Ауыр эште күмәк ҡул еңгән.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ХӘҘИСТӘР
  • Рәсәй йәштәре – беренсе
  • Ниңә иғтибар етмәй икән?
  • Дәрестә
  • ҠӘҘЕР КИСЕ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Киләһе йылдан нимә өмөт итәһегеҙ? Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым
    Әҙәм балаһын был донъяла өмөт йәшәтә, хыялдары уға ҡанат ҡуйһа, тормоштағы маҡсаттары ғүмерен мәғәнәле итә.
    Яңы тыуыр йылдан да һәр кемебеҙ нимәлер өмөт итә, теләктәренең тормошҡа ашыуын теләй. Беҙҙең гәзит уҡыусыларыбыҙ киләһе йылдан нимәләр көтә икән?

    Фәриҙә СӘҒИТОВА, Баймаҡ ҡалаһы:
    – Яңы йылдан үҙемде, тормошомдо үҙгәртергә тип уйлайым. Мин көслө ҡатын-ҡыҙ, барыһын да булдырырға ҡулымдан килә, тип үҙ- үҙемде ышындырып, ниндәйҙер маҡсат ҡуйып, шуны үтәргә ине. Бер танышым бик көслө ҡатын. Бер кемдән дә көтөп ултырмай, барыһын да бер үҙе атҡарып сыға. Бөтә нәмәһе бар. Әгәр кеше эстән ныҡ булһа, уның тормошҡа ашмаған хыялы, эшләй алмаған эше булмайҙыр ул. Миңә лә үҙемдең холҡом өҫтөндә эшләргә кәрәк. Тағы ла киләһе йылда сит илдәргә сығып, донъя гиҙергә хыялланам. Ипотека түләйем тип, ял итергә йөрөп тә булманы.

    Әлфинә:
    – Үҙемдең икенсе яртымды ҡасандыр бер осратырмын тип көтә торғас, йәшем утыҙҙан үтте. Ниһайәт, кейәүгә сығырға ине.

    Хөснә АБДРАХМАНОВА, пенсионер, Белорет районы, Инйәр ауылы:
    – Яңы йылда үҙемә лә, балаларыма, ейән- ейәнсәрҙәремә лә тик һаулыҡ, бәхет кенә теләйем. Сәләмәт булыу – үҙе бәхет. Киләһе йылда «Йәшлек» гәзитенең дә тиражы ун меңгә етһен ине. Хаҡтар ҡапыл күтәрелгәс, халыҡ матбуғатҡа яҙылмай башланы бит. Гәзитегеҙҙе мин дә, 83 йәшлек әсәйем дә яратып уҡыйбыҙ.
    Тағы ла бер хыялым бар. Тыуған ауылым Маныштыла мәҙәниәт йорто төҙөһөндәр ине. Элекке клуб янғас, йыйылыштар, концерттар мәктәптә үтә. Ауыл ҙур, йәштәр күпләп ҡайта, шуға, һис шикһеҙ, клуб булырға тейеш.

    Урал ИЛЕМБӘТОВ, Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылы:
    – Киләһе йылда ла ҡәләмде ҡулдан төшөрмәй, республика-район гәзиттәренә яҙышып торорға иҫәбем. Быйыл күҙемә операция яһатҡас, ижад менән шөғөлләнеп булмай әле. Инвалид коляскаһында ултырған I төркөм инвалид ҡыҙыбыҙ, ейәнсәребеҙ бар. Уларҙы тәрбиәләү өсөн фатир­ҙа әллә ни шарттар юҡ, тренажерҙарҙы урынлаштырырға урын тар. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн сиратҡа торғанбыҙ. Район хакимиәтенән тиҙерәк фатир бирһендәр ине, тибеҙ.

    Сәғит ӘМИНЕВ, эшсе, Өфө ҡалаһы:
    – Яңы йылда тиҙерәк бурыстарҙан ҡотолорға ине. Уйламайынса биш банктан кредит алдым да, нисек кенә түләп бөтөрөрмөн, тип баш ватып ултырам. Тапҡаным шунда китеп тик тора. Кредит ҡоллоғонан ҡотҡар мине, Ҡыш бабай!

    А. НӘҒИМОВА, Салауат ҡалаһы:
    – Өс йәшлек улым, ниһайәт, атлап китһен ине. Шунан ҙур бәхет булмаҫ кеүек донъяла.

    З. ЙӘҺҮҘИНА яҙып алды.
    авторы: admin | 25 декабря 2015 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Өфөлә 25 ғаилә фатирлы булды
  • Торлаҡлы булам тиһәң субсидия ал!
  • Теләк менән мөмкинлек тура киләме?
  • Ятып ҡалғансы, субсидия алып ҡал!
  • Беҙгә лә ярҙам булмаҫмы икән?
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru