Алдың-артың уйлап эш ит.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ҡасан башҡорт йәнһүрәте булыр?
  • Дайджест
  • Оҙаҡламай электромобилдә йөрөрбөҙ әле...
  • Заяға үткән ғүмерҙе ҡайтарып булмай кире...
  • Донъя яңылыҡтары
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Күңелле йәш ветеран Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым
    – 1915 йылда Йылайыр районының Сулпан ауылында тыуғанмын, – тип һүҙ башланы олпат ветеран.
    Ошонда ул башланғыс белем алған. 1928 – 1930 йылдарҙа Ырымбурҙағы Каруанһарайҙа уҡый, һуңынан Бөрө ҡалаһындағы республика финанс техникумына уҡырға инә. Бында беренсе курсты тамамлауға уҡыу йортон Өфөгә күсерәләр. Уҡыуға зирәк, тырыш егет, техникумды уңышлы тамамлап, Мәсетле районындағы һаҡлыҡ банкыһында мөдир вазифаһында хеҙмәт юлын башлай. Ошонан уны Ҡыҙыл Армия сафына алалар.
    – Хәрби хеҙмәтемде Киев хәрби округының 97-се уҡсылар дивизияһының саперҙар батальонында башланым. Тәүге йылды полк мәктәбендә ҡыҫҡа сроклы кесе командирҙар әҙерләү курсын үттем. Шунан мине отделение командиры итеп тәғәйенләнеләр, – тип ҡарт яугир хәтер ептәрен һүтте.
    – Икенсе донъя һуғышы тоҡанғас, 1939 йылда, Көнбайыш Украинаға немецтарҙы индермәҫкә, тигән бойороҡ алдыҡ. Алдан Германия менән беҙҙең ил араһында йоғонто яһау даирәһен бүлешеү буйынса килешеү булһа ла, фашистар унда үҙҙәренең нығытмаларын төҙөнө. Һуңынан һуғышмайынса Сан йылғаһының бирьяғында сигенделәр. 1940 йылда, финдар менән һуғыш башланғас, беҙҙең дивизияны шунда ташланылар, – тип хәтерләй ветеран. – Унда Карельск үткелен дошмандан азат итеүҙә ҡатнаштыҡ. Һуғыша белмәй инек. Һуғышырға беҙҙе финдар өйрәтте, тиһәм, яңылышмаҫмын. Уларҙа – автоматтар, ә беҙҙә батша Рәсәйенән ҡалған винтовкалар булды. Ленинградҡа килгәс кенә винтовкалар урынына биш зарядлы яңы өлгөлө «СВ» винтовкаһын бирҙеләр. Ләкин уның конструкцияһы һалҡын климатҡа иҫәпләнмәгән һәм 40 градуслы һалҡындарҙа улар атманы. Шуға ла винтовкаларҙы кире тапшырҙылар.
    Фин һуғышынан Искәндәр Зәйнетдин улы 1941 йылдың ғинуарында ҡайта. Яңы хәрби кейемдәрен часта уҡ һалдырталар, хатта кейеп ҡайтҡан һалдат кейемен дә йыуҙыртып, кире тапшырталар. Йәш һалдат Йылайыр районының хәрби комиссары менән таныша һәм ул Искәндәр олатайға военкоматта инструктор вазифаһын тәҡдим итә. Бөйөк Ватан һуғышын шунда ҡаршылай.
    Тағы ла мобилизация, һуғыш…
    Искәндәр Зәйнетдин улына тынғыһыҙ көндәр башлана – фронтҡа алынған егеттәрҙе хәрби частарға оҙатыу менән шөғөлләнә. 1941 йылдың ноябрендә үҙенә лә ил һаҡларға сират килеп етә. Был юлы ул Силәбе тимер юлының Бирҙәүеш станцияһында әле генә ойошторола башлаған 63-сө диңгеҙ пехотаһы бригадаһы составына алына. Декабрҙә дошман Мәскәүгә яҡынлашҡас, ҡабалан рәүештә уларҙың хәрби часын баш ҡала эргәһенә килтереп, резервҡа ҡуялар.
    Артабан бригадаларын Ленинградты дошмандан ҡурсалау өсөн Рыбачий ярымутрауына ебәрәләр. Ошонда уларҙың пехотаһы дошман караптарын юҡ итеү буйынса диверсион хәрәкәт алып бара. Искәндәр Зәйнетдин улы Бөйөк Еңеүҙе Норвегия ерендә ҡаршылай. Уларҙың бригадаһы Керчинск ҡалаһын гитлерсыларҙан азат итеүҙә ҡатнаша.
    Искәндәр олатай 1946 йылда ғына еңеүселәр рәтендә фронттан әйләнеп ҡайта.
    Ҡайтҡас, ул районда тәүҙә – һаҡлыҡ банкыһы мөдире, һуңынан райондың финанс бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡара. 1953 йылға тиклем ошонда эшләп, белемгә ынтылып, кисәге яугир Ленинград юғары финанс институтына уҡырға китә. Уңышлы тамамлап, йүнәлтмә менән Бәләбәй ҡалаһына эшкә ебәрелә. Унда оҙаҡ эшләмәй, 1956 йылда республикабыҙҙың Финанс министрлығы Искәндәр олатайҙы Ейәнсура районына финанс бүлеге мөдире итеп эшкә ҡайтара. 62 йәше тулғансы ошо вазифала хеҙмәт итә.
    Фәхретдиновтарҙың балалары ла ата-әсә йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй. Оло улы Рауил ғүмер буйы Үтәғол мәктәбендә директор булып эшләне. Икенсе улы Рәшит һәм ҡыҙы Фәриҙә нефть институтын тамамлаған. Рәшит институттан һуң «Башвостокнефть» тресы начальнигы вазифаһын башҡара. Фәриҙә нефть техникумында уҡыта. Роза – Иҫәнғолда 2-се мәктәп директоры.
    Искәндәр олатай һаман да күңеле менән йәш, төҫ-башына ҡарап, уға һис тә үҙ йәшен бирге килмәй. Моғайын, бала сағынан алып сәстәренә сал төшкәнсе даими эшләүе, халҡына, Ватанына тоғро хеҙмәт итеүе уның организмын сыныҡтырғандыр. Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығын оло яугирға иҫән-һау ҡаршыларға насип булһын.

    Миҙхәт АҪЫЛБАЕВ.
    Ейәнсура районы,
    Иҫәнғол ауылы.
    авторы: admin | 16 марта 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Улар БЕҘҘЕҢ бәхет өсөн көрә ...
  • Утлы йылдарҙа сыныҡтыҡ
  • Утты, һыуҙы кискән ветеран
  • Талантлы оло яугир
  • Ил саҡырғас, изге яуға китте улдар
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru