Алдыңа килгән ашты йота бел.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «Ул һаман да янымда кеүек»
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • “Аманат”тың өлкәндәргә аманаты
  • Еләк һатығыҙ
  • Атҡа эйәр кем һала?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Юғалтһаң да табып була телефонды Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым
    Йыш ҡына күҙәткәнем бар: мәктәп уҡыусыларының күбеһенең ҡулында – ҡиммәтле телефон. Ата-әсәләренән уҙҙырып, ниндәй генә телефон йөрөтмәй улар. Иң һуңғы модель аппараттарҙың мөмкинлектәрен ҡайҙан белеп өлгөрәләрҙер, иллә-мәгәр үҙҙәренә кәрәген һатып алдырта беләләр. Тәүҙәрәк баланың ҡиммәтле телефон йөрөтөүенә ҡырҡа ҡаршы инем. Юғалтыр. Юғалһа, са­быйҙың күпме йәне әсейәсәк. Һөйләшергә эшкинһә, етмәгәнме, тигән кеүегерәк уйҙамын. Хәйер, синыфташтары барыһы ла унар-ун бишәр мең һумлыҡ телефонлы булып бөткәс, яҡшы уҡығаны өсөн беҙ ҙә улыбыҙҙы бүләкләмәксе иттек. Баланың ҡыуа­нысына үҙебеҙ ҙә һөйөнөп, атаһы ҡиммәтле телефондарға ғына индереп була торған программа ҡуйҙы.
    «Юғалтыуға ҡаршы» тип аталған был программа шунан ғибәрәт: телефонға бүтән СИМ-карта ҡуйһаң, переадресация эшләнгән икенсе (был осраҡта миңә) телефонға, фәлән теле­фонға фәлән номерлы СИМ-карта ҡуйылды, тигән смс-хәбәр килә.
    Йылдан ашыу йөрөткәндән һуң улыбыҙ телефонын урлатты. Эстән көйһәм дә, шунда уҡ милицияға ғариза яҙырға ашыҡманым. Барыбер табылыр, СИМ-карта ғына ҡуйһындар, тип көттөм. Тик ниңәлер дүрт ай буйы телефонға СИМ-карта ҡуйылманы. Телефон тураһында онотоп та бөттөк кеүек. Шулай ҙа бер кис смс-хәбәр килмәһенме?! Был осраҡта шунда уҡ, һеҙ йөрөткән телефон минеке, тип яр һалыу файҙаһыҙ. Шуға күрә шылтыратып хәлде аңлатыуҙы кәрәкле тапмайынса, әлеге номерҙы әхирәтемдән йыйҙырам.

    – Мин «Эйвон» компанияһы координаторы. Һаумы­һығыҙ, Ирина, һеҙ миңә шылтыратырға ҡушҡайнығыҙ, – ти был күҙен дә йоммайынса. Телефондың теге осонан, мин Ирина түгел, тигән ризаһыҙ тауыш ишетелә.
    – Уй, ғәфү итегеҙ, улай­һа, һеҙ Иринаның иреме? – ти ир-ат менән һөйләшеүен төшөнгән әхирәтем.
    – Юҡ, мин – Азамат, – ти был.
    Әһә, исеме – Азамат. Тағы ла нимәлер төпсөнөп, эште боҙоп ҡуйыуҙан шөрләп, йәшәү урыны буйынса эске эштәр бүлегенә киттем. Үҙемә билдәле мәғлүмәттең барыһын да һөйләп бирҙем. Милицияға нишләп шунда уҡ ғариза яҙмауымды телефонға индерелгән программаның эшләүен көтөү менән аңлаттым.

    Ғариза ҡабул иткән тәфтишсе ҡәтғи кеше булып сыҡты. Шунда уҡ, шылтыратып: «Азамат, һине Өфө ҡалаһы Октябрь районының енәйәти эҙәрлекләү бүлегенән Нуркаев борсой. Әле һин ҡаланың ҡайһы мөйөшөндә?» – тип көр тауыш менән һорау яуҙыра башланы. Егет, күрәһең, көтөлмәгән хәлдән баҙап ҡалды, ҡайҙалығын атай һалды. Ә инде бер сәғәт эсендә РУВД-ға килеп етергә бойорғас, бөтөнләй бәлтерәп төштө, буғай. Нишләп тә нишләп, тип ҡыҙыҡһынырға тотондо. Тәфтишсе сәбәпте йәшермәне, тураһын әйтте. Шул мәл, үәт, әй, һөйләшеп йөрөгән телефоның енәйәт эҙәрлекләүендә, тиҙ арала килеп ет, тип бойорһондар әле, тип егетте йәлләү ҡатыш уй телеп үтте мейене.

    Мин килә алмайым, эштәмен, тиһә лә егетебеҙ, повестка бирәсәкбеҙ, тигәс, ярты сәғәт үттеме-юҡмы, килеп тә етте. Ыҫпай ғына кейенгән. Ҡарап тороуға бурға ла оҡшамаған.

    Үҙен кабинеттан-кабинетҡа йөрөтөп һорау алыу үткәрҙеләр. Йәлләп бөттөм. Үҙем, ҡасан ғына телефонды алам да ҡайтып китәм инде, тип сабырһыҙланам. «Телефонды алығыҙ ҙа ебәрегеҙ, минең бер дәғүәм дә юҡ. Нишләп кешене ул тиклем йонсоторға?» – тим бер-бер артлы һорау алыу үткәргән тәфтишселәргә. «Юҡ, ярамай, енәйәт эше асылған икән, ул ентекле тикшерелергә, һәр дәлил өйрәнелергә тейеш», – ти хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре. Һорау алыуҙы ла тәфтишсе яңғыҙы үткәрмәй. Алмашлап төпсөнәләр. Һөйләгән хәбәреңдә бер генә тайпылыу булһа ла, йәбешеп китергә әҙер торалар.
    Ниһайәт, телефонды улыма алып ҡайтып тотторҙом. Икен­се СИМ-карта һатып алырға мәжбүр булдыҡ. Уны ҡуйғас, билдәле, миңә йәнә смс-хәбәр «яуа» башланы. Программаны юйҙыртайыҡ тиһәк, пин-код хәтерҙән сыҡҡан. Үҙәк офисҡа алып барып, көскә һүндерҙек. Тик быға һуңынан йәнә бер үкенергә тура килде. Сөнки улыбыҙ, йыл самаһы ваҡыт үткәс, телефонын мәктәптән ҡайтышлай юлда төшөрөп ҡалдырҙы.

    Был юлы ла, ҡулым теймәй, милицияға ғариза яҙырға оҙаҡлап киттем. Программа, алдан әйтеүемсә, һүндерелгән, тимәк, телефондың табылырына өмөт тә юҡ кеүек. Шулай ҙа, ваҡыт табып, эске эштәр бүлегенә инеп, юғалтыу тураһында ғариза ҡал­дырҙым. Әйберҙе юғалттым, тип яҙһаң да, прокуратура һәр саҡ, шылтыратып, ысынлап та юғалғайнымы, урланманымы, тип ҡыҙыҡһына икән. Миңә лә шылтыратып, телефондың ҡасан, ниндәй шарттарҙа юғалыуын йәнә бер ҡат төпсөндөләр. Ғаризала күрһәткән дәлилдәрҙе тағы ҡабатланым. Аҙна самаһы үтеүгә, телефонығыҙ табылды, паспортығыҙ, телефондың документ­тары менән килеп алығыҙ, тип саҡырҙылар. Ике тапҡыр юғалып та, барыбер үҙебеҙгә кире ҡайтҡан телефонды ҡабул итеп алғанда юғалған әйберҙәрҙе кире ҡайтарыу бүлеге етәксеһе Сергей Клейминға үҙемде ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы теҙҙем. Ул һөйләгәндәрҙән шул мәғлүм булды. Баҡтиһәң, телефонды махсус программалар ярҙамында урлауҙан, юғалтыуҙан һаҡлап була. Был программалар SimWatcher, PhoneSecure, Guardian, Thefft тип атала. Уларҙы смартфон, коммуникаторҙарға үҙең ҡуйырға ла мөмкин, салонға мөрәжәғәт итергә лә була. Был осраҡта, әлеге миҫалдағы кеүек, кеҫә телефонына икенсе СИМ-карта ҡуйһаң, һеҙ күрһәткән номерға смс-хәбәр килә. Ошо юл менән телефонды табыусыны йәки урлаусыны табырға мөмкин. Икенсе вариант – ҡиммәтле телефонды страховкалау. Был осраҡта компенсация түләнә. Тик мотлаҡ рәүештә телефондың ҡабын, IMEI яҙылған документтарын, хатта чекты ла һаҡларға кәрәк.

    IMEI номеры ун биш һандан тора, был уникаль серия номеры аппаратҡа заводта уҡ беркетелә, тип һөйләй әңгәмәсем. Баҡтиһәң, ул, СИМ-карта ҡуйылып, телефон ҡа­бынғас та шунда уҡ автоматик рәүештә операторға бирелә. Йәғни телефонға СИМ-карта ҡуйылыу менән бөтә мәғлүмәттәрҙе оператор күрә. Оператор, һәр СИМ-карта кемгәлер теркәлгәнгә күрә, теге йәки был IMEI номерлы телефон ҡайһы тарафта, хатта нисә метр арауыҡта икәнлегенә тиклем билдәләй ала.
    Был тик ҡиммәтле телефон­дарға ғына ҡағылалыр, арзандарын ҡайҙан тапмаҡ кәрәк, тип уйлау дөрөҫ түгел. Ғаризаға ярашлы теләһә ниндәй телефонды ла табырға мөмкин икән. Шуға күрә телефонығыҙ юғала ҡалһа, оҙаҡҡа һуҙмай, урындағы эске эштәр бүлегенә ғариза яҙығыҙ. Бының өсөн ни бары паспорт һәм телефондың документтары талап ителә. Йәнә лә, тәфтишсе егеттең һөйләүенсә, сит кешенең телефоны менән файҙаланған кешене юридик яҡтан яуапҡа тарттырып булмай, сөнки был бер ниндәй статьяла ла ҡаралмаған. Шулай ҙа мин баштан үткәндәрҙе йәнә бер хәтергә төшөргәндән һуң, табып алған телефонды тиҙерәк эйәһенә ҡайтарырға кәңәш итмәксемен. Беренсенән, ҡасан да булһа әйберҙең законлы хужаһы табыласаҡ. Икенсенән, аппараттың юғалыуы берәй криминаль эш менән бәйле булһа, проблеманан еңел генә арынырмын тимә. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең был енәйәттә хатта һеҙҙең ҡатнашлығығыҙ булыу-булмауын шик аҫтына алыуын көт тә тор! Бәләһенән баш-аяҡ, тиҙәр был турала.

    Рәйлә КҮСЕМХАНОВА.

    IMEI номеры ун биш һандан тора, тип һөйләй әңгәмәсем. Баҡтиһәң, ул, СИМ-карта ҡуйылып, телефон ҡабынғас та шунда уҡ автоматик рәүештә опера­торға бирелә. Йәғни телефонға СИМ-карта ҡуйылыу менән бөтә мәғлүмәт­тәрҙе оператор күрә. Оператор, һәр СИМ-карта кемгәлер теркәлгәнгә күрә, теге йәки был IMEI номерлы телефон ҡайһы тарафта, хатта нисә метр арауыҡта икәнлегенә тиклем билдәләй ала.


    Баҡтиһәң, телефонды махсус программалар ярҙамында урлау­ҙан, юғалтыуҙан һаҡлап була. Был программалар SimWatcher, PhoneSecure, Guardian, Thefft тип атала. Уларҙы смартфон, коммуникаторҙарға үҙең ҡуйырға ла мөмкин, салонға мөрәжәғәт итергә лә була. Был осраҡта, әлеге миҫалдағы кеүек, кеҫә телефонына икенсе СИМ-карта ҡуйһаң, һеҙ күрһәткән номерға смс-хәбәр килә. Ошо юл менән телефонды табыусыны йәки урлаусыны табырға мөмкин. Икенсе вариант – ҡиммәтле телефонды страховкалау.
    авторы: admin | 25 января 2013 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Социаль картаның мөмкинлектәре сикһеҙ
  • ТЕЛЕФОН «ТОҘАҒЫ»НА ЭЛӘКМӘ!
  • Дайджест
  • Дайджест
  • Телефонһыҙ бер көн
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru