Ашағанда аҙ яҡшы, эшләгәндә күп яҡшы.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «Беларусь» ал, шарттар бар!
  • Атың булһа, ил таный
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • [b]Ҡымыҙсы әбейем[/b]
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Тырыштарға – Йәшел ут Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым
    Ҡаланың 2-се мәктәбе уҡытыусыһы Светлана Үтәева – баҫҡан ерендә осҡон сәсрәткән, ижади ҡарашлы педагог. Ул бына унынсы йыл “Вдохновение” вокал студияһын уңышлы етәкләп, һәләтле балаларға дөрөҫ йүнәлеш бирә, серле моң илен аса.
    Уҡыусылары ҡалала үткән һәр мәҙәни сараға тиерлек ҡабатланмаҫ йәм бирә, республика, Рәсәй кимәлендә үткән конкурстарҙа бер ҡасан да һынатмай. Уның тәрбиәләнеүселәре араһында сәнғәт юлын һайлаусылар байтаҡ.
    Светлана Рәшит ҡыҙының уҡыусыһы Ләйсән Бай­рамғолова төрлө конкурстарҙа йыш ҡатнаша. Былтыр ул Ағиҙел ҡалаһында үткән “Роза ветров” Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе булғайны. Ә быйыл районда уҙған “Ирәндек гәүһәрҙәре” республика йыр-моң бәйгеһендә 1-се урынды алды. Ә бына күптән түгел һәләтле ҡыҙға районыбыҙҙың ғына түгел, илебеҙҙең намыҫын яҡлау бурысы төштө. Ләйсән 29 апрель – 8 майҙа Чехияның Теплице, Прага ҡалаларында үткән “Цветущая Чехия – 2010” халыҡ-ара балалар һәм йәштәр фестиваль-конкурсында ҡатнашты. Ул сит илгә үҙенең остазы Светлана Үтәева менән барҙы.
    Конкурста туғыҙ илдән 67 кеше ҡатнаш­ҡан. Ләйсән, мәртәбәле баһалама ағзаларын таң ҡалдырып, 1-се дәрәжә дипломға лайыҡ булған.
    “Беҙ поезд, автобус менән барҙыҡ. Һәр ил үҙенсәлекле. Чехия – иҫ киткес ил, матурлығы менән таң ҡалдырҙы. Унда рәсәйҙәрҙе хөрмәт итәләр, беҙгә айырым ҡараш булды. Өфөнө билдәле балет артисы Рудольф Нуриевтың тыуған ҡалаһы, тип беләләр. Ләйсән сығыш яһағас, баһалама ағзалары: “Perfect. Grand”, – тине («Совершенство. Великолепно”). Уның махсус музыкаль белеме булмауын, ябай мәктәптә уҡыуын белгәс, бик аптыранылар. Ҡыҙға Прага консерваторияһында уҡыу хоҡуғы бирелде, тик уға тәүҙә сәнғәт училищеһында белем алырға кәрәк”, – тине Светлана Рәшит ҡыҙы.
    Тиҙҙән Ләйсән төрлө илдәрҙән йыйыл­ған тиҫтерҙәре менән “Берлин – Варшава – Париж – Прага” халыҡ-ара фестиваль-турында ҡатнашасаҡ. Эйе, сәнғәттең милләте, теле булмай. Һәләтең булһа, уны дөрөҫ күрһәтә белһәң – мотлаҡ танылыу табасаҡһың.
    Ләйсән конкурс хаҡында һөйләп: “Рус һәм инглиз телендә ике йыр башҡар­ҙым. Уҡытыусыларҙың, дуҫтарымдың, Светлана Рәшит ҡыҙының оло өмөт бағлауы миңә көс бирҙе. Еңәсәгемә ныҡ ышанғайным”, – тине.
    Светлана Рәшит ҡыҙы: “Беҙгә ярҙам ҡулы һуҙғандары өсөн Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәте башлығы Р. Сәйетов, Баймаҡ ҡала биләмәһе башлығы Х. Сөләймәнов, мәғариф бүлеге начальнигы А. Вәлиев, ҡаланың 2-се мәктәбе директоры В. Ивановтарға ихлас күңелдән рәхмәтемде белдерәм”, – тине.
    Ләйсән быйыл 11-се синыфты тамамланы. Йырларға яратҡан ҡыҙ киләсәктә, моғайын, ҙур сәхнә «йондоҙо» булырға хыялланалыр, тигән уйымды ул инҡар итте. Ҡыҙ Башҡорт дәүләт медицина университетына йәки Өфө дәүләт нефть техник университетына уҡырға инергә ниәтләй.
    Светлана Рәшит ҡыҙының уҡыусылары һәр ваҡыт яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшә. “Бер ниндәй ҙә сер юҡ. Бары тик ялҡауланмаҫҡа, тырышып эшләргә генә кәрәк”, – ти педагог. Ул былтыр РФ Президентының 100 мең һумлыҡ грантына лайыҡ булғайны. Халыҡ-ара конкурста еңеүе менән ул бүләкте тулыһынса аҡланы. Энергияһы ташып торған уҡытыусыға – уңыштар, ә инде Ләйсәнгә тағы ла юғарыраҡ үрҙәр юлдаш булһын!

    Гүзәл БИКМӘТОВА.
    авторы: Нур | 26 июня 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Хеҙмәте ҙурҙың – хөрмәте ҙу ...
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • Шөғөлөң бит һинең мәң ...
  • «Йондоҙҙар парады»
  • Мәғариф күгендә йондоҙҙар ҡабынды
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru