Ашаған белмәй, тураған белә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Дайджест
  • Йәшнәп йәшәүҙең йәме – дуҫлыҡта
  • Кем аҡыллыраҡ
  • Ай башы - июль
  • Юғары бүләк яңы илһам һәм дәрт өҫтәһен
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Оло йөрәкле кешеләр Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    ...Баймаҡ районының Баймырҙа ауылында 1936 – 1937 йылдарҙың береһендә өс кешене, юҡ сәбәпте бар итеп, ҡулға алалар. Шулар араһында Ғәббәс Ҡансурин да була. Уларҙы ҡаты һаҡ аҫтында билдәһеҙ яҡҡа алып китәләр. Ошоға тиклем Ғәббәс ағайҙың яҙмышын аныҡ ҡына белгән кеше юҡ. Уның ҡатыны Гөлйемеш апай ҡулында биш бала тороп ҡала. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, тормоштарын нисек тә еңеләйтергә уйлап, Ҡансуриндар ғаиләһе Баймаҡ ҡалаһына күсеп килә. Унда ла бәхет йылмайып ҡаршыламай, әлбиттә. Осон-осҡа саҡ ялғап ҡына көн күрәләр. Аслыҡ һәм ауырыуҙан Гөлйемеш апайҙың бер-бер артлы улы, ҡыҙы үлеп ҡала. Әсә кеше үҙе лә оҙаҡ йәшәмәй. Бәләкәй Артур, өлкәнерәге Марат Хәмиҙулла ағайҙары ҡулына ҡарап ҡала. Әммә 1942 йылдың көҙөндә Хәмиҙуллаға ла әрмегә китергә ваҡыт етә. Артабан ике туғанды ниндәй яҙмыш көтә – тулы билдәһеҙлек. Ә йәшәргә кәрәк...

    авторы: admin | 24 ноября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хатҡа яуап көтәбеҙ! Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Ауыл ерендә йәйге-көҙгө эштәр тамамланыу менән редакцияға райондарҙан хаттар ағымы йышайҙы. Һәр ваҡыттағыса, иң төп гәзит уҡыусыларыбыҙ йәшәгән төбәктәрҙән – Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил, Күгәрсен райондарынан беҙҙең менән хат аша арала­шыусылар өҙөлмәй. Кемдер ауылда йәшәгән тырыш хеҙмәтсәндәр, матур-матур саралар, йолалар, ишле ғаиләләр, егәрле кешеләр тураһында яҙһа, икенселәр йәмғиәтебеҙҙә, йәмәғәтселек урындарында йәки ғаиләләрҙә күҙәтелгән йәмһеҙ күренештәргә хайран ҡала, башҡаларҙы һөйләшеүгә, фекер алышыуға саҡыра. Әйтәйек, даими авторыбыҙ – Белорет районы аҡһаҡалы Нурулла ағай Миһранов бер юлы ебәргән ике хатында өлкәндәр һәм йәштәр араһында тәмәке тартыу, һыра эсеү кеүек насар ғәҙәттәрҙең ныҡлы тамыр йәйеүенә борсола. «Тәмәке тартыуҙы тыйыу урынына уҡытыусылар ҙа, табиптар үҙҙәре лә балалар алдында тәмәке көйрәткәс, йәш быуынды ҡайһылайтып тәрбиәләмәк кәрәк? Юҡҡа ғынамы ни үҫмерҙәрҙең күбеһенең, ниңә тәмәке тартаһың, тигән һорауға яуабы бер төрлө: «Тиҙерәк ҙурайғым, атайыма оҡшағым килә».

    авторы: admin | 24 ноября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Милләттәштәребеҙгә хат Хаттар яҙҙым, Иҡтисад

    Бөтә нәмә сағыштырыуҙа күренә, тиҙәр. Бөгөн, республика гәзит-журналдарына яҙылыу кампанияһы уртаһына еткән саҡта, 2000, 2009 йылдарға, 2010 йылдың тәүге яртыһына район-ҡалалар араһында беҙҙең гәзиткә яҙылыу күрһәткестәрен таблица рәүешендә биреүебеҙ юҡҡа түгел. Сөнки унда сағыштырыуҙың һис тә һөйөндөрөрлөк булмауы күренә. Халҡының милли үҙаңы иң юғары һаналған. Башҡортостандың ҙур башҡорт районы иҫәпләнгән Баймаҡта тиражыбыҙҙың 2000 йылда ете мең данаға яҡын ерҙән – өс, халҡыбыҙ йолаларын ҡәҙерләп һаҡлаған Әбйәлил, Бөрйән, Учалы, Ғафури, Салауат, Күгәрсен, Хәйбулла, Йылайыр райондарында – ике, Ейәнсура, Дәүләкән, Белорет, Дыуан, Миәкә, Мәсетле, Ҡыйғы, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә, Ишембай райондарында, Салауат, Күмертау ҡалаларында – өс, Сибай ҡалаһында ике тапҡырға кәмеүе, 100 меңдән ашыу башҡорт йәшәгән баш ҡалабыҙҙа ла йәштәр баҫмаһының әҙ булыуы күңелде шомландыра.

    авторы: admin | 21 ноября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡотлайбыҙ Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Беҙҙең атайыбыҙ, тормош иптәшем, ҡартатайыбыҙ был тормоштағы барлыҡ уңыштарға, хөрмәт-ихтирамға үҙ көсө менән лайыҡ булған кеше. Ғүмер юлында ниндәй генә ауырлыҡтар, ҡаршылыҡтар осрамаһын, түбәнлектәрҙән өҫтөн булып, үҙ баһаһын төшөрмәй, уларҙы еңеп, был донъяла лайыҡлы йәшәй белә.
    Яҡын кешебеҙ – үҙенең 40 йылдан ашыу ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә биргән педагогик хеҙмәт ветераны. Юлдыбай мәктәбе директоры вазифаһында оҙаҡ йылдар эшләне ул. Атайыбыҙ эшләгән осорҙа педагогик коллектив һәр ваҡыт ал­дынғы булды. Ике йыл рәттән күсмә Ҡыҙыл байраҡ менән бүләкләнде.

    авторы: admin | 31 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡотлайбыҙ Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    ҠотлайбыҙТарих 1974 миләди йылдың 11 ҡарасайы (октябре) бик ҡояшлы, аяҙ, сыуаҡ көн булғандыр, тибеҙ. Йөҙөнән бер ваҡытта ла йылмайыу китмәгән, тирә-яғына нур үә йылылыҡ бөркөп торған һәм алсаҡлығы менән үҙенең яҡындарының һөйөүен үә ихтирамын яулаған кешенең холоҡ-фиғелендәге был сифатын башҡа нисек аңлатмаҡ кәрәк?
    Ғәҙәти ҡояшлы, алтын һарысайға алмашҡа килгән, күбеһенсә быҫҡаҡ үә ҡар ҡатыш ямғырҙары менән теңкәгә тейер был айҙа беҙҙең ҡәҙерлебеҙ Шәүрә Самарбай ҡыҙы донъяға килгән көн кеүек сыүаҡ көндәр әҙ булыу бәрәбәренәлер, күрәһең, Аллаһ Тәғәлә борон-борондан халыҡ хәтерендә мәңге урындарын алыр күп ваҡиғаларҙы тап ҡарасайҙа Тарих майҙанына килтергән. Һуңғыларынан һөйөклө Башҡортостаныбыҙҙың бынан 19 йыл әүәл ҡарасайҙың тап 11-се көнөндә үҙаллылыҡҡа өлгәшеүе лә быға асыҡ миҫалдыр.

    авторы: admin | 10 октября 2009 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Ҡәйнәм – уң ҡанатым Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Ҡәҙерлебеҙҙең күңел йылыһы барыбыҙға ла етә
    Ҡәйнәм Зөлхиә Баҡый ҡыҙы Ғәлина 1958 йылдың 18 апрелендә Баймаҡ районының Ҡолсора ауылында ишле ғаиләлә дүртенсе ҡыҙ булып донъяға килә. Бала саҡтан бейергә, тегергә, аш-һыуға оҫта булһа ла, оло ҡәйнәмдең кәңәшен тотоп, бухгалтер һөнәрен һайлай. Ҡолсора урта мәктәбенә уҡытыусы булып килгән Икенсе Этҡол ауылы егете Хөрмәт Хәтиб улы менән таныша. Ҡайным армия хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, өйләнешәләр. Ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр.

    авторы: Альбина | 8 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йөрәк йылыһын бүләк итеп Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Земфира һәм Ирғәле Мөхәмәтдиновтар туғандарының етем балаларын үҙ тәрбиәһенә ала
    Ер йөҙөндәге бөтә тереклеккә лә йәшәү өсөн йылылыҡ кәрәк. Был, әлбиттә, әҙәм балаларына ла ҡағыла. Әммә күпме бала әсә наҙынан, иркәләүенән мәхрүм. Ундайҙар китек күңелле, төшөнкөлөккә бирелеп бара. Шундай балаларҙың күңеленә үтеп инер өсөн йөрәгеңдә – оло мөхәббәт, ә күңелеңдә наҙ йөрөтөргә тейешһең. Аллаға шөкөр, күңелдәрендә сикһеҙ һөйөү йөрөтә алған оло йөрәкле кешеләребеҙ бар әле. Ғафури районының хозур тәбиғәтле Мәндем ауылында йәшәүсе Земфира һәм Ирғәле Мөхәмәтдиновтар ғаиләһе – ана шундайҙарҙан.

    авторы: Альбина | 8 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Татыу тормош – бәхет нигеҙе Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Татыу тормош – бәхет нигеҙе
    Татар егете Илгизәр менән башҡорт ҡыҙы Диләне сәнғәткә һөйөү ҡауыштыра
    Был донъяға Хоҙай Тәғәлә һәр кешене парлы итеп яратҡан. Баҡалы районының Яңы Урсай ауылы егете Илгизәр менән Йылайыр районының Юлдыбай ауылы һылыуы Диләне лә нәҡ Хоҙай үҙе табыштырғандыр. Һәр парҙың да үҙенә генә хас мөхәббәт тарихы бар. Татар егете Илгизәр менән башҡорт ҡыҙы Диләне яҙмыш нисек осраштырған һуң? Икеһенең дә йыр-моңға, сәнғәткә ғашиҡ булыуы осраштыра уларҙы. Илгизәрҙең бик йәшләй ҡулына гармун алыуы, мәктәп йылдарынан уҡ театрҙы яратыуы, ә Диләнең үҙен белә башлағандан алып бейеүгә ынтылыуы этәргес була ла инде ике йәш йөрәктең ҡауышыуына.

    авторы: Альбина | 8 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru