңда тағы бер үрҙе яулауың менән һине ихлас ҡотлайбыҙ! Ғүме­реңдең артабанғы дүрт-биш тапҡырға оҙонораҡ өлөшө лә ҡотло булһын үә Аллаһ Тәғәлә уның иманда, һаулыҡта, байлыҡта, именлектә, татыулыҡ, бәхет-шатлыҡта үтеүен насип әйләнһен!
    Рәшиҙә менән Шәкирйәндең килене, Зөлхизә менән Арыҫландың әсәһенә булған ихлас теләктәрен Раббыбыҙҙың ҡабул ҡылырына ихлас өмөтләнеүсе үә рәхмәтле хәләл ефете Сәлмән.

    * * *
    Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында йәшәүсе ҡәҙерле туғандарыбыҙ
    Әлиә Хәким ҡыҙы
    АҠЪЮЛОВА
    менән
    Тимур Рәүф улы
    ӘЙҮПОВТЫ
    законлы никахтары менән ихлас ҡотлайбыҙ. Бер-берегеҙгә терәк булып, матур ҡыҙҙар, батыр улдар үҫтереүегеҙҙе, атай-әсәйҙәрегеҙҙе ҡыуандырып, шатлыҡ-һөйөнөстәргә бай, бәрәкәтле оҙон ғүмер теләйбеҙ.
    Тәбрикләйбеҙ һеҙҙе ҡауышыу көнө
    менән,
    Ҡотло булһын һеҙҙең туйығыҙ.
    Оҙон ғүмер, һүнмәҫ бәхет менән
    Яңы, матур тормош ҡороғоҙ.
    Матур булһын алда көндәрегеҙ,
    Аҡ сәскәләй бер ҙә шиңмәһен.
    Һәр кем һеҙҙең тормош юлығыҙҙы
    Аяҙ күккә генә тиңләһен.
    Ҡотлау менән – Өфөлә йәшәүсе
    апайығыҙ Айгөл, еҙнәгеҙ Марсель, һеңлегеҙ Илүзә.
    * * *
    Хеҙмәттәшебеҙ
    Эльвира Ишбулат ҡыҙы
    ӘХМӘҘИЕВАНЫ
    күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
    Ғаилә именлеге, бәхет, шатлыҡ-ҡыуаныстар, эшендә уңыштар һәм мораҙына ирешеүен теләйбеҙ.
    Донъялағы һәр бер яҡтылыҡтан
    Өлөш сыҡһын һиңә мул ғына.
    Беҙ теләйбеҙ һиңә аҡ бәхеттәр,
    Шатлыҡтарға илткән юл ғына.
    Байрамыңдың матур хәтирәһе
    Күңелеңдә ҡалһын уйылып.
    Тәбрикләйбеҙ һине ысын күңелдән
    Барыбыҙ ҙа бергә йыйылып.
    Ҡотлау менән – «Йәшлек»тәр.

    * * *
    Ауырғазы районының Үтәймулла ауылынан ҡәҙерлеләребеҙ – атайыбыҙ
    Нәжип Вәлиәхмәт улы
    менән әсәйебеҙ
    Зөлфиә Хөснөтдин ҡыҙы
    ӘСӘҘУЛЛИНДАРҘЫ
    тормош ҡороп, бергә татыу, тигеҙ, бәхетле ғүмер кисереүҙәренә 55 йыл тулыу айҡанлы ҡайнар ҡотлайбыҙ!
    Оҙон ғүмер юлын уҙғанда һикәлтәләр, ҡаршылыҡтар аша үтергә, ауырлыҡ­тарҙы еңеү өсөн көрәшергә тура килде һеҙгә. Иңде-иңгә ҡуйып, бер-берегеҙгә терәк-таяныс булып йәшәгәнгә лә бөгөлөп төшмәнегеҙ, итәк тулы балалар үҫтереп, кәм-хур булмаҫлыҡ, юғалып ҡалмаҫлыҡ, тормош ел-дауылдарында ҡайырылмаҫлыҡ ҡанаттар ҡуйып тәрбиәләнегеҙ, барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт һеҙгә, атай, әсәй! Оло юби­лейҙа йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ: имен-һау, бергә тиңлектә-тигеҙлектә бәхетле ҡартлыҡ кисереп, оҙаҡ йәшәгеҙ. Балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ, бүлә-бүләсәрҙәрегеҙҙең рәхим-шәфҡәтенә төрөнөп, изгелектәрен күреп, шатланып-ҡыуанып ҡына ғүмер итегеҙ. Күргән күҙҙәрегеҙҙән, ишеткән ҡолаҡтарығыҙҙан, йөрөгән аяҡтарығыҙҙан, үткер аҡыл-зиһенегеҙҙән, рух ныҡлығынан айырмаһын Хоҙай Тәғәлә, һаулыҡтың ҡаялай ныҡлыһын бирһен һеҙгә. Бер-беребеҙҙең барлығынан күңелдәр бөтәйеп йәшәйек тә йәшәйек әле, атай-әсәй!
    Ҡотлау һәм изге теләктәр менән барлыҡ балалары, килендәре, кейәүҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре исеменән – Өфөлә йәшәүсе ҡыҙҙары Әлфиә, кейәүҙәре Динислам, ейәнсәрҙәре Динара, ейәндәре Салауат һәм Раушания менән Руслан.

    * * *
    Ишембай районының Ҡалыу-Айры ауылынан ҡәҙерле әсәйебеҙ
    Фәүзиә Сәлих ҡыҙы
    БАҺАУЕТДИНОВАНЫ
    тыуған көнө – 75 йәше менән ихлас күңелдән ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Атайыбыҙ Фәрүәз Ишбирҙе улы менән ғаилә ҡороуҙарына 50 йыл тулды. Өс бала үҫтерҙеләр. Бөтәбеҙгә лә матур тәрбиә биреп, аяҡҡа баҫтырҙылар. Әсәйебеҙҙең күңел йылыһын уның ҡарашында, күрһәткән хәстәрлегендә, тәмле аштарында беҙ һәр ваҡыт тойоп йәшәйбеҙ, донъяла иң яҡын кешебеҙҙең әйткән тура һүҙе, үткер ҡарашы яңылы­шыуҙарҙан, күңел төшөнкөлөгөнән, насарлыҡтан һәр ваҡыт ҡурсалай.
    Ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, аҡ бәхет теләйбеҙ. Шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, оҙон ғүмер кисерергә яҙһын. Ҡояштай яғымлы, нурлы йөҙөң һис ҡасан да болоҡһоу белмәһен, изгелектәр тулы күңелең һәр саҡ тыныс булһын. Ихласлығың, алсаҡлығың, йылы һүҙең һәм яҡшы тәрбиәң өсөн һиңә ҙур рәхмәт. Беҙ һине яратабыҙ.
    Ҡотло булһын, әсәй, тыуған көнөң,
    Нурҙар сәсһен һәр саҡ йөҙҙәрең.
    Ҡайғы-хәсрәт күрмәй, бәхет менән
    Үтһен һинең килер көндәрең.
    Ҡайтҡан һайын һинең яндарыңа
    Ҡолас йәйеп ҡаршы киләһең.
    Мең-мең рәхмәт, әсәй, тәрбиәңә,
    Беҙҙең өсөн һин бик кәрәкһең.
    Ҡотлау менән – улы Миңлейәр, ҡыҙҙары Сәүиә, Сәриә, килене Мәрзиә, кейәүе Илгиз, ейән-ейәнсәрҙәре Римма, Илмир, Роберт, Регина, бүләсәре Диана.
    авторы: admin | 10 октября 2009 | | Фекерҙәр (1)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Ҡотлайбыҙ!
  • Ҡотлайбыҙ!
  • Ҡотлайбыҙ!
  • ҡотлайбыҙ!
  • Ҡотлайбыҙ!
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru