Ашаған аш табыр, эшләгән эш табыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «Ағиҙел»һеҙ ҡалмағыҙ!
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • Тотош дәүер ҡала офоҡта
  • Рәсәй көнө менән!
  • Сабый бишектән тәрбиәләнә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Һорауға - яуап Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым
    Эш урыны буш торорға тейеш түгел


    Белгес хеҙмәткә саҡырылғанда уның эш урыны һаҡланамы?
    М. ИҘРИСОВ.
    Салауат ҡалаһы.


    Юҡ, һаҡланмай. РФ Хеҙмәт кодексының 83-сө статьяһына ярашлы, хеҙмәткәрҙең хәрби хеҙмәткә саҡырылыуы, йә уны алмаштырыусы альтернатив граждандар хеҙмәтенә ебәрелеүе хеҙмәт килешеүен өҙөүгә нигеҙ булып тора. Айырым осраҡта, мәҫәлән, бындай гарантия хеҙмәт килешеүе йә коллектив килешеү буйынса ҡаралған булһа, йә эш биреүсенең инициативаһы буйынса хеҙмәткә саҡырылыусы кешенең эш урыны һаҡланыуы ихтимал. Был осорға эш биреүсе, РФ Хеҙмәт кодексының 59-сы статьяһына ярашлы, икенсе кешене килешеү буйынса ваҡытлыса эшкә алып торорға хоҡуҡлы.

    Эш хаҡы тураһында белешмәне ҡайҙан алырға?

    Миңә хаҡлы ялға китергә күп тә ҡалманы. Әммә эшләгән ойошмам пенсиямды иҫәпләү өсөн биш йылға эш хаҡы тураһында белешмә бирә алмай, сөнки янғын ваҡытында бөтә архив юҡҡа сыҡҡан. Пенсия фондында пенсия күләмен иҫәпләү өсөн башҡа йылдарҙы алырға кәңәш итәләр. Әммә был осраҡта уның күпмелер өлөшөн юғалтасаҡмын. Нимә эшләргә?
    М. ХӘЛИТОВА.
    Бәләбәй ҡалаһы.


    Пенсия фондында һеҙгә дөрөҫ аңлатмағандар. Эш шунда: уларҙа мотлаҡ социаль страховкалауы өсөн иҫәпләүҙәр тураһындағы мәғлүмәт һаҡланырға тейеш. Бындай тәртип «Мотлаҡ пенсия страховкалауы системаһында шәхси иҫәп тураһында» Федераль закон һәм «Шәхси мәғлүмәттәр иҫәбен алып барыу тәртибе тураһында»ғы инструкция менән билдәләнгән. Ошо документтарға һылтанып, Пенсия фондынан 1997 йылдан башлап теләһә ҡайһы биш йылға һеҙҙең эш хаҡы тураһындағы мәғлүмәтте табыуҙарын талап итегеҙ.

    Кемдәр компенсацияға дәғүә итә ала?

    Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһында һаҡланған аҡсаһы янған кешеләргә компенсация түләнә, тип ишеткәйнем. Ул барыһына ла түләнәме?
    Г. АЛСЫНБАЕВА.

    1966 йылға тиклем тыуған граждандарҙың компенсацияға хоҡуғы бар. Шул иҫәптән I һәм II төркөм инвалидтары, инвалид балаларҙың һәм бала саҡтан инвалид булған граждандарҙың ата-әсәләре һәм опекундары, тыныс ваҡытта улдары хәрби хеҙмәттә һәләк булғандарҙың ата-әсәләре, балалары өсөн иҫәп асып, улар өлөшөнә аҡса һалып барған граждандар. Компенсация 1991 йылдың 20 июненә тиклем һалынған аҡса буйынса түләнә.
    Уның күләме аҡсаның күпме ваҡытҡа һалыныуына ҡарап билдәләнә. Әлегә тиклем аҡсаһы банкыла һаҡ­ланған кешеләр һәм дә иҫәптәре 1996 – 2009 йылдарҙа ябылған кешеләр сумманың 100 процентын аласаҡ. Иҫәптәре 1992 йылда ябылған кешеләр иһә ни бары 60 процент күләмендәге компенсацияға хоҡуҡлы.
    авторы: admin | 28 февраля 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Хеҙмәт пенсияһы артасаҡ
  • Яңылыҡтар
  • Һорау-яуап
  • Әсәлек капиталын бөгөндән файҙаланыр ...
  • Юрист кәңәше
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru