Күптең эше күңелле.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]Көнөгөҙ матур үтһен тиһәгеҙ...[/b]
  • Ҡарбуз күп!
  • «Өфөм – минең гүзәл баш ҡалам...»
  • Рәсәй йәштәре – беренсе
  • ЛУНТИК, КЕШЕ-ҮРМӘКСЕ, ТОМ ҺӘМ ДЖЕРРИ ХАҠЫНДА
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ә беҙҙең ауылда... Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым
    Гөлнәзирә ҒӘЛИМУЛЛИНА,
    Әлшәй районы Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы:


    – Бөтә халыҡ яратҡан байрам алдынан була торған күтәренке кәйефле көндәрҙең береһендә мәктәбебеҙҙә тағы ла бер сағыу ваҡиға булды – беҙ яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова-Иҙелбаева һәм ошо айҙа 70 йәшлек юбилейын билдәләүсе яҙыусы, ғалим Мирас Иҙелбаев менән осраштыҡ.
    Уҡыусылар, уҡытыусылар, күрше-тирә ауылдарҙың китапханасылары йыйылған сараны Мирас Хәмзә улының “Иҙел йорт” тип аталған романының тәүге китабы сығыу айҡанлы китап уҡыусылар конференцияһы итеп ойоштор­ҙоҡ.
    Гөлфиә Юнысованың ижады ҙур баһаға лайыҡ булыуын әлшәйҙәр ғорурланып ҡабул итте. Яҡташтары менән даими осрашып торған шағирәне Ҡыпсаҡ-Асҡар уҡыусылары, конференцияла ҡатнашыусылар уның шиғырҙарын һөйләп, йырҙарын йырлап ҡаршыланы. Балалар шағирәнең күп шиғырын ятҡа белә, был юлы уның “Боҙбармаҡтар тәмлеме?” тигән хикәйәһен дә һөйләп ишеттерҙеләр.
    Бөгөн кеше китап уҡымай, тигән һүҙҙәр йыш яңғырай. Ә беҙҙең яҡта уҡый­ҙар! Әлеге осрашыуҙа “Иҙел йорт” романы буйынса авторға бик күп һорау бирелде. Тәүҙә китапханасы Рәмзиә Иманғолова китаптың ҡыҫҡаса йөкмәткеһе менән таныштырҙы. Аҙаҡ Мирас Иҙелбаевҡа әҫәренең яҙылыу тарихы, геройҙары, хатта китаптың исеме тураһында бер-бер артлы һорауҙар яуҙы. Уҡыусыларҙы бигерәк тә романда тасуирланған Айҙа болон тигән урын ҡыҙыҡһындырҙы. Баҡһаң, яҙыусының тыуған яҡтарында, Баймаҡ районында, шундай тарихлы урын бар икән.


    Был аҙнала үҙ хәбәрҙәрен Әлшәй, Хәйбулла, Күгәрсен райондарынан шылтыратып һөйләнеләр.
    Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Йәшлек”тең дежур телефоны һандары – 8-965-923-20-00. Шулай уҡ яңылыҡтарығыҙҙы гәзитебеҙҙең электрон адресына (ye02@yandex.ru) йәки “Бәйләнештә” сайтындағы “Йәшлек” гәзите проекты” төркөмөнә һәм ”Йәшлек” гәзите” сәхифәһенә ебәрә алаһығыҙ.
    авторы: admin | 25 декабря 2015 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Депутатҡа һорау бирегеҙ!!!
  • Әбйәлилдәр ал бирмәне, «Йәшлек»кә д ...
  • Алтын көҙҙә үткән шиғриәт м ...
  • Телһөйәрҙәр көс һынашты
  • Уҡыусыларҙың мөхәбәтен яулап
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru