Көсөң менән маҡтанма, эшең менән маҡтан.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Осрашҡанға тиклем, «Имәнкәй»!
  • Мәңге уңалмаҫ сей яра
  • Нуриманда күлдәр ҡорой
  • Тантана
  • Тағы төштәргә ҡайта әйләнеп
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Йәш белгесте йүнәлтмә буйынса ебәрергәме, әллә эште үҙе тапһынмы? Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым
    Радик СӘҒИТОВ,
    М. Аҡ­мулла исемендәге
    БДПУ студенты:
    – Был һорауға ҡапыл ғына яуап биреп тә булмай. Элек йүнәлеш буйынса ебәргәндәр бит. Күбеһе ике-өс йылдан һуң үҙе теләгән яҡҡа киткән, бик һирәктәр генә ҡалған. Ҡалала ҡалыу хәстәрен күрергә тырышыусылар ҙа күп булғандыр. Хәҙер ҙә ошо хәл ҡабатланасаҡ. Шунлыҡтан йәш белгес эшкә үҙе теләп барһын. Ә икенсе яҡтан ҡараһаң, бөгөн эш табыуы бик еңелдән түгел, был юҫыҡта йүнәлеш менән китеү һәйбәтерәк һымаҡ. Ҡайһы төбәккә ебәрәләр бит әле? Әгәр унда уңайлы торлаҡ менән тәьмин итмәһәләр? Проблемалар менән эшләп булмай ҙа инде. Мин үҙем, мәҫәлән, йүнәлеш буйынса ебәреү яҡлы түгелмен.
    Рания ШӘФИҒУЛЛИНА,
    БДУ студенты:
    – Йүнәлеш бирһәләр, вуз тамамлаусының бер проблемаһы хәл ителә инде. Әммә был бюджет төркөмөндә уҡыусыларға ғына ҡағыл­һын. Дәүләт стипендия түләп уҡыта икән, йәш кеше әйҙә, бер-ике йыл дәүләт ҡайҙа ебәрә, шунда эшләп алһын. Ә аҡса түләп уҡыусылар үҙ көнөн үҙе күрә. Мин һуңғылары рәтендә, ирекле ҡошмон: теләһәм, ауылға китәсәкмен, теләһәм – икенсе илгә. Ә бәлки уҡыған һөнәрем буйынса ла эшләмәҫмен. Миңә иң мөһиме – диплом алыу.
    Лилиә ҒӘЛЛӘМОВА,
    БДУ студенты:
    – Белеүемсә, бөтә илдәр студенттарының, йәш белгестәренең ирекле булыуы яҡлы шикелле. Рәсәй ҙә ошо «кәмә»гә ултырмаҡсы. Шуныһы бар: әгәр ҙә беҙ үткән йылдар­ҙағы кеүек йүнәлеш менән ебәреүгә кире әйләнеп ҡайтһаҡ, ниндәйҙер кимәлдә эшһеҙлек проблемаһы хәл ителәсәк. Таныштарымдың күбеһе дипломлы көйө эш таба алмай йөрөй, һуңғы сиктә бөтөнләй икенсе һөнәр буйынса эшләй башлай. Ә алған профессияһы буйынса, бәлки, ул асыштар яһар, инновацион ысулдар табыр ине.
    Йүнәлеш тигәс тә, кеше төпкөл ауылға китеүҙән ҡурҡа. Бөгөн ауылдарҙың күбеһе ҡаланан ҡалышмай бит. Минеңсә, унда барып, бер-ике йыл эшләп, артабан үҙ теләгең буйынса эш итеүҙән әллә ни проб­лема яһарға кәрәкмәйҙер. Мин, буласаҡ химия уҡытыусыһы, ауыл ҡыҙымын, ауылдан ҡурҡмайым.
    Тимур ЙӘМИЛЕВ,
    БДАУ студенты:
    – Йәш белгестәрҙе ҡайҙалыр көслөк менән ебәреүҙең фәтүәһе булмаясаҡ. Әлбиттә, төпкөлдә лә кемдер эшләргә тейеш. Бөгөн модала булған әйтемдәгесә, унда сыбырт­ҡы менән ҡыуырға түгел, ә перәник менән саҡырырға кәрәк, йәғни яҡшы торлаҡ, юғары хеҙмәт хаҡы менән.
    Өлкәндәр һөйләүенсә, элек йүнәлеш менән барыусыға тәүге йыл­дар­ҙа ниндәйҙер өҫтәмә түләүҙәр ҙә булған. Шул саҡта мин йүнәлтмә буйынса эшкә барыуҙан баш тартмаҫ инем. Уңайы сыҡҡанда әйтәйем әле: теге йәки был һөнәргә ихтыяж булмаһа, йәш белгестәр эш таба алмаһа, вуз студенттар ҡабул итмәһен ине. Шундай мониторинг алып барыламы икән? Юғиһә, эшһеҙлек артасаҡ ҡына бит.
    авторы: admin | 11 ноября 2011 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Йәштәр эшһеҙ интегә, ә пенсионерҙ ...
  • Йәштәр ауылға ҡайта!
  • Игенсе – изге һәм маҡтаулы һөнәр
  • Яңы һөнәрҙәр – заман талабы
  • Бөгөн – студенттар, иртәгә – тыуғ ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru