Булыр-булмаҫ кеше ат үлтерер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Хеҙмәт – намыҫ эше
  • Ике тапҡыр донъя чемпионы Александр Радулов Өфөлә уйнауына бик шат
  • Хәүефһеҙлек – төп бурыс
  • Ҡош ите етештереү цехы асыласаҡ
  • Тантана
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Бәхет тәхете Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым
    Бәхет тәхетеҒүмер буйы тип әйтерлек Урал итәгендә, Ирәндек тауы буйында урынлашҡан йәйләүҙә, һыйыр һауып, тәбиғәттең гүзәллегенә мөкиббән китеп, камиллығына хайран ҡалған, тыуған еренә булған һөйөүе йылдан-йыл тәрәнәйә барған Әлифә Вәлиева башҡорт халҡының бөйөк йыры «Урал»ды радио-фәлән аша ишетеп ҡалһа, шунда уҡ бар эшен ситкә ҡуйып, онотолоп тыңлай:
    Күгәреп ятҡан Урал тауы –
    Ата-олатайҙарҙың да төйәге,
    Ерен-һыуын һаҡлап ҡорбан булған,
    Шунда ята батырҙар һөйәге...
    Шул мәлдә халҡының шанлы һәм ҡанлы тарих юлдары күҙ алдына баҫа, битарафлыҡтың ни икәнен белмәгән күңеле тула, үткәндәрҙән бигерәк, балаларының киләсәге тураһындағы тынғыһыҙ уйҙар йөрәген теткеләй... Үҙе лә һиҙмәй ҡала – йырға ҡушыла: «Аямаған йәнен, түккән ҡанын, һис бирмәгән башҡорт Уралын...»

    Баймаҡ районының Муллаҡай ауылында тыуып үҫкән, яңыраҡ һикһән йәшлек юбилейын билдәләгән Әлифә әбей бала сағынан йырға ғашиҡ. Хәтер һандығында, тел осонда – әллә күпме халыҡ йыры, көйө. Шуға ҡарамаҫтан, ул ейәнсәрҙәренең йырлап, моңланып йөрөгәнен өнәмәй: «Моңло бала бәхетһеҙ була, моңлан­ғансы, Хоҙайҙан бәхетегеҙҙе һорап йөрөгөҙ». Үҙе шунда уҡ бейергә өйрәтергә тотона: «Баҫ, ҡыҙым, Әпипә, һин баҫмаһаң, мин баҫам...». Шуғалыр ҙа өйҙәрендә биш бала ла кескәйҙән башҡортса ойотоп тыпырлата. Һуңынан, үҫә килә, ейәнсәрҙәре ҡайҙа ғына уҡымаһын, һәр ҡайҙа бейеүҙең кәрәге тейә – концерттарҙа ҡатнашһындармы, конкурстарҙамы, кисәләрҙәме...
    – Өләсәйебеҙ беҙҙең өсөн донъя йәме, – ти бөгөн үҙҙәре әсәй булған ҡыҙҙар. – Уның һәр көнө беҙҙе ҡурсалауҙан башлана ине: иртә менән тороп, беҙ йоҡонан уянғансы өйҙө йылытып, мейес яғып ҡуя – бер ваҡытта ла һыуыҡ йортта уянғаныбыҙ булманы. Беҙ уҡыуҙан, эштән ҡайтыуға тәмле итеп ашарға бешереп, яҡты йөҙө, йылы һүҙе менән, һағынып ҡаршылай, әйтерһең дә, күрешмәгәнгә байтаҡ ваҡыт үткән. Бер ҙә генә тик ултырмай, ҡулы гел эштә. Ә беҙ инде уға ярҙамлашып, өйрәнеп кенә йөрөй инек. Өләсәйебеҙ беҙҙе: «Эштән кеше үлмәй, эшләгәнегеҙ минең өсөн булһа, өйрәнгәнегеҙ үҙегеҙ өсөн», – тип үҫтерҙе, әле лә йыш ҡабатлай: «Эштән ҡурҡмағыҙ, уның ауыры, еңеле булмай, һәр эш үҙенә күрә үҙенсәлекле». Шуға ла беҙ бер эштән дә ҡурҡмай үҫтек, баш балалар гел ҡыҙҙар булһаҡ та, бесәнен дә саптыҡ, утынын да ярҙыҡ. Атай малсылыҡта эшләгәс, атты егеп-туғарыу ҙа беҙҙең өсөн көндәлек күренеш ине. Әле лә, ниндәй генә эшкә тотонмайыҡ, өләсәйҙең һүҙҙәре көс-ҡеүәт, дәрт өҫтәп ебәргәндәй.
    Бала саҡтың алһыу таңдарын һуғыштың ҡара һөрөмө ҡаплағас, Әлифә Вәлиеваға ла, башҡа тиңдәштәре кеүек, кинәт өлкәнәйергә, ең һыҙғанып эшкә егелергә, хеҙмәт фронтында атай-ағай­ҙарын алмаштырырға тура килә. Ун бер йәшендә колхозға эшкә төшкән ул – илле баш кәзә бәрәсе ҡараған, йәй ҡырҙа көтөү көткән. Сынығыу мәктәбенең аяуһыҙ ҡағиҙә-ҡанундарын иң тәүҙә шунда төшөнгән. Етенсе синыфты тамамлағас, ауыл фермаһына мал ҡарарға килә. 1950 йылда тормошҡа сыға һәм хеҙмәт юлын Түбәнге Иҙрис һөтсөлөк фермаһында дауам итә. Ғүмер юлында ниндәй генә ауырлыҡтар, ҡаршылыҡтар осрамаһын, һәммәһен дә илап-һыҡтап түгел, ирҙәрсә теш ҡыҫып, уңғанлығы, тырышлығы менән еңергә өйрәнә. Ире менән тормош юлдары айырылғанда ла уға яңынан аяҡҡа баҫып китеүе еңелдән булмағандыр. Әммә бер кем дә уның бөгөлөп төшкәнен, йөҙ һытҡанын, сырайы ҡараңғыланғанын күрмәй. Кескәй ике улын гөлдәй итеп тәрбиәләргә лә, фермала алдынғылар рәтендә һыйыр һауырға ла өлгөрә – яман һүҙҙәргә, яуыз күҙҙәргә бирешмәй, ғорур ҡала, үҙ исеменә тап төшөрмәй.
    Өлкән улы Ғәйнислам, 8-се синыфты тамамлағас, фермаға эшкә төшә, ә кесеһе Нурислам, моторист һөнәрен үҙләштереп, һыйыр һауыуҙы механизациялауға үҙ өлөшөн индерә. Бына шулай итеп бәләкәй генә ғаиләлә малсылар династияһы барлыҡҡа килә. Улдары, башлы-күҙле булып, балалары тыуып, үҙ аллы йәшәй башлағанда, әсәне ҡара ҡайғыларға һалып, кесе улы Нурислам мәрхүм булып ҡуя. Ир ҡайғыһы – итәктә, бала ҡайғыһы – йөрәктә: күтәреп булмаҫтай һары һағыш әсәне эстән үртәй-өтә, ашауҙан-йоҡонан ҡалдыра. Ҡайғы даръяһын йырып сығыр өсөн башкөлләй эшенә сума, ғаиләһенә һөйөүен, иғтибарын тағы ла арттыра, ейән-ейәнсәрҙәрендә – Тәнзилә, Нәзирә, Әлфиә, Азамат, Зөлфиәлә – йыуаныс тапҡандай була.
    Ғүмер ебен тағата-тағата, йылдарҙы иҫәпләгәндә, донъя­ның именлегенә, ишле ғаиләнең шатлыҡтарына ҡыуанып, ҡартлыҡты ҡаршылағанда, уға тағы ҡайғы яңыртыу насип була – оло улы Ғәйнислам яҡты донъянан китеп бара. Ошо мәлдә янында дүрт тиҫтә йылға яҡын бергә йәшәп, үҙ ҡыҙылай булып бөткән Рауза килене булмаһа, нишләр ине икән? Ул ҡәйнәһен үҙ әсәһендәй ҡурсалап, аяныслы хәлен барынса еңеләйтергә тырыша. Боронғоларҙың, килен ҡәйнә тупрағынан ярала, тиеүҙәре раҫ. Ауылдаштарына өлгө күрһәтеп, үрнәк булып, татыу ҡәйнә-килен, иңде-иңгә терәп, гөрләтеп донъя көтә. Ҡура тултырып мал, ихата тултырып ҡош-ҡорт аҫрайҙар, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерәләр – көрсөккә зарланып, ауырлыҡтарға уфтанып ултырырға ваҡыттары юҡ. Кистәрен иһә, тыуған йортто һағынып ҡайтҡан балаларға, оҙон юлдарҙа аяҡ-ҡулдары өшөмәһен тип, йомшаҡ ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләй ике әсә. Һырҙар менән ҡаймаланған күҙҙәренең нуры ла, эштә һөйәлләнеп ҡатҡан ҡытыршы ҡулдарының йылыһы ла, изге теләктәре лә йөн епкә ҡушыла: «Имен юлда йөрөһөн балаҡайҙар...»
    Утыҙ йылдан ашыу һыйыр һауыу һәр кемдең хәленән килә торған эш түгел. Һауа торошона ҡарамай, көн һайын иртә таңдан тороп, киске ҡараңғыға тиклем фермала булыу түҙемлелек тә, ныҡышмалылыҡ та, физик ныҡлыҡ та талап итә. Йоҡо туймағанда ла, устар ярылып бөткәндә лә, быуындар һыҙлағанда ла һауынсы Әлифә Вәлиева эшенә зарланмай, ауырлыҡтарҙы, шулай тейеш, тип ҡабул итә, малсылыҡҡа тоғро ҡала. Үкенмәй ул яҙмышын ауыл хужалығы менән бәйләгәнгә. Сөнки тырыш хеҙмәте Хөкүмәт, ауылдаштары тарафынан да юғары баһаланған. Почет билдәһе, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары, «Хеҙмәт ветераны», «Һуғыш һәм тыл ветераны» миҙалдары, күп һанлы Маҡтау ҡағыҙы, почетлы билдә менән наградланған егәрле ҡатынды ауыл һәм район советы депутаты итеп тә, һауынсыларҙың конкурстарында еңеүсе булараҡ та беләләр. Ғәҙел, аҡыллы, кешелекле ағинәйҙе ауылдың олоһо ла, кесеһе лә ихтирам итә. Балаларының балалары, бүлә-бүләсәрҙәре Сулпан, Вәсилә, Руслан, Ғаяз, Алмас уның кәңәшенә, һүҙенә, ярҙамына әле һаман мохтаж. Тимәк, тормоштоң сынығыу мәктәбе имтиханын тик «бишле»гә тапшыр­ған Әлифә Вәлиева үҙен хаҡлы рәүештә бәхет тәхетендә тоя ала: эш һөйөп – һөйөнгән, бала бағып ҡыуанған.

    Баныу
    ҠАҺАРМАНОВА.
    Баймаҡ районы.
    авторы: admin | 6 марта 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • “Һуғыш беҙҙе, ҡолаҡтарҙан тартып, ...
  • Тыуған йортта – алтын байрам
  • Ярҙамын тойоп йәшәнек
  • «Һыйыр һауыу – ирҙәр эше түгел, тиһ ...
  • Икегеҙ ҙә пар килгәнһегеҙ
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru