Йорт-илдә ниҙәр булыуын алдан һиҙенеп, бәлә-ҡаза килер булһа, иҫкәртә, ҡотолғоһоҙ сирҙәрҙән арындыра, үҙ-ара низағ кеүек көсөргәнешле хәлдәрҙән сығыу юлдарын әйтә алырлыҡ һәләте булғандарҙы әүлиә, изге зат тип ҙурлайҙар. Шулай уҡ, үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел, тигән боронғолар. Йәғни кешенең шәхси тормошо хаҡында төпсөнөү, уның хәл-ҡылығын һәм башҡаһын тирә-яҡҡа түгеп-сәсеү, башҡалар кире һүҙ йөрөткәндә уларҙы тыйыу, хатта яманлығы хаҡында дөрөҫ һүҙ булғанда ла, ҡуйыртмау бурыс һаналған. Нәҡ шундайҙарҙы ла, йәғни аҡыллы-тыйнаҡтарҙы әүлиә тип әйтеү – ғәҙәти хәл. Йәғни бик ихтирамлылар тураһында һүҙ сыҡҡанда һәр кем үҙенә күрә ниндәйҙер фәһем ала, насар юлдарҙан тайпылыуға, хәрәм ризыҡтарҙан арыныуға ишара булыр. Мәҡәләмде лә шул ниәттә тәҡдим итәм. Сөнки Дим буйындағы әүлиә шишмәләренең береһен барып күрергә насип булды.

Шишмә районының Ҡараяҡуп ауылы эргәһенә етәрәк тыныс ҡына ағып ятҡан шишмәне шулай атайҙар: Сөмәкәй, йәғни Һөйөмбикә шишмәһе. Ауылдыҡыларға һәм уның тирә- яғында йәшәүселәргә күп тапҡыр им һәм һүҙ ярҙамы тейгән, ер-һыу атамалары менән ҡыҙыҡһынған Гөлзифа ханым Әхмәтшина, алдан төшөп, юл күрһәтә. Тын менән тартып алырҙай тиерлек арауыҡта ятҡан Аҡ зыярат, Хөсәйенбәк һәм Турахан кәшәнәләре, тирә-яғындағы шишмәләр бер-береһенә бәйле, тип һөйләй-аңлата бара. Ҡулында – Әүлиә шишмәһенә тип атап алған сүмес һәм буранкаһы.
Килеп еттек. Ауылдың эргә-тирәһе асыҡлыҡта булһа ла, шишмәнең үҙенә барып етмәйенсә күренмәй ул, сылтыраған тауышы ла ишетелмәй. Ете ҡайыны менән бергә тирә-яғын кәртәләп ҡуйғандар. Бисмилла әйтеп, юлдашым ҡапҡаны аса. Өлкәндәр өйрәтеүенсә, әруахтарға эстән генә белгән доғаларыбыҙҙы уҡып, йорт-еребеҙгә бәрәкәт, тыныслыҡ теләп, инеп киләбеҙ. Ни тиһәң дә, уң яҡта – бер ҡәбер, һул яҡта – икенсеһе. Зәңгәргә буялған тимер рәшәткәләр эсендә яҙыу-фәлән күренмәй. Уң яҡтағыһының эргәһендә генә үҫкән йүкә ағасы бик күп йылдарҙағы хәл-ваҡиғаға өнһөҙ шаһит булып тора. Кемдең ғәзиз балаҡайҙары ята икән, тип уйланам. Уйҙарымды белгәндәй, икеһендә лә ҡыҙ балаларҙың аҫыл һөйәккәйҙәре ята, имеш, тип һөйләйҙәр, ти Гөлзифа апай.
Уға шишмәне ошо ауылда тыуып үҫеп, баҡыйлыҡҡа күскән һабаҡташы Әүфаз Усманов күрһәткән, һыуҙың шифаһы хаҡында һөйләгән, тарихы менән таныштырған. Заманында уның да ҡулдарының име, ярҙамы хаҡында күп яҙғайнылар. Шишмәнең тирә-яғын ике ҡәбере менән бергә кәртәләп ҡуйыусы ла ул булған.
Гөлзифа апай әйткәнсә, шишмә, ысынлап та, башын баҫып эшләп йөрөгән уңған килен кеүек, тыныс ҡына аға ла, алыҫ та бармай, Димгә ҡушыла. Урғыуы күҙгә ташланмай, һыуы таҙа, ағышына ҡараһаң, уйҙарыңды бүлешергә теләгәндәй тойола, үҙенә лә ярҙам һорағандай, сылтырап ары йүгерә...

Ауыл үҙе боронғо. Ҡараяҡуп мәҙәниәте, тип Көньяҡ Урал һәм Урал буйының иртә быуат дәүерендәге, йәғни VIII – IХ быуат баштарындағы археологик мәҙәниәтте атайҙар. Был үткән быуаттың 60-сы йылдарында ауыл эргәһендә ойошторолған ҡаласыҡта үткәрелгән ҡаҙыныу эштәре һөҙөмтәләре менән иҫбатланған. Ауыл 12 шишмә өҫтөндә ултыра. Ҡалатау таштарын ярып, теш ҡамаштырырҙай һалҡын һыуы шаулап урғығаны – Хөпөрниса, Туҡмаҡ, Тирәкле, Һалҡын шишмә, Гөлиә шишмәләре...
Әсе, Бикрәс шишмәләрен һурҙырмай ғына торба аша өйҙәргә тарттырғандар. Фермаға, көндәлек хужалыҡҡа Ерекленең һыуы ла үҙ ағышында етә. Ҡалатау менән Ташлыҡул шишмәһенең һыуын күрше Горный ҡасабаһы халҡы эсә. 12-сеһе, баш ҡаланан барғанда оло юлдан уң яҡта ятҡаны, әлеге Һөйөмбикә – Әүлиә шишмәһе. Тәүҙә әйткәнебеҙсә, тик доға уҡып ҡына эсә торғаны. Уны, Дим буйы башҡорттары үҙ һөйләштәрендә Ҫөмәкәй, ти, тулы исеме менән әйткәндә, Һөйөмбикә икән. Йылдар үтеү менән еңелләштереп, Сөмәкәй тип йөрөтә башлағандар. Әүлиә шишмәһе тигән даны таралған. Шулай итеп, өс атама менән әйтһәләр ҙә, бик урынлы.
Был шишмәгә икенсе тапҡыр юл төштө. Ауылдың ағинәйҙәре, боронғо ғәҙәт буйынса, унда ерләнгән ҡыҙҙар рухына аят бағышларға барғанда беҙҙе лә эйәртте. Тарихын тыңланыҡ, һыуын тәмләнек, баш-күҙ һаулығына, йорт-ил именлегенә теләктәр теләп, һауыттарға тултырҙыҡ. Ауылдың ер-һыу тарихын өйрәнеүсе, элекке мөғәллим, етәксе Рәүзә Солтан ҡыҙы заманында күршеһендә генә йәшәгән йөҙйәшәр ағинәйҙәрҙең береһе – Гөлъямал Иҫәнғолованан бик күп мәғлүмәт яҙып алған. Шишмәһе лә, ҡәберлеге хаҡында ла борондан билдәле булған. Миңлебикә һәм Һөйөмбикә исемле ике ҡыҙ бала ерләнгәнлеге хаҡында телдән-телдән күскән риүәйәт 1700 йылдарға тура килә. Әйткәндәй, Дим буйында йөҙйәшәр инәйҙәрҙең күп булыуы шатлыҡлы. Шөкөр, Ҡараяҡупта ла быуат арауығы ғүмерен кисерергә йыйынған ил инәләре бар. Улар Бәйзә Ҡәләмова (1917 йылғы) һәм Әсмә Хәсәнова (1912 йылғы) инәйҙәр. Бәйзә инәй тирә-яҡта быуын ултыртыусы булараҡ та билдәле. Бер барыуыбыҙ инәйҙең баш ҡалаға йомош-юлға сыҡҡан ваҡытына тура килһә лә, был юлы күрешергә насип итте.
Уның ҡартатаһының ҡартатаһы һөйләп ҡалдырыуынса, шишмәнең эйәһе булған. Инәйебеҙҙең үҙенә лә йәш сағында ҡап-ҡара төҫтәге ҡуй булып күренгән ул. Изге урындарҙың эйәһе ниҙер иҫкәртә булыр, тигән боронғолар. Бәйзә инәй әхирәте Сара инәй Уйылданова (1918 йылғы) менән, һуғыштан һуң әйтеү әйтеп, һайғауҙарҙы йүкә менән тарттырып бәйләп булһа ла, ике ҡәберҙе кәртәләп ҡуялар.
Ҡараяҡуп килендәренә өйгә йәнәш булған, шишмәгә һыу юлы башлаталар. Мәҫәлән, күрше Күсем ауылынан килен булып төшкән Наилә инәй Иманғоловаға еңгәһе Бикрәс шишмәһенә алып барып һыу юлы күрһәткән. Әле ул шишмәне бөтөн ауыл халҡы һыулай. Ә Әүлиә шишмәһенә, йәғни Сөмәкәйгә, Сания ҡәйнәһе алып барған. Изге күңел менән бисмиллаңды әйтеп, доға уҡып, һыуын һоҫоу фарыз, бит-күҙ сайҡатырға ярай, кер-фәлән йыуырға ярамай, юғиһә эйәһе риза булмаҫ, тип өйрәткән. Ошо ышаныу әле лә йәшәй – һыуҙы эсергә генә ҡулланалар.
– Һәр шишмәбеҙ ҙә тере йән эйәһе кеүек, үҙенә генә хас холоҡтары бар, – тип һүҙгә ҡушыла йәмәғәте Фәрит бабай. Үҙе бригадир саҡта, 70-се йылдарҙа, ауылға Әсе, Ерекле, Бикрәс шишмәләренән һыу үткәреү эштәрен ойошторған ул. Элекке бригадирҙың һүҙҙәре – бөтөн өлкән быуындыҡыларҙың күңел ауазы. Йәғни тирә-яҡты бысратмауҙа, сүплеккә әйләндермәүҙә өлкәндәрҙең һүҙенә ҡолаҡ һалһындар, киләсәк быуынға ниҙер ҡалдырыу – бөгөнгө бурыс.
Шишмәләр яҙмышы йәштәрҙе, балаларҙы ла борсой. Сөнки ауылдың көньяғынан 3 – 4 саҡрым ғына самаһы алыҫта ҡаты сәнәғәт ҡалдыҡтары сүплеге эшләгәндәр. Уның эргәһендә исемдәре Ҡыҙыл китапҡа индерелгән емеш-еләк, сәскәләр сереп, ҡайһылары мутант булып үҫкән. Тат бүлеүсе сәскәләр кибә, бал ҡорттарына кире йоғонто яһай. Шул ерҙәрҙе күреп, ауылдыҡыларҙың күңеле әрней. Сөнки ул урынды биш йылға сүп-сар яланы эшләргә ҡуртымға биреп, ваҡыты үтһә лә, әле һаман сүп-сар килтереп ауҙарыу дауам итә. Мәктәп уҡыусылары, синыфы-синыфы менән һәр шишмә өсөн яуаплылыҡ алып, тирә-яғын сүп-сарҙан таҙартып тора, тарихын өйрәнә. Тик был ғына әҙ, әлбиттә.
Изге урындарыбыҙҙы совет заманында ла сит тарафтарҙа йәшәгән ҡәрҙәштәребеҙ ишетеп, исемдәрен балаларына ҡушыуҙарына, беҙҙең яҡтың аҫыл заттарын юллап, һуңғы төйәген белеп, килеп йөрөүҙәренә, ул ғына ла түгел, изге шишмәләрҙең һыуын тәмләп, юлға алыуҙарына тәүҙә хайран ҡалып, күбебеҙ яңыраҡ ҡына етди иғтибар итә башланыҡ. Аҡ зыяратҡа, Хөсәйенбәк кәшәнәһенә барғанда эргәһендәге шишмәләрҙең нәҡ ошоноһона, тыныс ҡына ағып ятҡанына, борондан килгәндәр, ҡыҙҙарҙың рухына аят уҡып киткәндәр. Улар әле лә күренгеләй. Һуңғы йылдарҙа үзбәк иленән килгән әүлиә ҡатын-ҡыҙҙарҙың рухы бергә булыуы хаҡында әйткән. Ауылдың тирә-яғының да айырыуса үҙенсәлекле булыуын билдәләгәндәр.
Гөлзифа апай әйтеүенсә, борондан теләктәр, доғалар ҡабул булһын өсөн ошондай изге шишмәләр һайланған. Сөнки һыу сығанаҡтары – матур теләктәрҙе тиҙерәк ҡабул иттерә торған илаһи урын. Шуға ла ата-бабаларыбыҙ изге урындарҙы һайлап, хәҙерге быуындыҡыларҙың илаһиәтенә юл асып ҡалдырған. Тәбиғәт зары ҡайһы быуынға шаңдау булып ҡайтыуын белә алмайбыҙ. Бәләкәй генә гонаһ та ете быуынға етә, тигән бит ата-бабаларыбыҙ. Ағастарҙы аяуһыҙ ҡырҡыу, кәрәкмәгән урында ниҙер төҙөү, һыуҙарҙы бысратыуҙан тыш, башҡа эштәр ҡылыу рәнйеш булып ниндәй заманда ҡайһы быуынға ҡайтырын Хоҙай үҙе генә белә...
Мәғлүмәти заманда йәшәйбеҙ. Интернет селтәренә инеп тә һәр йәһәттән әллә күпме яңылыҡты белергә, фәһем алырға мөмкин. Сит тарафтарҙа ҡурсаулыҡ, тәбиғәт заказниктарындағы мәмерйәләргә инеү өсөн генә лә урын-еренән рөхсәт ҡағыҙы юллап барыу ҡаралған, изге урындарын, тәбиғәт ҡомартҡыларын асыҡ музей итеп, хатта уның тирә-яғын күрһәтеүҙән дә аҡса эшләүҙе күптән ойошторғандар. Аҡсаға япһармаһалар ҙа, тарихи урындарҙы һөрөп ташлап, тирә-яғына, кеше яҡын йәшәгән ергә, 1 – 4 саҡрым урында ҡаты сәнәғәт ҡалдыҡтары ташлап, сүп-сар урындары эшләмәйҙәр. Йәғни тәбиғәтте һаҡлау бурысы һәр кемдең намыҫында.
...Борондан изге тип һаналған шишмәле ерҙә мәңгелек йоҡоға талған апалы-һеңлеле ике йәш ҡыҙҙың исемдәре генә билдәле. Ни өсөн фәҡәт унда ерләнеүҙәре, кем балалары булыуҙары – билдәһеҙ. Йәки улар тураһында кемдәрҙеңдер белмәүе хәйерлерәк заман булғандыр ҙа, артыҡ шауламағандарҙыр. Ләкин эсер һыуҙарыбыҙҙы, бигерәк тә изге тип һаналған шишмәләрҙе йәш быуынға шул килеш ҡалдырыу бурысы һәр кемгә билдәле. Бөгөнгө миҫалда төбәге генә ҡараяҡуптыҡыларҙыҡы. Башҡа тарафтарҙа ла изге шишмәләрҙең быуаттар аша килгән тарихы ла, бөгөнгө яҙмышы буйынса ла Cөмәкәй кеүектәр бар. Быуат- быуат ваҡыт үтеү менән дә онотолмай, изгеләштерелгән икән, һаҡлауға мохтажлығы, башҡалар ҙа килһен, белһен өсөн сараһын күреү кәрәклеге көн кеүек асыҡ. Йәғни Турахан, Аҡ зыяраттағы Хөсәйенбәк кәшәнәләре, Дим буйындағы Ҡайнауҙағы Ҡомаяҡты килеп күреүселәр өсөн туристик ҡулса яһап, маршрут асыу мөһим. Тик әлеге ҡаты сәнәғәт ҡалдыҡтарын түгә торған яланды һөрөп, Сөмәкәй әүлиә шишмәһе эргәләрендә туҙышып ятҡан йөк-йөк сүп-сарын да таҙартып, юл асырға кәрәк. Кемдәлер – ҡул, бәғзеләрҙә күңел менән тәбиғәт байлығы айырмаһында шлагбаум, йәғни күтәртмә кәртә ҡуйыу башланғысы бар. Оло юлдан Әүлиә шишмәһенә айырылған юлды бөгөндән кәртәләп ҡуйғанда ла үҙ белдеге менән сүп-сар ауҙарып китеүселәр булмаҫ ине.
Бында йәшәүселәр – бөтмөр халыҡ, өйҙәрен гөл-баҡса кеүек тота. Ауылға иман таратыусы мәсеттән аҙан тауышы ишетелеп тора. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тигәндәй, күмәк көс тупланғанда боронғо изге еребеҙ ҡоштар тауышынан, бал ҡорттары безелдәүенән көслөрәк моңланыр. Сөнки бәндәләрҙең дә тәбиғәт менән бер бөтөн булыуы күс тормошо кеүек. Эшкә, ижадҡа, рухи байлыҡҡа нур ала, йәшәйешенә рухи камиллыҡ өҫтәй. Бал ҡорто кеүек эҙләнә, эшкәртә, үҙенә лә ала, ҡыҫҡаһы, һәр кем үҙенсә. Йәғни кемдер йәшәү-ашау өсөн, көндәлек мәшәҡәттәренән, эштәренән башлап тәбиғәттән рухи аҙыҡ ала. Тирә-яҡты ла таҙарта. Бөтөн тәбиғәтте һаҡлау күсте һаҡлау менән бер. Ә күсле ил – көслө ил.
Венера ЮЛДАШЕВА.