Йәнтитмәгән - тапмаған.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Өфө – Европа ҡалалары иҫәбендә
  • Бәхетленең бөтәһе бер юлы
  • Ай башы - июль
  • Матбуғатҡа яҙылыу хаҡтары үҙгәрмәйәсәк
  • Шәжәрәңде бел!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ә беҙҙең ауылда... Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым
    Лена ШАҺИМӘРҘӘНОВА,
    Әбйәлил районының Дауыт ауылы:
    – Яңыраҡ беҙҙә “Аҡ ҡайын” исеме аҫтында балалар баҡсаһы асылды. Әле генә эшләй башлаған учреждение, әлбиттә, ата-әсәләрҙең терәгенә мохтаж. Ошоно күҙ уңында тотоп, өлкәндәр хәлдәренән килгәнсә ярҙам итә. Иң әүҙемдәре алты йәшлек Нәркәс Сәғәҙәтованың өләсәләре, йәғни Көнһылыу һәм Таңһылыу Йәркинбаевалар булып сыҡты. Улар даими рәүештә балалар баҡсаһына үҙ ярҙамын тәҡдим итә. Яңыраҡ ҡына башҡорт кейемдәре тектереп бирҙеләр, ойоҡбаш-бейәләй бәйләнеләр. Өйҙәрендә лә өлгөрәләр, беҙгә лә килергә ваҡытын йәлләмәйҙәр. Шундай изге йөрәкле кешеләр күберәк булһын ине. Уларға һаулыҡ, оҙон ғүмер теләп ҡалабыҙ.

    Гөлсирә ҒӘЛИӘХМӘТОВА,
    Учалы районының Ыҫтамғол ауылы клубы мөдире:
    – Үткән аҙнала “Ауылпиада” исемле спорт сараһы үткәр­ҙек. Ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр, балалар – бөтәһе иллегә яҡын кеше ҡышҡы спорт төрҙәрендә көсөн һынаны. Ике команда төҙөлдө, улар саңғы, сана, эстафетала зыҡ ҡубып ярышты. Аҙаҡтан ҡаҙан аҫып, билмән бешереп, самауырҙа сәй ҡайнатып, йомғаҡ яһаныҡ.
    “Әхирәттәр” исемле ағинәйҙәр клубы ла көйлө эшләп килә. Беҙ – барлығы 15-ләгән кеше – аҙнаһына ике мәртәбә осрашабыҙ, ҡул эштәре менән булышабыҙ, төрлө сараларҙа ҡатнашабыҙ. Әле үҙебеҙгә милли кейемдәр тектереү менән мәшғүлбеҙ.
    Бынан тыш, “Еңеү салюты” художестволы үҙешмәкәр смотрына ла әҙерлек дауам итә. Ул 25 февралдә үтәсәк.

    Сафия ХӘЛӘФЕТДИНОВА,
    Хәйбулла районы Иҫәнгилде ауылының ағинәйҙәр клубы етәксеһе:
    – Әҙәбиәт йылына арнап, Сиҙәм ауыл советы буйынса конкурс үткәрелде. Өс ауыл – Сиҙәм, Вәлит, Иҫәнгилде ҡатнашты. Унда әҙәбиәт темаһына бер-береһенә һорауҙар биреү, таҡмаҡ ярышы, һайланған әҫәрҙе сәхнәләштереү булды. Йола күрһәтеү айырыуса ҡыҙыҡ үтте. Иҫәнгилделәр – “Йома көн – изге көн”, вәлиттәр – “Һырға һабағы”, Сиҙәм ауылыныҡылар “Өләсәй һандығы” тигән программа тәҡдим итте. Һөҙөмтәлә тәүге урын Иҫәнгилде ауылына бирелде. Улар был йола менән район күләмендә сығыш яһаясаҡ.
    авторы: admin | 13 февраля 2015 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Батыр үлһә лә, исеме онотолмай
  • Әҙәм улы юғалыр, изге аты ҡалыр
  • Ял да иттек, дуҫтар ҙа таптыҡ
  • Өйөбөҙҙөң ҡото
  • Иң етеҙе – Учалы командаһы
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru