Ир аҫылы эштә беленә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ниңә шулай?
  • АУЫЛЫБЫҘҒА ИМАН КИЛТЕРҘЕ
  • Байрамығыҙ менән, почтальондар!
  • Башҡорт театрының мәшһүр ҡыҙы
  • Атай менән арҡалы беҙ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Йортомдо теркәтергә һуңламаныммы? Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    2010 йылдың сентябрендә йорт һатып алғайныҡ. Һатып алыу тураһында нотариустан раҫлатылған килешеү бар. Әлегә тиклем дәүләт теркәүе үтеү тураһында таныҡлыҡ алыуҙы кәрәк тип тапманым. Әле иһә бындай документ алыу өсөн быйыл һуңғы йыл икән тип ишеттем. Шул дөрөҫмө?
    Вәсилә.
    Нефтекама ҡалаһы.

    авторы: admin | 9 сентября 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ә беҙҙең ауылда Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    – Ошо арала Дауыт-Ҡайып ауылында Шәжәрә байрамын үткәреп ебәрҙек. Халыҡ күпләп йыйылды, барыһы ла күңеле булғансы туған-тыумасаһы ме­нән аралашты. Ойоштороусы­ларға килгәндә, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Ильяс Сәғитов, Миңлегөл Яҡшыбаева, ауыл советы депутаттары Илдус Алтынбаев, Өлфәт Ҡарабаев­тарға ҙур рәхмәт. Ә байрамға әҙерләнешкән йәштәрҙең исемен теҙһәм инде, гәзит биттәре етмәҫ, уларға ла ысын күңелдән оло рәхмәтемде белдерәм.
    Был ауыл хаҡында маҡтау һүҙҙәрен йәлләү гонаһ булыр. Башҡа яҡтарға өлгө булһын өсөн түбәндәге һандарҙы әйтеп китмәксемен.

    авторы: admin | 8 августа 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ә беҙҙең ауылда... Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Илүсә НУРИЕВА, Тәтешле районының Бәҙрәш ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы:
    – Беҙҙең ауыл хакимиәтенә ете ауыл ҡарай, бөтәһе 1330 кеше иҫәпләнә. Беҙҙә бер урта, бер төп һәм өс башланғыс белем биреү мәктәбе бар. Бер мәҙәниәт усағы, өс клуб һәм өс китапхана эшләй. Дүрт фельдшер-акушерлыҡ пункты халыҡ сәләмәтлеге һағында тора. Район ҡулланыу­сылар йәмғиәтенең биш сауҙа нөктәһе эшләй. Шәхси магазиндар ҙа етерлек. Бер нисә шәхси таҡта ярыу цехы асылды. Ағымдағы йылда ун сабый донъяға килһә, һигеҙ кеше баҡыйлыҡҡа күсте.
    Ауылда тормош насар, тип әйтмәҫ инем. Йәштәр ҡырға китмәй, күптәре бында төпләнә. Ҡайһылары “Октябрь” ауыл хужалығы кооперативында эшләй, үҙ эштәрен асыу­сылар ҙа бар. Улар дәүләт программаларында ҡатнашып, субсидия ала, йорт төҙөй.

    авторы: admin | 10 июля 2013 | | Тотош уҡырға
    Юғалтһаң да табып була телефонды Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Йыш ҡына күҙәткәнем бар: мәктәп уҡыусыларының күбеһенең ҡулында – ҡиммәтле телефон. Ата-әсәләренән уҙҙырып, ниндәй генә телефон йөрөтмәй улар. Иң һуңғы модель аппараттарҙың мөмкинлектәрен ҡайҙан белеп өлгөрәләрҙер, иллә-мәгәр үҙҙәренә кәрәген һатып алдырта беләләр. Тәүҙәрәк баланың ҡиммәтле телефон йөрөтөүенә ҡырҡа ҡаршы инем. Юғалтыр. Юғалһа, са­быйҙың күпме йәне әсейәсәк. Һөйләшергә эшкинһә, етмәгәнме, тигән кеүегерәк уйҙамын. Хәйер, синыфташтары барыһы ла унар-ун бишәр мең һумлыҡ телефонлы булып бөткәс, яҡшы уҡығаны өсөн беҙ ҙә улыбыҙҙы бүләкләмәксе иттек. Баланың ҡыуа­нысына үҙебеҙ ҙә һөйөнөп, атаһы ҡиммәтле телефондарға ғына индереп була торған программа ҡуйҙы.

    авторы: admin | 25 января 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көслө заттың иң йомшаҡ урыны Тормош юлдары ҡатмарлы, Хаттар яҙҙым

    Йәш саҡта барыһына ла алһыу күҙлек аша ғына ҡарайһың. Яратышып өйләнешкән парҙар, ғүмер буйы изге хистәренә тоғро ҡалып, бер-береһен ҡәҙерләп, яратып, дуҫ-татыу ғына йәшәйҙер, тип уйлайһың. Әммә йәшәй-йәшәй, тормоштоң башҡа яҡтары ла күҙгә салына башлай. Ҡарап тороуға һин дә мин йәшәп ятҡан ғаиләләрҙең дә барыһы ла ал да гөл түгел икәнлегенә инанаһың. Ғаиләһе булып та, ирҙәр башҡа ҡатындарға йөрөй, ҡатындар иһә сит ирҙәр менән осраша. Элек тә булған ситтән «мөхәббәт» эҙләүселәр, әммә улар тыйнағыраҡ, әҙәплерәк булған, йөрөһәләр ҙә, ҡасып-боҫоп, халыҡтан оялып йөрөгән. Хәҙер иһә бигерәк асыҡтан-асыҡ йөрөйҙәр кеүек, айырыуса ҙур ҡалаларҙа бындай хәлдәрҙе аҙым һайын күҙәтергә мөмкин. Ирҙәрҙең бөтәһе лә йөрөй инде ул, йөрөмәгән ирҙәр бар тиһеңме – ҡатындарҙа ирҙәр тоғролоғона ышаныс ҡалманы ла, буғай. Шулай ҙа ирҙәрҙе сит ҡатындарға йөрөргә нимә этәрә һуң?

    авторы: admin | 23 января 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һөйгәнем атай булыуҙан ҡурҡты Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Был яҙманы уҡығас, ҡайһы берәүҙәр, йылдар үткән, ниңә быларҙы иҫкә алырға инде, тип, мине ғәйепләргә ашығыр. Ләкин яҙмай ҙа булдыра алмайым. 1967 йылда институтта уҡып йөрөй инем. Бер кисәлә мине Өфө моторҙар эшләү заводында эшләгән егет менән таныштырҙылар. Ул ваҡытта, совет власы осоронда, беҙҙе интернационалист итеп тәрбиәләнеләр бит – егеттең урыҫ булыуына күҙ йомдом. Анатолий һәр имтиханымдан һуң аудитория алдында сәскә тотоп ҡаршылай башланы. Ҡала егетенең минең арттан йөрөүе битараф ҡалдырманы – уны яратып өлгөр­ҙөм. Сентябрь айында балаға уҙғанымды аңланым. Был турала әйтеүем булды – Толя юҡҡа сыҡты, башҡа беҙҙең ятаҡ эргәһендә күренмәне. Был әҙәмдең ни тиклем түбән йәнле булыуын шул ваҡытта ғына аңланым.

    авторы: admin | 21 января 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әсә бәхете – балала Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Әсә бәхете – балалаҺуңғы йылдарҙа ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡалған балаларға ҡарата Хөкүмәтебеҙ тарафынан иғтибар арта барыуы шатландыра. Етем балаларҙы тәрбиәгә биреү тураһындағы ҡарар сығыу менән күп ғаиләләр бала алып тәрбиәләргә теләк белдерҙе.
    Күптән түгел Саҡмағош районының Иҫке Боҫҡаҡ ауылында йәшәүсе, ике етемде үҙ ҡуйынына һыйҙырған изге йәнле Садиҡовтар ғаиләһе менән танышырға тура килде. Етем балаға улым йәки ҡыҙым тип бар кеше лә әйтә алмай. Былай ҙа өскә бүленгән йөрәгеңдә тағы ла ике балаға урын табыу, ата-әсә наҙын, күңел йылыһын тигеҙ итеп бүлеп биреү әйтеп бөтөргөһөҙ сикләнмәгән рухи көс талап итә.

    авторы: admin | 13 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Закон бер булырға тейеш тә Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    «Йәшлек»тең 5 июндәге 65-се һанында Земфира Таһированың «Йәштәр эшһеҙ интегә, ә пенсионерҙар урынын бушатырға ашыҡмай» исемле мәҡәләһе донъя күргәйне. Урындарҙа ла йыш ризаһыҙлыҡ тыуҙырған, бөгөнгө көндөң актуаль проблемаларының береһенә ҡағылған был мәҡәлә резонанс тыуҙырыр, тип көткәйнем. Үкенескә күрә, ике яҡтан да темаға иғтибар биреүсе тойолманы. Автор фекерҙәрен ҡеүәтләп, бер-ике кәлимә еткермәксе булдым. Әлбиттә, мин бер яҡты ла ғәйепләргә йыйынмайым, сөнки төп сәбәп етлекмәгән законда һәм выжданда. Тәү ҡарамаҡҡа бөтәбеҙ өсөн дә закон бер һымаҡ, ғәмәлдә иһә улай булмай сыға. Сөнки кемдәрҙелер йәше тулыр-тулмаҫтан пенсияға оҙатыу яғын хәстәрләй һалалар, ә бәғзеләр, бигерәк тә етәксе урындағылар, йылы урынында ултырыуын оло йәшкәсә дауам итә. Әлбиттә, күптәренең тәжрибәһенә, абруйына, ҡаҙаныштарына һүҙ тейҙерерлек түгелдер ҙә. Шулай ҙа был законды һанға һуҡмау ғына түгел, уға буйһонмау була түгелме?

    авторы: admin | 13 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru